Бөгөн кис Өфө районының Михайловка ауылында ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Tank 500 ҡытай машинаһы менән Lada Priora машиналары бәрелешкән. Был турала республика дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Фажиғә Михайловка ауылында була. Михайловское һәм Яҡты урамдары киҫелешендә бер-береһенә ҡаршы килгән Lada Priora һәм Tank 500 автомобилдәре бәрелешә. Һөҙөмтә аяныслы - ватан машинаһы пассажиры, ҡатын кеше урында һәләк була. Водитель һәм тағы бер пассажирҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға алып китәләр. Әлеге ваҡытта авария сәбәптәре асыҡлана, урында юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Фото: ДАИ.