Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Милли музыканы күтәрәсәк егет ул...

Уға ата-әсәһе ҙур өмөттәр бағлап, яратҡан йырсыларының – Хәйҙәр Бигичевтың исемен ҡушҡан. Сәнғәткә хеҙмәт итере, сәхнә балҡытыр йырсы булыуы шул саҡта уҡ яҙмышына яҙылып ҡуйылғандыр, моғайын. Теле асылмаҫ борон уҡ йырларға маташҡан, сәхнәгә ынтылған малай егет ҡорона инеүгә хыялдары ла үҫә, маҡсаттары ла ҙурая.
Һүҙебеҙ – “Тамыр” йондоҙо, бик күп конкурстар лауреаты, хәҙер инде Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты Хәйҙәр ВӘЛИЕВ тураһында. Ижадының төп йүнәлеше – бала саҡтан күңеленә һеңдергән башҡорт һәм татар милли сәнғәт өлгөләрен ил, донъя кимәленә күтәреү.

– Хәйҙәр, һин бала саҡтан уҡ “Тамыр” телеканалы тапшырыуҙары, конкурстары аша танылыу яуланың. “Тамыр”ға килеү тарихы нисек булды?
– “Тамыр”ға килгәндә миңә дүрт йәш ине. Ул саҡта билдәлелек яулау тураһында уйланмайһың, ниндәйҙер хыялдар ҙа булмай – аңлы рәүештә, сәнғәт юлына киләм тигән уй юҡ ине. Һәләтем барлығы үҙен һиҙҙергәндер тим – атайым менән әсәйем кәңәшләшеп, мине телестудияға йөрөтөргә хәл иткәндәр. Беҙҙе “Тамыр”ҙа Сәлимә Исламова ҡаршы алды, бер аҙ һөйләшеп ултырҙыҡ. Шунан миңә йырлап күрһәтергә ҡуштылар. Инәлтеп торманым, “Бременские музыканты” йәнһүрәтенән “Ничего на свете лучше нету” йырын ярата инем, шуны йырлап ебәрҙем. Оҡшаттылар, шикелле, студияла даими шөғөлләнергә саҡырҙылар. Аллаға шөкөр, артабанғы тормошом “Тамыр” менән үтте – ҙур сәхнәгә сыҡтым, еңеүҙәр яуланым, ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарыным. Дүрт йәштә “Сулпылар” конкурсында ҡатнашып, тәүге еңеүҙе яуланым. Нур Дауытовтың “Көҙ йыры”н башҡарғаным ныҡ иҫтә ҡалды.
– Шулай уҡ һин “Тамыр” төшөргән сериалдарҙа, фильмдарҙа ла төштөң. Ә унда, йырлауҙан тыш, актерлыҡ һәләте лә кәрәк. Ниндәй режиссерҙар менән эшләргә тура килде? Ғөмүмән, камераға уйнау ауырмы?
– Әлбиттә, еңелдән түгел. Шулай ҙа беҙҙе “Тамыр”ҙа бала саҡтан камераға эшләргә өйрәттеләр. Йыш ҡына телетапшырыуҙа төшөргә тура килде. Ваҡыт үтеү менән мин уға өйрәнеп киттем, эш тип түгел, ә еңелсә ҡарай башланым – тора-бара камераны “күрмәҫкә” өйрәнәһең.
Ә фильмдарҙа ҡатнашыу ҡыҙыҡлы һәм яуаплы тәжрибә ул, сәхнәне һөнәр итеп алған һәр кемгә кәрәк. Профессиональ йәһәттән үҫеүҙә уның роле бик ҙур. Тәү сиратта “Бирешмә” сериалын билдәләп үтер инем. Унда режиссерыбыҙ Гөлсәсәк апай Игебаева беҙҙе үҫтереүгә, фильмдың уңышлы булыуына бик күп көс һалды. Ләйсән Солтанғолованың “Ҡарйондоҙ” фильмында уйнаным. Һәр режиссерҙың үҙ алымы бар. Әммә һәр береһе беҙҙе тиң күреп, шул уҡ ваҡытта бала икәнебеҙҙе иҫтә тот. “Тамыр” ойошторған концерттарҙа йыш ҡына Ләйсән Мәзитова беҙҙең менән эшләне. – Шул тиклем шаян һәм ихлас кеше. Ә Рөстәм ағай Атнабаев телетапшырыуҙарҙы төшөргәндә беҙҙең менән булды. Миңә хатта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев менән дә эшләргә тура килде. Һәр режиссер күңелгә ниндәйҙер осҡон, яңылыҡ һала. Артабанғы ижадта ул ярҙам итә.
– “Тамыр”ҙағы дуҫтарың менән хәҙер аралашаһығыҙмы? “Бирешмә” сериалынан һуң һеҙ йыш ҡына дүртәүләшеп сығыш яһай торғайнығыҙ...
– Бик йыш аралашабыҙ. Әлхәмдүллаһ, аралар алыҫ булһа ла, беҙ айырылмаҫ дүрт тағанға әүерелдек. Сериалға тиклем үк дуҫлыҡҡа нигеҙ һалынғайны, ә сериалда төшкәндән һуң ул нығынды ғына. Бер-беребеҙгә һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ, ижади яҡтан бигерәк тә. Былтыр Мәскәүҙә Гәлсәр Байғусҡарованың концерты булды, унан бер нисек тә ситтә ҡала алманым. Ә быйыл 13 апрелдә минең “Дуҫлыҡ” вокал ансамбленең концерты үтте – Гәлсәр тәүгеләрҙән булып тамашасылар залында ултыра ине. Гөлгөнә Баһауетдинова иһә ике концерттың да алып барыусыһы булды, махсус рәүештә шуның өсөн генә Өфө һынлы ерҙән килеп етә. Данир Ғимаҙиев та Гәлсәрҙең Өфөлә үткән концертына барып, теләктәшлек белдерҙе. Башҡалар менән дә бәйләнеш бар. Беҙҙе ижад ҡына түгел, ә ысын дуҫлыҡ бәйләй, сөнки бала саҡтан аралашып, бергә эшләп үҫтек бит. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың дәүләт симфоник оркестрында эшләүсе Шәүрә Әширбаева менән яҡын дуҫтарбыҙ. Азамат Ишемғужин менән йыш осрашып торабыҙ.
Тағы ла шуны әйтер инем, балалар менән генә түгел, ә “Тамыр”ҙа эшләгән апай-ағайҙар менән дә яҡын кешеләргә әйләндек. Өфөгә ҡайтҡанда мотлаҡ барып, күрешеп, сәй эсеп китәм. Гөлшат апай Юлмөхәмәтова – беҙҙең “Тамыр”ҙағы әсәйебеҙ. Ул балаларҙы ашатып, кейендереп, ҡурсып ҡына йөрөттө. Әле лә хәлдәрҙе белешеп тора, уңыштарыбыҙға һөйөнә. Етәксебеҙ Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринаға һоҡланыуым сикһеҙ – шундай көслө рухлы, бар ауырлыҡтарҙы ла еңә белгән, шул уҡ ваҡытта һөйкөмлө һәм яғымлы апай. “Тамыр” өсөн һанап бөтмәҫлек изге эштәр башҡара. Тәү сиратта балаларҙы уйлаған шәхес ул.
– Хәйҙәр, һинең атайың билдәле шәхес, опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы – Илһам Вәлиев. Сәнғәт юлынан китеүеңә уның йоғонтоһо булдымы?
– Ул минең өсөн һәр саҡ тырышлыҡтың, таланттың, профессионаллектең өлгөһө булып тора. Аллаһы Тәғәлә биргән талантын үҫтерер өсөн үҙен-үҙе йәлләмәй эшләй, шуға бөгөнгө уңыштарға өлгәште лә инде.
