Бөгөн төндә Бөрйән районының Мәндәғол ауылы янында Ағиҙел йылғаһы буйлап ағып барғанда көслө ағым сәбәпле ете кеше тейәлгән катамаран түңкәрелә. Кешеләр һыуҙа ҡала. Уларҙы эҙләүгә ике кеше үҙаллы моторлы кәмәлә йүнәлә, әммә эҙләүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Шунан эшкә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ҡушыла. Бәхеткә күрә, катамаранда булғандарҙың барыһы ла ҡотҡарыу жилеттарында ярға үҙаллы йөҙөп сыға һәм яҡындағы ауылға барып етә. Бөтә туристарҙы табиптар ҡарай. Алты кеше ебәрелә, бер ҡатын иһә Бөрйән үҙәк район дауаханаһына ебәрелә, хәле тотороҡло. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә: республика биләмәһендә йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелеүгә һәм һыуһаҡлағыстарҙы асыуға бәйле һыу маршруттарына сығыуҙы сикләргә кәңәш ителә. Бындай ялдың фажиғәле тамамланыуы ихтимал! Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы архивынан.