Учалы районының Үҙәк район моделле китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған “Ғаилә – минең Йыһаным” исемле тематик сәғәт ойошторолдо. Балалар христиандарҙың изге Петр һәм Феврония байрамының тарихын, уны байрам итеү йолаларын белде, ҡыҙыҡлы тарихи факттар һәм символдар менән танышты. Сарала ҡатнашыусылар һәр кем быуындан быуынға тапшырыла килгән ғаиләһенең тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән уртаҡлашты. “Белем” Рәсәй йәмғиәтенең “Белем. Кино” Бөтә Рәсәй мәғариф проекты сиктәрендә “Өс ҡояш” фильмы күрһәтелде. Документаль фильм тирә-йүндәгеләрҙе изгелеккә һәм хөрмәткә өйрәтә, сыуаш легендалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыра, ғаилә ҡиммәттәренең мөһим булыуын иҫкә төшөрә. Балалар фильмды тулҡынланып ҡараны, малайҙың ҡылығын һәм тәртибен баһаланы. Балаларҙың фекерҙәре төрлө, әммә бик ҡыҙыҡлы булды: “Тарихты белмәйенсә, киләсәк булмаясаҡ”, - тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Радмир. Анастасия исемле ҡыҙ үҙенең ҡ