Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алты ауылда хәл киҫкен ҡала

Ҡойма ямғырҙар арҡаһында республиканың ҡайһы бер райондарында хәл киҫкен ҡала. Шул иҫәптән Әбйәлил районының Түбәнге Әбдрәш ауылы эргәһендә Кесе Ҡыҙыл йылғаһында һыу кимәле күтәрелгән, һөҙөмтәлә Үҙәк урамындағы алты йорт ихатаһы һыу аҫтында ҡалған. Ауылда бөтәһе 16 йорт, уларҙа 65 кеше йәшәй. Хәлде Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Әбйәлил районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында тота. Һыу баҫыу хәүефе юҡ, тип хәбәр итәләр ведомствонан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы контролендә һыу кимәленең күтәрелеүе менән бәйле бөтәһе алты хәл күҙәтеү аҫтында: Белорет районында Ҡаҫмаҡты, Яңы Абҙаҡ, Үрге Арша ауылдары; Ауырғазы районында Өсбәлеш ауылы; Әбйәлил районында Яңы Балапан ауылы. Һыу баҫыу ихтималлығы булған бөтә урындарҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре дежур итә. ❗ Мәләүез районында һыу аҫтында ҡалыу хәүефе янаған “Дуҫлыҡ”, “Йәшел имәндәр” һәм “Тау шаңдауы” балалар лагерҙарында хәл тотороҡланған. Баш идаралыҡ начальнигы урынбаҫары (граждандарҙы обороналау һәм халыҡты яҡлау буйынса) Илдар Сәйетгәрәев хәлде контролдә тотоу һәм методик ярҙам күрһәтеү өсөн ваҡиға урынында ҡала. Нөгөш һәм Йомағужа һыу һаҡлағыстарында һыуҙы ағыҙыу кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә. Баш идаралыҡта тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй. Хәл контролдә тотола. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан.