Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бишбүләк – туризм өсөн шәп төбәк!

Бишбүләк районында “Бишбалыҡ” фестивален уҙғарыу традицияға әйләнде һәм ул райондың бренд сараһы булып тора. Быйыл да ул 11-13 июлдә район биләмәһендә барҙы. Уның сиктәрендә Дим йылғаһы буйлап кәмәлә ағыу, “Бишбүләктең ете мөғжизәһе” маршруты буйынса сәфәр, Сиҙәкбаш ауылы быуаһында балыҡсылар өсөн конкурс, Бишбүләк ауылында пляж волейболы ярышы үтте. Бөгөн “Муниципаль-ара турист кластерын булдырыу” темаһына арналған стратегия сессияһы был тармаҡта эшләүселәр алдына яңы маҡсаттар ҡуйҙы. Унда башҡа райондарҙан дә белгестәр ҡатнашты. Киске программа ла бик бай. Концерт, ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе, “Һыу аҫты батшалығы” темаһына һүрәттәр конкурсы, милли ихаталар байрамы, ҡул эше оҫталарының күргәҙмәһе, күркәм ғаиләләрҙе тәбрикләү – былар барыһы ла фестиваль сиктәрендә ойошторолдо. Был саралар Бишбүләктә туризмға иғтибарҙың йылдан-йыл артыуын сағылдыра. Туристарҙы йәлеп итерлек тәбиғәт ҡомартҡылары ла был тарафта байтаҡ. Үткән йыл Бишбүләк районы өсөн туризм үҫеше йәһәтенән айырыуса үҙенс

Бишбүләк районында “Бишбалыҡ” фестивален уҙғарыу традицияға әйләнде һәм ул райондың бренд сараһы булып тора. Быйыл да ул 11-13 июлдә район биләмәһендә барҙы. Уның сиктәрендә Дим йылғаһы буйлап кәмәлә ағыу, “Бишбүләктең ете мөғжизәһе” маршруты буйынса сәфәр, Сиҙәкбаш ауылы быуаһында балыҡсылар өсөн конкурс, Бишбүләк ауылында пляж волейболы ярышы үтте. Бөгөн “Муниципаль-ара турист кластерын булдырыу” темаһына арналған стратегия сессияһы был тармаҡта эшләүселәр алдына яңы маҡсаттар ҡуйҙы. Унда башҡа райондарҙан дә белгестәр ҡатнашты. Киске программа ла бик бай. Концерт, ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе, “Һыу аҫты батшалығы” темаһына һүрәттәр конкурсы, милли ихаталар байрамы, ҡул эше оҫталарының күргәҙмәһе, күркәм ғаиләләрҙе тәбрикләү – былар барыһы ла фестиваль сиктәрендә ойошторолдо. Был саралар Бишбүләктә туризмға иғтибарҙың йылдан-йыл артыуын сағылдыра. Туристарҙы йәлеп итерлек тәбиғәт ҡомартҡылары ла был тарафта байтаҡ. Үткән йыл Бишбүләк районы өсөн туризм үҫеше йәһәтенән айырыуса үҙенсәлекле булған. Иң элек туристарға юлдарҙа уңайлы булһын өсөн урындағы һәм муниципаль-ара юлдарҙа 13 иҫтәлекле урындарға туристик йүнәлеш күрһәткән 52 билдә ҡуйылған. Бишбүләк районына кергән урында ла иҫтәлекле урындарҙы билдәләгән банер урынлаштырылған. – Үткән йылда “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса районға республикабыҙҙан 650 кеше килде. Ошо уҡ программа буйынса 213 кеше төрлө туристик маршруттар буйынса сыҡты, шул иҫәптән 209-ы Башҡортостан буйынса, икәүһе Беларусь Республикаһына, икәүһе Абхазияға һәм Сочи ҡалаһына. Быйыл да был программа әүҙем эшләй. “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” буйынса быйыл районға Башҡортостандан 380 кеше килде. Былтыр июль айында “Бишбалыҡ” гастрономия фестивале барышында “Уралтуристик” турист агентлығы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү ҙә был йүнәлеште үҫтереүгә юл асты. Бишбүләктә туристарҙы йәлеп итерлек урындар аҙ түгел. Шәхси эшҡыуар Ғәзиз Сираев тарафынан “Бишбүләктең биш бүләге” тигән турист маршруты әҙерләнде. Йыл һайын йәйге миҙгелдә балалар һәм ололар өсөн Дим йылғаһы буйлап кәмәлә ағыу ойошторола. “Вектор” йәштәр үҙәге, шәхси эшҡыуарҙар Ғәзиз Сираев, Илүзә Кәлимуллина менән берлектә “Бишбүләк районының ете мөғжизәһе” тигән сплав маршруты ла танылыу ала, – тип һөйләне район хакимиәте башлығының инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса урынбаҫары Айрат Моратшин. Районда туристарҙы ҡыҙыҡһындырған урындар күп. Сиҙәкбаш, Бишбүләк һәм Чегодаево ауылдарындағы Екатерина күперҙәре - был төбәктең иң ҡыҙыҡлы урындарының береһе. Боронғо архитектура объектына 200 йылдан ашыу. Был күперҙәр йылғалар тармаҡланған урында төҙөлгән. Улар таш колонналарҙан һәм балкаларҙан тора. Бишбүләк районында бер нисә Екатерина күпере бар. Иң матурҙарының береһе Сиҙәкбаш ауылындағы 1778 йылда төҙөлгән күпер - ысын мәғәнәһенә архитектура ҡомартҡыһы. Уның оҙонлоғо 200 метрҙан артып китә, колонналарҙың бейеклеге - яҡынса дүрт метр тирәһе. “Бишбүләк” дәүләт заказнигы ла туристарҙы үҙенә тартып тора. Ул 1991 йылда булдырылған һәм Мәнәүез йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Был ерҙәрҙе һирәк осрай торған йәнлектәр үҙ иткән. Бында йәйәүлеләр өсөн уңайлы маршруттар һуҙылған, хайуандарҙы күҙәтеү өсөн махсус майҙансыҡтар булдырылған. Юғалыу сигендә булған хайуандар, үҫемлектәр – был ерҙәрҙең үҙенсәлеген билдәләй. Уҫаҡкисеү ауылында урынлашҡан Шарлама шарлауығы ла илдең төрлө төбәктәренән туристарҙы ылыҡтыра. Шарлауыҡтың бейеклеге - яҡынса 10 метр, киңлеге биш метрға етә. Һыу текә ҡаянан шыма ғына ташҡа килеп төшә. Әллә ни ҙур булмаһа ла, матурлығы менән үҙенә арбай был урын. Яңы Бикташ ауылында Ҡөҙрәтле тал да - район күрке. Ул иң ҙур ағастарҙың береһе. Уның йәше 300 йылдан артып китә, бейеклеге 20 метрҙан күберәк, диаметры - 2,55 метр. Ағас тау буйында шишмә буйында үҫеп ултыра. Каменка ауылындағы изге сығанаҡ – туристарҙы үҙенең тарихы һәм урыны менән ҡыҙыҡһындыра. Ул Татарстан менән сик буйынан йыраҡ түгел урынлашҡан. Шишмәнең һыуы таҙа һәм шифалы тип һанала. Ҡош-Йылға ауылындағы Монах Иоанн шишмәһен дә изге урын тип әйтәләр. Йыл һайын изге һыу алырға килгән күп туристарҙы ҡабул итә ул.Ҡаялар, урмандар уратып алған шишмә һоҡланғыс урында урынлашҡан. Уның һыуы тәбиғи сығанаҡ һәм минерал һәм микроэлементтарға бай. Урындағы халыҡ уның һыуын шифалы һәм күп сирҙәрҙән дауа тигән фекерҙә. Легендалар буйынса, был шишмәне монах Иоанн асыҡлаған. Ул ошо ерҙәрҙә яңғыҙы оҙаҡ йылдар йәшәгән була. Набережный ауылы эргәһендә Дим буйында урынлашҡан Көкөртлө-водородлы сығанаҡтың да үҙ йәме бар.Ҡеүәтле көкөртлө-водород сыҡҡан урын карст воронкаһын кәүҙәләндерә, уның ҙурлығы 3-кә 4 метрға тиң, тәрәнлеге алты метрға етә. Ул хатта ҡышҡы ҡаты һалҡындарҙа ла туңмай. Сығанаҡтағы һыу бик таҙа. Һыуҙың температураһы йәйен +10 градус, ҡышын, +4 градус тәшкил итә. Бишбүләк районында туризмды үҫтереү өсөн шарттар бар. Туристарҙы урынлаштырыуға алты ҡунаҡхана эшләй. Шулай уҡ Томаш ял базаһында Ҡунаҡ йорто ҡабул итә. Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәге үҙенсәлекле тәбиғәт һәм архитектура ҡомартҡыларына бай. Һәр ҡайһыһының үҙ тарихы, үҙ матурлығы. Бары тик уларҙың ҡәҙерен белергә, ғорурланырға, балаларыбыҙға күрһәтергә кәрәк. Башҡортостанда туризм үҫеше өсөн шарртар киң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика етәксеһе булараҡ эш башлаған осоронда төбәктә эске туризм үҫешенең көрсөк хәлендә булыуын билдәләгәйне. Проблеманы ул инфраструктураның тейешле кимәлдә булмауы менән аңлатты. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым ташламалары һәм административ ярҙам системаһын булдырырға ҡарар ителде. Тәүҙә пандемия, хәҙер махсус хәрби операция барышында киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә финанс бүлеүҙә ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, туризм өҫтөнлөклө булып ҡала. Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған "Башҡортостанда оҙон ғүмер", "Мәктәп туризмы", "Сәнәғәт туризмы" программалары республикала туризм үҫешен дәлилләй. Һөҙәмтәлә Башҡортостанға туристар ағымының артыуы күҙәтелә. Турист инфрастуктураһын үҫтереү иҫәбенә артабанғы позитив динамиканы тәьмин итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатта 1,5 миллиард һумға яҡын федераль аҡса йәлеп ителгән. Республикала туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлыҡтар арттырыла. Республика Башлығы "Инвестиция сәғәттәре" барышында шәхсән үҙе проекттарҙы ҡарай һәм уларға ярҙам итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул итә. Туризмды үҫтереү һөҙөмтәһендә халыҡҡа эш урындары барлыҡҡа килә, республиканың киләсәгенә инвестициялар һалына. Турист хеҙмәттәре һәм инфраструктура сифаты күтәрелеүе төбәккә аҡса йәлеп итеүгә лә йоғонто яһай. Фотолар: Бишбүләк районы хакимиәтенән алынды.