2024-2026 йылдарҙа Башҡортостанда төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 80 “яңғырауыҡлы” юл, шул иҫәптән коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә инеү юлдары йүнәтелә. Ошо хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова һөйләне. Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса 2023 йылда республикала тәү сиратта йүнәтелергә тейешле юлдарҙы ремонтлау программаһы башланды. Исемлеккә 29 районда һәм ике ҡалала 80 “яңғырауыҡлы” объект, өҫтәүенә 48-е – күсмә объект, улар 2025-2026 йылдарҙа тамамланасаҡ. Автомобиль юлдары участкаларын һәм дөйөм оҙонлоғо 215 километрлыҡ урамдарҙы тейешле хәлгә килтереү, шулай уҡ 325 погон метрлыҡ биш күперҙе ремонтлау күҙаллана. 2024 йылда Өфөнөң Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттарында, Жуков, Цюрупа һәм Баҡалы урамдарында асфальт-бетон япмаһының туҙған ҡатламын тергеҙеү тамамлана, Коммунистик, Пушкин һәм Яңы күпер урамдары ремонтлана. Ҡырмыҫҡалы районында август аҙағына тиклем бер километр оҙонлоҡтағы Олокүл - Ҡабаҡ - Һыуыҡ Шишмә юлы участкаһында эштәр тамамланасаҡ. Яңауыл районында көҙ көнө дөйөм оҙонлоғо 15 километрлыҡ Яңауыл - Иҫке Күрҙем, Яңауыл - Янғыҙнарат һәм Янғыҙнарат - Зайцево автомобиль юлдары участкалары ремонтланасаҡ. 2025 йылда Яңауыл районында Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың әсәһе йәшәгән Сытырман - Иҫке Вәрәш автомобиль юлы участкаларын һәм Иглин районында Иглин - Кальтаковка юлын ремонтлау тамамлана, өҫтәүенә эшкә быйыл уҡ тотонасаҡтар. Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында Сибай - Аҡъяр трассаһын тәртипкә килтереү дауам итә. Дөйөм оҙонлоғо 62 саҡрымлыҡ автомобиль юлын 2026 йылда тулыһынса ремонтлау күҙаллана. Шулай уҡ 2024 йылдың октябренә тиклем 72 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенә 30 километр оҙонлоҡтағы 20 юл ремонтлана. Башҡортостан Башлығы төбәктең Транспорт министрлығына республиканың төньяҡ-көнсығыш юлдарына һәм Сибай - Аҡъяр трассаһына айырыуса иғтибар бүлергә, шулай уҡ Ишембай районының Верхотор ауылын Мәләүез районының Воскресенск ауылы менән тоташтырған юлды төҙөкләндереүҙе тиҙләтергә ҡушты. – Муниципалитет башлыҡтарын “яңғырауыҡлы” юлдарҙы ремонтлау программаһына иғтибарлы ҡарауҙарын, Финанс һәм Транспорт министрлыҡтары менән тығыҙыраҡ эшләүҙәрен һорайым, - тине Радий Хәбиров - Республика һәр саҡ һеҙҙең һорауҙарға иғтибар итергә һәм кешеләрҙе йонсотҡан юлдарҙы ремонтларға тырыша. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.