Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Шәһит Хамматов кескәй башҡорттарҙы йыйҙы

Интернет селтәрендә “Тел биҫтәһе” тигән проекттың яҙмалары донъя күрә башланы. Унда 10 йәшкә тиклемге 11 бала проект авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматовтың ҡатмарлы һорауҙарына ҡыҙыҡлы һәм тапҡыр яуап ҡайтара. Туған телдә иркен аралашҡан малай һәм ҡыҙҙар республиканың төрлө төбәгенән килгән, ойоштороусылар уларҙы илленән ашыу дәғүәсе араһынан һайлап алған. *** Телде ҡулланыу даирәһе киңәйһен өсөн “Хәҙерге глобалләшеү заманында балаға әсә теленең нескәлектәрен нисек өйрәтергә?” тигән һорау менән проект геройҙарының әсәйҙәренә мөрәжәғәт иттек. Эмилия ҒӘЗЕТДИНОВА, Өфө ҡалаһы: – Туған тел балаға бишек йыры, әсә һөтө менән һеңергә тейеш, шуға ла Айлин ҡыҙыбыҙ тыуғас, “Теласҡыс” үҙәген ойошторорға булдым. Унда атай-әсәйҙәр менән берлектә кескәйҙәр өсөн уйындар үткәрҙек, телмәр үҫеше өҫтөндә эшләнек, ғөмүмән, милли мөхит булдырырға тырыштыҡ. Тағы ла ҡыҙыбыҙҙы туған телдәге концерт һәм спектаклдәргә йөрөтәбеҙ, башҡорт гимназияһына уҡырға бирҙек. Розалия ЯХИНА, Сибай ҡалаһы: – Лилиана ҡыҙыбыҙҙың туған телде һәйбәт белеүендә тәрбиәсеһе Гөлшат Зыяитдин ҡыҙы Хасаеваның өлөшө ҙур, сөнки уны “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Бишек йыры” кеүек конкурстарҙа ҡатнашырға дәртләндереп тора. Башҡорт теле киләсәктә ғаилә теле генә булып ҡалмаһын өсөн, балаларға тәғәйенләнгән ошондай проекттар бик кәрәк. Улар телде ҡулланыу даирәһен киңәйтергә ярҙам итә. Розалия ХИСМӘТУЛЛИНА, Өфө ҡалаһы: – Биш балабыҙ ҙа башҡортса иркен аралаша. Рус теленә күсеп китмәһендәр өсөн телевизорҙан баш тарттыҡ. Ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы телдәре асылыу менән “Тамыр” телеканалының йыр студияһына йөрөтәбеҙ. Өйҙә лә, машинала китеп барғанда ла гел башҡортса радио, йырҙар тыңлайбыҙ, күмәкләп ҡушылып йырлайбыҙ. Балалар домофонға шылтыратһа: “Башҡортса йырлаһаң ғына асам”, – тип үҙҙәрен уйнатып алам. Был проектта туғыҙ йәшлек Әминә ҡыҙыбыҙ ҡатнашты. Ағай-апайҙары кеүек, ул да башҡорт гимназияһында уҡый. Луиза ХАММАТОВА, Ейәнсура районы, Юлдыбай ауылы: – Башҡа телдәр тормошобоҙға әүҙем үтеп ингән заманда телһөйәр бала тәрбиәләү ата-әсәләрҙән айырыуса ҙур тырышлыҡ талап итә. “Тел биҫтәһе” проекты һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторған башҡа саралар кескәй башҡорттарҙы тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам булып тора. Үҙ тәжрибәбеҙҙән сығып, шуны әйтә алам: “Урал батыр” эпосын ятлатыу баланың телен шымарта. Алты йәшлек Ғәзинур улыбыҙ 60 юлды яттан белә һәм бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Рәзилә ТАШТИМЕРОВА, Сибай ҡалаһы: – Бала туған теленең нескәлектәрен тойоп үҫһен өсөн уның менән тыуғас та шул телдә һөйләшергә кәрәк. Хәҙер әсә телен белгән балалар һаны ни өсөн кәмей? Башҡорт ауылдарында ла кескәйҙәрҙең теле русса йә инглизсә асыла, тип ниңә аптырайбыҙ? Сөнки ата-әсәләр балалар менән аралашмай, ә смартфон биреп әүрәтә. Мәҫәлән: “Бына, төймә эләбеҙ, уйнайбыҙ, бутҡа бешерәбеҙ”, – тип һәр эш, күренеш тураһында һөйләп барыу ҙа баланың телмәрен үҫтерә. Ул әле аңламай, тип уйларға ярамай. Әминә ҡыҙымдың алып барыусы биргән һорауҙарға мәҡәлдәр менән яуап ҡайтарған ишетеп һөйөндөм. Көн дә әкиәттәр һөйләүем юҡҡа булмаған икән. *** “Модаға әйләндерергә кәрәк” Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башланғысы менән йәнһүрәттәр, ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөлә, китаптар баҫыла, өҫтәл уйындары уйлап сығарыла, халыҡ-ара диктанттар уҙғарыла һәм башҡалар. Был проекттар Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәй башлағас та: "Башҡорт телен белеүҙе модаға әйләндерергә кәрәк", – тигәйне. Ошо ниәтенә тоғро ҡалып, ул башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса башланғыстарҙы иғтибар үҙәгендә тота, телде таратыу һәм һанлаштырыу сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле алып бара. – Беҙ башҡорт телен үҫтереүгә айырым иғтибар бүләбеҙ. Был эштә тел мәсьәләләренә битараф булмаған яҡташтарыбыҙҙың ҡатнашыуы ҡыуандыра. Туған телдә рәхәтләнеп һөйләшкән, уны яратҡан һәм шул һөйөүҙе башҡаларға ла еткерергә ынтылған әүҙем кешеләргә ярҙам итергә булдыҡ, – тип яҙҙы республика Башлығы былтыр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. *** Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырған иң сағыу проекттар: * башҡорт телен төрлө кимәлдә өйрәнеүселәр өсөн 14 мобиль ҡушымта барлыҡҡа килде, араларында "Әлләсе", "IQbalaBash", "Инофон Bash", "Bashword", "Эшлекле башҡорт теле" тигәндәре бар; * Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә башҡорт телен өйрәтеү курстарында биш мең самаһы кеше ҡатнашҡан; * Быйыл Өфөлә уҙған "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале һигеҙ мең кешене йәлеп иткән; * башҡортса һөйләшеүсе "Һомай" аҡыллы колонкаһы сығарылды; * https://bashkortsoft.ru онлайн-тәржемәсеһе булдырылды, уның менән 1 миллион самаһы кеше ҡулланған да инде; * Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған сайт та халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, уны бер йылда 500 меңдән ашыу кеше ҡараған; * башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән "вируслы" видеоларҙы 5 миллион кеше ҡараған; * Башҡорт теленән диктант халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Фотолар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондынан.