Найти тему
Журнал "Шонкар"  

“Ташлама! Кәрәге тейер әле...”

— Һеҙгә ярҙам итергәме? — тием күп ҡатлы йорт эргәһендә ҙур ғына ҡумта күтәреп, бер ҡулына сүп-сар тоҡсайы тотоп, саҡ атлап китеп барған әбейгә. Ул миңә ҡараш ташланы ла йыртылып барған ҡумтаһын тотторҙо.
— Ташларғамы? — тип һорайым. Үҙе ыҙалап контейнерҙарға тиклем үк бармаһын тип борсолам. Сүп-сар тоҡсайын да бер юлы алмаҡ булам.
— Юҡ! — тине ул, ҡото осоп. Шунда уҡ ҡулымдан әйберҙәрен кире тартып алды.
Тупһыҙ һорауым өсөн үҙемде эстән әрләнем дә, ҡайҙа булһа ла алып барышам, тип белдерҙем. Тыңламаны ла, әйләнеп тә ҡараманы. Әбей минән йәһәтерәк ҡасырға тырышып, шәп-шәп атлап подъезына инеп юғалды...

Шул уҡ йортта йәшәгән апайыма ҡунаҡҡа индем. Өлкән кешене һорауым менән үпкәләтеүемде һөйләнем. Ул: “Ә, юҡҡа борсолма, ул әбей диуана ул”, — тине.
Хәл былай икән. Күрше поъезда 70-80 йәшлек Зина әбей йәшәй. Балалары бармы-юҡмы, бер кем белмәй. Ике бүлмәле фатирҙа яңғыҙы тора.
“Башта, күсеп килгәс тә, мин уны асарбаҡ тип уйланым, — тип дауам итте апайым. — Гел иҫке, алама, бысраҡ әйберҙә йөрөй, сүп-сар һауытында соҡона. Бер көн асҡысы менән подъезды асҡас, иҫ-аҡылым китте”. Күрәһең, мин осратҡанда ла Зина әбей “табыш”тары менән ҡайтып барған булғандыр.
Әбекәй Плюшкин синдромы менән ыҙалай икән. Был ауырыулы кешеләр кәрәкмәгән әйберҙәр йыйыу менән булыша. Һөҙөмтәлә йорттарын сүп-сар менән тултыра, хатта йөрөрлөк, йоҡларлыҡ, ултырырлыҡ та урын ҡалмай. Әбей ҙә өйөн баштан-аяҡҡа тиклем тултырған. Оҙаҡ йылдар фатирында бер кем дә булғаны юҡ, индермәй. Төрлө инстанциялар вәкилдәрен саҡырып астырырға маташ­ҡандарында сүп-сары ишегенән ҡойолоп торған. Тыштан тәҙрәһенә ҡарағанда ла уның төптәре ҡумталар, сепрәктәр һәм башҡа сүп-сар менән ҡаплаулы. Фатирындағы бәҙрәфе лә, телевизоры ла, һыуытҡысы ла, плитәһе лә күптән эшләмәй. Уты ла ялпылдап-ялпылдап ҡуя. Йортонан килгән еҫ бөтә подъезға таралыу ғына түгел, һеңеп бөткән.
“Зина әбей менән бер йортта йәшәргә ҡурҡыта. Уның сама әйбер менән тулған ерҙә техника ла йүнләп эшләмәй. Кем белә, газы йә уты менән берәй нәмә булыр ҙа, янып китербеҙ”, — тип хафалана апайым.
Плюшкин синдромын башҡа төрлө итеп тә атайҙар — силлогомания, хординг, Месси синдромы. Халыҡта ауырыуҙы Николай Гоголдең Плюшкин фамилиялы персонажы исеме менән атайҙар. Был синдром — етди психологик ҡаҡшау. Әлбиттә, беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө әйберҙәр йыябыҙ. Кейемдәрҙе лә ташларға ашыҡмайбыҙ, кем белә, бәлки, әле бысраҡ эшкә кейергә барыр? Мәҫәлән, уҡыған китаптарҙы йыйыуҙың да бер ниндәй насар яғы юҡ. Тик улар кәштәлә теҙелешеп кенә торһа — бер хәл. Төрлө томдар иҙәндә, өҫтәлдә, тәҙрә төбөндә тулып ятһа, башыңа төшһә, хәрәкәтеңде сикләһә, әйләнгән һайын абынһаң, уйлана башларға кәрәк. Ваҡытында белгескә мөрәжәғәт итмәһәң, хәлдең контролдән сығыуы ихтимал. Ауырыуҙың фатирын тулыһынса тултырып, келәт урынына ҡулланып, үҙе инде ҡайҙа етте шунда, мәҫәлән, урамда йә подъезда йоҡлаған осраҡтар бар.
Плюшкин синдромы менән яфаланыусылар ҡый ғына йыймай. Ауырыуҙың бер төрө — күпләп хайуан тотоу, уларға тейешле тәрбиә бирмәү, йәшәүгә уңайлы шарттар тыуҙырмау. Ҡырҡ бесәйле яңғыҙ ҡатын образы шаяртыуҙарҙа ғына ҡыҙыҡ, ә ундай күршең булһа, ай-һай! Айырыуса күп фатирлы йортта тиҫтәләгән бесәй, эт туплаусы барлыҡ йәшәүселәргә лә ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙыра.
Плюшкин синдромы күп осраҡта өлкән йәштәгеләрҙә осрай. Бер уйлаһаң, тот та ишеген емереп асып, бөтә сүп-сарын сығар ҙа ташла! Әммә иртәгеһенә үк әйберҙәр кире инеп ятасаҡ. Шуға ла был ысул бармай. Кеше ҡыҙыҡ өсөн генә сүп-сар йыймай бит, тимәк улар менән хушлашыу ныҡ ауыр бирелә. Зина әбей ҙә һорауыма ғына ҡалай үпкәләне бит! Көсләшеп ташлатһаң, ауырыу тағы ла нығыраҡ стресҡа дусар була, психикаһы ҡаҡшауы көсәйә. Башҡалар өсөн кәрәкмәгән ҡый — уның өсөн алтынға тиң байлыҡ. Шуға тәү сиратта синдромдың һөҙөмтәһе — ҡый-ҡыпыр менән түгел, ә сәбәптәре менән көрәшергә кәрәк.
Апайым Зина әбейҙе “диуана” тиһә лә, улай тип иҫәпләү дөрөҫ булмай. Синдром күп осраҡта өлкәнәйгәс барлыҡҡа килә, ә йәшерәк саҡта симптомдар беленмәй. Зина әбей кеүектәр барыһы һымаҡ уҡ тормош алып бара, эшләй, уңышлы карьера төҙөй, бынамы тигән ғаилә ҡора... Эш бөтөнләй аҡыл кимәлендә түгел. Психологик ҡаҡшауға алып килеүсе сәбәптәр бихисап. Баш һөйәге, мейе травмалары, мейе инфекцияһы, деменция, оҙайлы стресс, юғалтыуҙы кисерә алмау, депрессия, алкоголизм һәм башҡалар. Йыйылған әйберҙәр кешегә ҡурсаулыҡ тойғоһон бирә, әйтерһең, ул иң ҡурҡыныс аслыҡҡа, бәләгә, ҡара көнгә әҙер. Үҙен алдап йөрөүселәр ҙә бар. Йәнәһе, был әйберҙәрҙе һата ла аҡса эшләй. Бынан тыш, теләһә нимә йыйыу аҙға ғына булһа ла ҡайғы-хәсрәтте онотоп торорға ярҙам итә, сүп-сар һауытында табылған “файҙалы”, “кәрәкле”, “яңы” әйбер ҡыуаныс килтерә.
Бындай кешеләргә психотерапия ғына ярҙам итә ала. Үкенескә күрә, дарыу ашаның да һауыҡтың түгел. Плюшкин синдромы менән яфаланған кеше бер ваҡытта ла: “Эйе, ауырыйым, ярҙам итегеҙ”, — тип әйтмәйәсәк. Уның өсөн барыһы ла яҡшы, барыһы ла шулай булырға тейеш. Ә көсләп бер нисек тә дауалап булмай... Ярҙам итергә теләүҙе һөжүм һымаҡ ҡабул итәләр. Тора-бара плюшкиндар бөтөнләй кешеләр менән аралашыуҙан баш тарта. Улар һәр ерҙә дошмандарҙы, әйберҙәрен тартып алырға уйлаусыларҙы күрә, ҡырағайлана. Күршеләренә генә түгел, хатта балаларына ла ишекте асмай башлай...
Һөҙөмтәлә Плюшкин синдромлынан эргәһендәге кешеләр генә түгел, үҙе лә ыҙалай. Беренсенән, тараҡандар, сысҡандар, күк араһында, антисанитария булған ерҙә ашаған, йоҡлаған, йәшәгән кешенең һаулыҡ кимәле ни тиклем булыуын күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Икенсенән, ни тиһәң дә, психикаһы ҡаҡшаған бит инде. Тимәк, үҙенең ҡыланыштарына яуап бирә алыуы шикле. Күпләп йыйылған сүп-сары аҫтында ҡалып, тора алмай, йән биреү осраҡтары донъяла теркәлгәне бар...
“Ташлама! Кәрәге тейер әле...” — тигән һүҙҙәрҙе бөтөнләй онотоу мөһим. Бер йылдай ҡулланылмаған әйбер, кейелмәгән кейем, тотонолмаған ваҡ-төйәктәрҙең берәй ваҡыт кәрәк булыуы бик икеле. Шуға ла урын алып ятҡан әйберҙәрҙе ҡурҡмай ташлағыҙ. Ә инде ҡулығыҙ бармаһа, йәлләһәгеҙ, борсолһағыҙ, уйланырға ваҡыт: Плюшкин синдромының тәүге билдәләре түгелме икән?

Айһылыу С.:
Өләсәйем Плюшкин синдромы менән ыҙаланы. Ғүмер буйы ризыҡ йыйҙы. Аҙыҡ-түлекте һәр саҡ күмәртәләп алды, боҙолған, срогы сыҡҡандарын да һаҡланы. Ҡунаҡҡа килгәндә иҫкереп, еҫләнеп, күгәреп ултырғандарын ипләп кенә ташлай торғайныҡ. Ғәҙәте ауыр бала сағынан килгәндер. Әсәһе балаларын ҡарамаған тиерлек, уларға ҡыйлыҡтан ҡалдыҡтар сүпләргә тура килгән. “Тамаҡтан өҙөлөргә ярамай“ тигән девиз менән ғүмер буйы йәшәне.

Ғилман У.:
Өс туған ағайымда Плюшкин синдромы, ахыры. Ул әсәһе мәрхүмдең әйберҙәрен ташламай, һаман өйөндә тота. Кейемдәренән алып ҡасандыр уҡыған гәзиттәренә тиклем һаҡлай. Әсәһен онотмаған яҡшы ул тип уйларға була, әммә үҙе әйберҙәр ҡамасаулағаны тураһында әйткәне бар. Тик ташлай ғына алмай. Был турала уй ҙа уға ауыр бирелә, ҡалтырана, сәбәләнә башлай. Бер нәмә лә эшләтә алмайбыҙ, ағайыбыҙ мәрхүмәнең әйбере тулы өйҙә йәшәүен дауам итә.

Филиә Т.:
Барыһы ла атай беҙҙе ташлап сығып киткәс башланды. Айырылышҡандан һуң әсәй депрессияға батты. Өйҙө түгел, беҙҙе ҡарарлыҡ, тәрбиәләрлек көсө булманы. Беҙ, әлбиттә, йортто рәтләп, таҙалап тоторға тырыштыҡ, әммә балаларҙың нисек эшләүен аңлап тораһығыҙҙыр. Етмәһә, әсәй магазиндан сыҡмай теләһә ниндәй кәрәкмәгән әйберҙәр һатып ала башланы. Төндәрен сүп-сар һауытын тикшерер булып китте. Әгәр беҙ берәй һыймаған әйберҙе, сатнаған һауыт-һабаны ташлаған булһаҡ, иреш-талаш ҡуптара ине. Беҙ үҫеп, төрлө яҡҡа таралғас, ул бөтөнләй барлыҡ аҡсаһын юҡ-барға тыға башланы. Ташла тиһәк, үпкәләй. Хатта беҙгә лә берәй байрам булһа, ҡумталап шундай шаҡы-шоҡо бүләк итә.

Сәлихә МОРТАЕВА.