Атай-әсәй өлкән йәшкә еткәнсе балаларына ярҙам итергә тейешме? Был йәһәттән динебеҙҙә ниҙәр әйтелә? “Хаҡлы ялда булғас, көс-ҡеүәт тә кәмегәс, ирем менән икәүләп балаларыбыҙға нисек ярҙам итергә белмәй аптырайбыҙ. Үҙебеҙҙе кәрәкһеҙ кеше кеүек тә тойоп ҡуябыҙ. Ярҙам итә алмай башлаһаң, балалар тыуған йортона ҡайтырға ашҡынып та тормай икән ул...” – тип тойғо-кисерештәре менән бүлеште етмешкә етеп барған апай. Был һүҙҙәр төбәгебеҙҙәге имамдарҙың береһенең һөйләгәндәрен иҫкә төшөрҙө. “Бер саҡ миңә 70 йәштән үткән ағай килде, – тип бәйән итте ул. – Үҙен күптән беләм: ғүмер буйы яҡшы урында эшләне, етеш йәшәне, хәҙер пенсияны ла мул ала. “Һис ҡасан мәсеткә йөрөгәне юҡ ине ләһә. Нимә булды икән? – тип уйлап алдым. – Бәлки, әл-хәмдү лил-ләһ, иман юлына баҫырға ниәтләгәндер?” Әммә ағай бөтөнләй икенсе уй менән йөрөй булып сыҡты. — Ҡустым, мәсетеңдә миңә берәй эш юҡмы? – тип һүҙ сурытып тормай шунда уҡ һораны ул. – Килгән кешене ҡаршылап ултырырға булһа ла ризамын. Башҡа бер урынға ла ал