Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Был аҙымыма үкенмәйем"

Махсус хәрби операция биләмәһендәге бер төркөм яугирҙәр ике аҙналыҡ ялға ҡайтты. Улар араһында оҙаҡ йылдар "Юлдаш” радиоһында эшләгән, әле махсус хәрби операция биләмәһендә булған Бәйтулла Фәтҡуллин да бар. Ул үҙенең яратҡан коллективы менән осрашып та өлгөргән. Бәйтулла Фәтҡуллин 30 йылға яҡын журналистика өлкәһендә эшләй: “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия”, “Атайсал” тапшырыуҙарын алып барҙа, сәйәси күҙәтеүсе була. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Былтыр декабрь айында иһә үҙ теләге менән илдең Ҡораллы көстәре сафына баҫып, алғы һыҙыҡҡа юлланырға ҡарар итә. "Мин, журналист булараҡ, 2022 йылдың июнендә Луганскиҙа булғайным. Гуманитар ылау менән барғайныҡ. Шул ваҡытта уҡ ундағы ваҡиғаларҙы күрҙем. Әлбиттә, беҙ тәрән тылда булдыҡ, әммә унда ла һуғыш барғаны күренә ине. Шул ваҡытта уҡ миндә “барырға ине” тигән теләк уянғайны, ләкин хәл ителмәй килде. Һуңғы ваҡытта уйлап йөрөй торғас, шундай ҡарарға килдем һәм уны башта коллективҡа, һуңынан ғаиләмә еткерҙем.

Махсус хәрби операция биләмәһендәге бер төркөм яугирҙәр ике аҙналыҡ ялға ҡайтты. Улар араһында оҙаҡ йылдар "Юлдаш” радиоһында эшләгән, әле махсус хәрби операция биләмәһендә булған Бәйтулла Фәтҡуллин да бар. Ул үҙенең яратҡан коллективы менән осрашып та өлгөргән. Бәйтулла Фәтҡуллин 30 йылға яҡын журналистика өлкәһендә эшләй: “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия”, “Атайсал” тапшырыуҙарын алып барҙа, сәйәси күҙәтеүсе була. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Былтыр декабрь айында иһә үҙ теләге менән илдең Ҡораллы көстәре сафына баҫып, алғы һыҙыҡҡа юлланырға ҡарар итә. "Мин, журналист булараҡ, 2022 йылдың июнендә Луганскиҙа булғайным. Гуманитар ылау менән барғайныҡ. Шул ваҡытта уҡ ундағы ваҡиғаларҙы күрҙем. Әлбиттә, беҙ тәрән тылда булдыҡ, әммә унда ла һуғыш барғаны күренә ине. Шул ваҡытта уҡ миндә “барырға ине” тигән теләк уянғайны, ләкин хәл ителмәй килде. Һуңғы ваҡытта уйлап йөрөй торғас, шундай ҡарарға килдем һәм уны башта коллективҡа, һуңынан ғаиләмә еткерҙем. Аңланы барыһы ла. Алла бирһә, еңеп ҡайтырбыҙ тигән ҙур ышаныс менән МХО-ға юлланғайным, был аҙымыма үкенмәйем. Ир-егет Тыуған илен һаҡларға тейеш, тиҙҙән оло Еңеү менән тыуған яҡтарыбыҙға, ғаиләбеҙгә ҡайтырбыҙ, беҙ быға ныҡ ышанабыҙ. Әммә эшемде ныҡ яратам, уны һағынам, ҡайһы саҡта төштәремә лә ҡулыма микрофон тотоп интервью алған, эфирға сыҡҡан мәлдәр керә", - ти Бәйтулла Шәрифулла улы. "Юлдаш"тың шәп радиожурналисына ялдарын файҙалы, матур үткәреүен һәм яратҡан эшенә, уның тауышын ишетергә теләгән меңдәрсә радио тыңлаусылар янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында Телеграмда табырға мөмкин.Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар, түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: "Юлдаш".