Ниңәлер бөгөн төшкөһөн Фәниәнең дүрт йәшлек ҡыҙы йоҡлай һалманы. Ғәҙәттә, ул был ваҡытта тиҙ генә күҙен йома ла тәмле йоҡоға сума ине. Күрәһең, нимәлер борсоғандыр инде бәләкәсте. Шулай ҙа, байтаҡ ҡына борғоланып ята торғас, ҡыҙсыҡ тәмле йоҡоға талды. Әсәһе бәләкәсен ипләп кенә һыйпаны ла, эше менән булышырға тип, бала эргәһенән китергә генә торғанда, ишекте ныҡ итеп шаҡынылар. “Әле генә баламды йоҡлаттым. Ниңә шул тиклем ныҡ итеп ишекте доңғорҙатаһығыҙ?” – тип килеп сыҡты фатирынан ҡатын. “Ғәфү итегеҙ. Күршегеҙгә хат килтергәйнем, тик ишекте бер кем дә асмай. Ә фатирҙа бәләкәс баланың шыңшып илағаны ишетелә”, – тине егет. “Ундағы бала яңғыҙ түгел, эргәһендә өләсәһе бар. Ә әсәһе эштә”, – тип ҡоро ғына яуапланы Фәниә. “Баланың әсәһенә шылтыратығыҙ, зинһар. Урамда 30 градус эҫе. Нимә генә булмаҫ бындай мәлдә”, – тип үтенде егет. “Ярай. Бар, кит инде”, – тине лә ҡатын күрше ишеккә килеп тыңланы. Унан, ысынлап та, баланың шыңшып илағаны ишетелә ине. Шаҡыған тауышҡа бер кем дә яуап бирмәне.