Беҙ сәнғәт, йыр-моң мөхитендә тәрбиәләндек. Әсәйем Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Беҙ барыбыҙ ҙа шул гимназияла уҡыныҡ. Махсус белеме булмаһа ла, әсәй сәнғәттең бар зауығын, нескәлектәрен белә, аңлай. Атайым менән бергә ул да беҙҙең күңелдә моңға һөйөү тәрбиәләне. Әммә, һин сәхнә кешеһе булырға тейешһең, тигән һүҙ бер ваҡытта ла булманы, үҙ юлыбыҙҙы үҙебеҙ һайланыҡ. Зөһрә апайым Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының вокал бүлеген тамамлап, бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хорында эшләй. Искәндәр ҡустым Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбенең гитара класында белем ала. Ә мин 9-сы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының хор-дирижерлыҡ бүлегенә уҡырға индем.
– Һине йырсыға уҡый икән тип уйлай инем, тимәк, һин – профессиональ дирижер?
– Эйе, һигеҙ йыл инде ошо йүнәлеш буйынса белем алам. Ә йырға килгәндә, йырларға яратам. Әммә атайым кеүек булдыра алмайым. Шуға ла һәр кем үҙ юлынан барырға тейеш тип уйлайым.
– Хәҙер һин Мәскәү ҡалаһында белем алаһың. Күңелең яңы бейеклектәргә ынтылдымы, әллә үҙаллы тормош ҡыҙыҡтырҙымы?
– Сәнғәт училищеһының 4-се курсында уҡығанда уҡытыусым Ләлә Үтәшева һәм әсәйем менән бергә Рәсәй музыка академияһы ойошторған Александр Юрлов исемендәге Халыҡ-ара хор дирижерҙары конкурсына барҙым. Финалға үттем, әммә лауреат булырға тура килмәне. Әммә бындай мәртәбәле конкурста ҡатнашыу ҙа финалға үтеү ҙә оло еңеүгә тиң. Бик күп талантлы йәштәр, билдәле шәхестәр менән таныштым. Унан ҡайтҡас, Мәскәүгә уҡырға барыу тураһында уйлана башланым. Ауырлыҡтар ҙа булды – һуңғы курста ковид пандемияһы башланып, уҡыу дистанцион форматҡа күсте. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, депрессияла йөрөп алдым. Ышаныс белдергән, ярҙам иткән уҡытыусыма, ғаиләмә рәхмәт – ауыр мәлде үткәреп ебәрҙем. 2020 йылдың йәйендә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһына уҡырға индем. Ул донъя кимәлендә абруй яулаған уҡыу йорто – иң яҡшы ижади вуздар исемлегендә тәүге унау араһына ингән. Иң һәләтле балаларҙы иң һәләтле уҡытыусылар уҡыта һәм иң яҡшы хор коллективы эшләй. Килгәнемә һис кенә лә үкенмәйем – Мәскәү ритмы оҡшай, конкуренция ла ҙур, ижади үҫеш көндән-көн көслөрәк.
– Мәскәүҙә төрлө милләт йәштәренә башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты өйрәтеп, сығыш яһанығыҙ. Ул һинең идея булдымы?
– Эйе. Беҙ дирижерлыҡ буйынса практика зачеты тапшырырға тейеш инек. Уйланып йөрөй торғас, төн уртаһында башҡорт халыҡ йырын хор менән башҡарырға тигән уй килде. Күршелә йәшәгән дуҫым – Сибай егете Азамат Әхмәтзадин уны күтәреп алды. Етәксебеҙ фатиха биргәс, мин Михаил Фоменков эшкәртеүендәге “Азамат” йырына туҡталдым. Өйрәнеү өсөн өс ай тирәһе ваҡыт үтте, иң ауыры, әлбиттә, тел өйрәнеү булды. Шулай ҙа маҡсатыбыҙға ирештек: Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән (Белоруссия, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Украина һәм башҡалар) килеп белем алған 40 студент берҙәм булып, беҙҙең йырҙы башҡарҙы. Бик матур һәм ихлас килеп сыҡты, хатта үҙ эшемдән бер ваҡытта ла ҡәнәғәт булмаған миңә лә оҡшаны (көлә – авт.). Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк – 3-сө куплетта милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурай яңғыраны. Музыкант Азамат Әхмәтзадинға, башҡорт сәнғәтен танытыу, башҡа халыҡтарға өйрәтеү мөмкинлеге биргән уҡытыусыларыма, йырларға теләк белдергән студенттарға рәхмәтлемен.
– Һин шулай уҡ былтыр “Дуҫлыҡ” ансамбленә нигеҙ һалып, күптән түгел тәүге концерт программаһы сығарҙың. Шул турала ла һөйләп үтһәң ине.
– 2022 йылда Башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен дирижерлау буйынса республика конкурсы үтте, һәм мин 2-се урынды яуланым. Сығыш яһау өсөн оҙаҡ ҡына ваҡыт Таһир Сәйфуллин исемендәге академик хор капеллаһы менән хеҙмәттәшлек итергә тура килде. Был тәжрибә бик оҡшаны, артабан ошо йүнәлештә эшләргә уйлай башлағайным, былтыр хыялымды тормошҡа ашырырға батырсылыҡ иттем. Илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәгәс, бер аҙ эшмәкәрлекте киңәйтеп, төрлө халыҡтарҙың милли музыкаһын популярлаштырырға булдым һәм репертуарға Рәсәй, БДБ илдәре халыҡтарының көйҙәрен алдыҡ. Беренсе сығыш сентябрҙә булды, ә апрелдә беҙ тәүге программаны әҙерләп, Татар мәҙәни үҙәгендә концерт ҡуйҙыҡ. Был – беҙҙең оҙайлы һәм тынғыһыҙ хеҙмәтебеҙ емеше. Концерт халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә Нур Дауытов ижад иткән “Берҙән-берем” йыры менән башланды. Шулай уҡ “Ете ҡыҙ” (тажик ҡыҙы Орзу Нуруоллаева эшкәртеүендә), “Азамат”, татар халыҡ йыры “Һыу буйлап”, тажик йыры “Хлопок” башҡарылды. Тағы ла рус, ҡаҙаҡ, украин һәм башҡа халыҡ йырҙары бар беҙҙең репертуарҙа. Концертыбыҙҙа илебеҙҙең баш ҡалаһында тупланған “Алтынай” башҡорт бейеү ансамбле лә ҡатнашты.
Йырсылар ҙа, музыканттар ҙа башлыса профессионалдар йәки музыка уҡыу йорттарында белем алып йөрөүсе студенттар. Уларға репетициялар һәм концерттар өсөн түләнә – йә бағыусылар ярҙам итә, йә үҙ кеҫәмдән сығарырға тура килә. Татар мәҙәни үҙәге беҙгә репетиция базаһы булдырҙы. Шулай уҡ форсаттан файҙаланып, Рәсәй Президенты ҡаршыһындағы тулы вәкәләтле вәкил урынбаҫарҙары Илшат Рәхмәтуллин (Башҡортостан) менән Эмиль Фәйзуллинға (Татарстан) һәм Татар мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәренә күрһәткән ярҙамдары өсөн оло рәхмәтемде еткергем килә. Уларҙың ярҙамы булмаһа, беҙгә бындай оло эште атҡарыуы бик ауыр булыр ине.
– Уҡыу, эшләүҙән тыш төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла өлгөрәһең, еңеүҙәр яулайһың. Юл сығымдарын кем түләй һәм репертуар нисек һайлана?
