Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Әйтмәгән һүҙҙе әйтте тимәһендәр ине ул...

Был аҙнала иғтибар үҙәгендә ниндәй темалар булды? Дөрөҫлөктө яҡлаусы телеграм-каналдар һәр ваҡыттағыса барлыҡ алдаҡ мәғлүмәтте дөрөҫкә сығарҙы. Был эштә ҙур әүҙемлекте “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы күрһәтә. Бына улар асыҡлаған мәғлүмәттәрҙең ҡайһы берҙәре. Аҙна башында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына яла яғыу башланды. Имеш, улар аҡсаны бушҡа сарыф иткән. Был турала “Пруфы” баҫмаһыныъ каналы яҙҙы. Йәнәһе, ведомство әле һаман дауаханаларға килеп етмәгән ҡорамалдар өсөн 400 мең һуң артыҡ аҡса түләгән. Ысынбарлыҡ ниндәй? 2023 йылда республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ысынлап та тейешле компаниянан ҡорамалдар һәм тотона торған материалдар һатып алды. Әммә Европа союзының санкция сәйәсәте арҡаһында медицина учреждениеларына уларҙы һаман килтермәгәндәр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, һатып алыу 44-се Федераль законға ярашлы уҙғарылған, хоҡуҡ боҙоуҙар юҡ. Дәүләт килешеүе 2023 йылдың дүртенсе кварталында төҙөлгән, әммә ҡорамалдар өлөшләтә генә ҡайтарылға

Был аҙнала иғтибар үҙәгендә ниндәй темалар булды? Дөрөҫлөктө яҡлаусы телеграм-каналдар һәр ваҡыттағыса барлыҡ алдаҡ мәғлүмәтте дөрөҫкә сығарҙы. Был эштә ҙур әүҙемлекте “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы күрһәтә. Бына улар асыҡлаған мәғлүмәттәрҙең ҡайһы берҙәре. Аҙна башында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына яла яғыу башланды. Имеш, улар аҡсаны бушҡа сарыф иткән. Был турала “Пруфы” баҫмаһыныъ каналы яҙҙы. Йәнәһе, ведомство әле һаман дауаханаларға килеп етмәгән ҡорамалдар өсөн 400 мең һуң артыҡ аҡса түләгән. Ысынбарлыҡ ниндәй? 2023 йылда республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ысынлап та тейешле компаниянан ҡорамалдар һәм тотона торған материалдар һатып алды. Әммә Европа союзының санкция сәйәсәте арҡаһында медицина учреждениеларына уларҙы һаман килтермәгәндәр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, һатып алыу 44-се Федераль законға ярашлы уҙғарылған, хоҡуҡ боҙоуҙар юҡ. Дәүләт килешеүе 2023 йылдың дүртенсе кварталында төҙөлгән, әммә ҡорамалдар өлөшләтә генә ҡайтарылған. Тәьмин итеүсе менән бөгөнгө көндә пациенттарҙы тәьмин итеү һәм һатып алыу һөҙөмтәләренә өлгәшеү өсөн дәғүә эше алып барыла, тип билдәләнеләр ведомствола. Уҙған аҙнала республикала ғына түгел, ә бөтә илгә шаулаған яңылыҡ дини кейемгә арналды. Башҡортостандың ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында һәм телеграм-каналдарында республиканың баш мөфтөйө һәм никаб кейеү менән бәйле буталсыҡлыҡ барлыҡҡа килде. Ҡайһы бер журналистар уның дини кейем кейеүгә ҡарата фекерен аңламаған һәм дөрөҫ булмаған мәғлүмәт баҫып сығарған. Мәҫәлән, “Пруфы” үҙенең каналында, Айнур Бирғәлин никибтар кейеү тураһындағы закон проектына ҡаршы, тип яҙа. Әммә мөфтөй был һүҙҙәрҙе әйтмәгән. Шуға ярашлы, юрый мәғлүмәтте боҙоп күрһәтеү бара. Айнур Бирғәлин киреһенсә никаб йөрөтөүгә юл ҡуймауҙы хуплай һәм Дағстан мөфтиәтенең уларҙы тыйыу тураһында ҡарары менән тулыһынса килешә. Бирғәлин быны “беҙҙең халыҡтар өсөн хас булмаған кейем” тип иҫәпләй. – Мин Дағстандың никибтарҙы тыйыу тураһында башланғысын хуплауым хаҡында әйткәйнем инде. Ғөмүмән, никабтарҙың имиджы кире, ә халыҡтарыбыҙ өсөн ул ғәҙәти булмаған, традицион булмаған кейем. Ислам ғалимдары, никиб – мотлаҡ түгел, тигән фекер менән килешә. Ә нимә мотлаҡ – ул башын, ҡулдарын, аяҡтарын ҡаплаған хиджаб. Мин шул хаҡта әйттем дә. Закон проектын эшләп бөтөрөргә кәрәк, тинем мин. Эйе, беҙгә бер ниндәй ҙә никабтар кәрәкмәй, был турала барлыҡ мөфтөйҙәр әйтте, – тине ул. Уның 9 июлдәге был туралағы посын уҡырға була. Һөҙөмтә, аныҡ – Бирғәлин бер ниндәй никабтарҙы ла хупламай һәм уларға ҡаршы сыға, сөнки кейемдең был элементы беҙҙең мәҙәниәткә ят, әммә мөфтөйгә дини кейемде тулыһынса тыйыу идеяһы оҡшамай. Тап ошо бәхәстәр тыуҙырыуы мөмкин. Шуға күрә дини лидер компромистар табырға һәм ксенофобия үҫешенә сәбәптәр эҙләмәҫкә тәҡдим итә. Ошо көндәрҙә Евразия күсмә цивилизациялар музейына Ғосман Ҡөрьәне һәм Остромиров Евангелияһы күсермәләре тапшырылды. Әммә урындағы киң мәғлүмәт саралары тантаналы хәбәрҙе бысратыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманы. Остромиров Евангелиеһы – уникаль китап түгел, ә “Авито” ла һатып алып булған ҡәҙимге күсермә, тип раҫлайҙар. Ысыны нисек? Остромиров Евангелиеһы – Киев Русенең ХI быуат уртаһында яҙылған боронғо пергамент ҡулъяҙма китабы. Мең йылға яҡын тарихы булған рус телендәге иҫке славян теленең ҡиммәтле ҡомартҡыһы 1806 йылдан Санкт-Петербургта Рәсәй милли китапханаһында һаҡлана һәм 1988 йылда Русь Крещениеһының мең йыллығы уңайынан нәшер ителә. Евразия музейына үҙенсәлекле баҫманың идеаль күсермәһе тапшырылды. Уларҙың күбеһе ил музейҙарында һәм төп китапханаларында, мәҫәлән, Дәүләт тарих музейында һаҡлана. Политолог, философия фәндәре кандидаты Сергей Семенов баҫманың үҙенсәлеге символизмда булыуын билдәләй. Ысынлап та, китапты тапшырыуҙың маҡсаты ҡиммәтле бүләк менән маҡтаныуҙа түгел, ә Башҡортостанда электән төрлө дин вәкилдәренең дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәү урыны булып ҡалыуын күрһәтеү ине. Тарихҡа сумырға һәм музейҙың концепцияһы тураһында тулыраҡ белергә теләгәндәр өсөн “Көс урыны” фильмын ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Телеграмм-каналдарҙың береһе авторҙары фекеренсә, Радий Хәбиров Михаил Мишустинды “Иннопром-2024” сәнәғәт күргәҙмәһендә алдаған. Имеш, премьер-министрға тәҡдим ителгән беҙҙең пилотһыҙ осоу аппараты бөтөнләй Башҡортостандыҡы түгел, ә ҡытайҙың DJI Agras T3 аппараты. Коллегалар, Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары етештерелә, тип бер кем дә әйтмәне. Хөкүмәт Рәйесенә күрһәтелгән стендта Башҡортостанда етештерелгән двигателдәрҙә пилотһыҙ осоу аппараттары ҡуйылған. Тимәк, республика лайыҡлы рәүештә БПЛА өсөн электр двигателдәре етештереү буйынса илдәге иң ҙур завод менән маҡтана ала. Видеояҙмалағы дрондарҙа “Өфө двигателдәрендә” тигән яҙыулы табличканы күрергә мөмкин. Радий Хәбировты икенсе тапҡыр ялғанда ғәйепләр алдынан күреү һәләтен тикшерегеҙ. Ер аҫтындағы һыу үткәргестең ағып сығыуын бөтөрөү менән бәйле, “Өфө һыу каналы” ваҡытлыса Затонда, “Ҡарағай” һәм “8 март” торлаҡ комплекстарында һәм 8 март ҡасабаһындағы йорттарҙа һыу биреүҙе туҡтатҡан. “Мксет”тәге хеҙмәттәштәр төшөнкөлөккә бирелеп, эҫе көндәрҙә 23 000 кешенең һыуһыҙ ҡалыуы мөмкин, тип яр һала һалды. Улар ҡала хеҙмәттәренең ремонт ваҡытында халыҡты һыу менән тәьмин итә алыуына шикләнде. Ғауға бушҡа булды. Беренсенән, алдан хәбәр ителгәнсә, һыу 12 сығыткә генә һүндерелгән. Икенсенән, “Өфө һыу каналы” һәм Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы сайттарында күрһәтелгән адрестар буйынса һыу ташыу ойошторолдо. Урындағы халыҡ та быны раҫлай. – Көндөҙгө сәғәт 12-нән һуң беҙҙә һыуҙы һүндерҙеләр. Эҫе лә, һыуыҡ та һыу булманы. Әммә йорт эргәһендә һыу ташыусы торҙо, кәрәк булһа, алырға мөмкин ине. Миңә улар икәү генә булған кеүек тойолдо. Һыу төнгө 12-нән һуң бирелде. Әллә ни ауырлыҡ булманы, – тигән 8 март торлаҡ комплексында йәшәгән Әлиә Бикбулатова. Эйе, эҫе көндә һыуһыҙ ҡалыу еңел түгел. Тик көтөлмәгән хәлдәр булып тора. Уларҙы юҡ итеү өсөн әҙерәк ваҡыт һәм түҙемлек кенә кәрәк. “Башкирский гамбит” телеграм-каналы һәр саҡтағыса сәйәси ваҡиғаларға иғтибар итте. Улар Башҡортостан Башлығын һайлау кампанияһының сираттағы этабы тураһында яҙҙы. Сәйәси партиялар тәҡдим иткән бөтә биш кандидат та теркәлеү өсөн кәрәкле документтарын тапшырған. Улар – “Берҙәм Рәсәй”ҙән Радий Хәбиров, КПРФ-тан Артур Шәйнуров, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев, “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – дөрөҫлөк өсөн” партияһынан Владимир Нагорный, “Яңы кешеләр” партияһынан Илшат Тимерйәнов. Улар муниципаль депутаттарҙың ҡултамғалары менән хуплау ҡағыҙҙары, сенаторлыҡҡатәҡдим ителгән кешеләр тураһында мәғлүмәттәр, беренсе финанс отчеты һәм сит ил банктарында иҫәптәр һәм средстволар булмауы тураһында белдереү ҡағыҙҙары тапшырҙы. Уҡыусыларыбыҙ өсөн махсус рәүештә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған кандидаттарҙың беренсе документтарына анализ яһағандар. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт “Башкирский гамбит” телеграм-каналында. “Уфимский визионер” телеграм-каналы был аҙнала сит илдәрҙәге сәйәси хәлдәргә иғтибар итте. Улар Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты деканы А. Сушенцовтың Трамптың Америкалағы һайлауҙа еңгән осраҡта Украинаға ҡарата сәйәсәтенә айнытҡыс ҡарашын аңлатты. Украина американдар өсөн ҡиммәтле активҡа әүерелде, улар бер нимәгә ҡарамай инвестициялауын дауам итә. Трамп Рәсәйҙең милли мәнфәғәттәрен нығыраҡ хөрмәт итә тигән фекер – бер ҡатлы. Трамптың Украинала конфликтты тәүлек эсендә бөтөрөү мөмкинлеге тураһындағы ҡаты белдереүе – популизм һәм асыҡ ялған, сөнки бер инвестор ҙа алдан хәүеф-хәтәрҙе иҫәпләмәйенсә аҡса һалмай, һәм бер кем дә уны юғалтырға теләмәйәсәк. Америка Ҡушма Штаттары - бик уйлап эш итеүсе инвестор. Ниһайәт, Рәсәйгә асыҡтан-асыҡ дошман булыуҙарына ҡарамаҫтан, Байден менән демократтарҙың алдағы аҙымдары билдәле ине. Тимәк, махсус хәрби операцияның тиҙ генә тамамланыуына ышанырға кәрәкмәй. Әйткәндәй, канал кисә Трампҡа атыуҙарына ла иғтибар итмәй ҡалманы.