– Өфөлә саҡта эстрада конкурстарында күп ҡатнаша инем, хәҙер башлыса хор дирижерҙары өсөн махсус үткәрелгән бәйгеләр ҡыҙыҡһындыра. Тула, Чебоксар, Тамбов ҡалаларында үткән Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалдәрҙә – 1-се, Санкт-Петербургта ике тапҡыр 2-се урын яуланым. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр ҡатнашып, урын ала алмаған Александр Юрлов исемендәге Халыҡ-ара хор дирижерҙары конкурсында быйыл да ҡатнашып ҡараным һәм 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булдым.
Сығымдарға килгәндә, төрлөсә була. Үҙем дә түләйем, академия иҫәбенә лә йөрөгәнем булды. Әммә был осраҡта аҡса мөһим түгел. Конкурстарға беҙ тәжрибә уртаҡлашыу, башҡаларҙың эшен күреү, талантлы йәштәр менән танышыу өсөн йөрөйбөҙ. Әйтеп үтеүемсә, тап ошондай сараларҙан һуң миңә яңынан-яңы идеялар килә, илһамланып эшләй башлайым. Хатта урын алмаған осраҡта ла шатлыҡ хистәре кисерәм. Таланттар күп, миңә улар менән бер кимәлдә булыу өсөн тырышырға кәрәк икәнен аңлайым.
– Ижадтан тыш, ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙарың бар?
– Спортҡа ваҡытымды йәлләмәйем. Футбол, хоккей уйнайым. Дүрт йәшемдә үк конькиҙа шыуа белә инем, алты йәшем тулғас, үҙ теләгем менән “Салауат Юлаев” клубының олимпия резервындағы махсуслашҡан балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбендә шөғөлләнә башланым. Дүрт йылдан һуң ваҡыт етмәй башланы. Сәнғәттә мөмкинлектәрем ҙурыраҡ икәнен аңлап, спорттан киттем. Бөтөнләй ташланым тип әйтмәйем, хәҙер ҙә боҙға сығам. Тренер Ренат Хәкимов етәкләгән “Аврора” командаһы менән баш ҡаланың Киров районы беренселегендә еңеү яуланыҡ. Ауылға ҡайтҡан арала Саҡмағош районының (атайымдың тыуған яғы) “Осҡон” командаһы менән кубок яуланыҡ.
– Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙың бармы? Әллә тәү сиратта карьера эшләргә маҡсат ҡуйғанһыңмы?
– Юҡ, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты булырға тейеш. Ғаилә карьераға ҡамасауламай тип иҫәпләйем. Яратҡан ҡыҙым бар, һәм ул һайлаған һөнәремдең үҙенсәлекле булыуын белә, аңлай, бар яҡтан ярҙам итергә тырыша. Исемен әлегә әйтмәй торам, кәләш итеп алғас белерһегеҙ.
– Һин шулай уҡ эстрада йырсыһы булараҡ танылыу яулаған егет. Шоу-бизнестан ситләшергә уйың юҡтыр ул?
– Минең хәҙерге төп маҡсатым – йәштәрҙе академик музыкаға ылыҡтырыу. Кеше бар яҡтан да үҫешергә тейеш. Гел генә эстрада тыңларға тимәгән, беҙҙең сәнғәттә лә бынамын тигән классик өлгөләр бар. Уны беҙҙең быуын да, киләсәк тә оноторға, юғалтырға тейеш түгел. Шуға ла мин ошо юлды һайланым.
Ә эстрадаға килгәндә, шәхсән үҙем уға тәнҡит менән ҡарайым. Матур, талантлы йырсылар бар, әлбиттә, әммә күпселек йырҙар бер мотивта, йырсылар игеҙәк кеүек бер-береһен ҡабатлай. Зөһрә Сәхәбиева, Фәриҙә Ҡудашевалар ҙа эстрада йырҙары йырлаған, әммә уларҙың башҡарыуында улар классик кимәлгә күтәрелгән. Миңә шундай эстрада яҡын.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Хәйҙәр!



Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.