Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Таҙа, яҡты, уңайлы – ҡарауы ҡыуаныслы

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәрен, ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә, подъездарҙы ремонтлауға һәм күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүгә ҙур иғтибар бүленә. Барлыҡ төҙөкләндереү проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуға йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелә. Ауыл һәм ҡалаларҙа төҙөкләндерелергә тейешле объекттарҙы һайлап алғанда халыҡ фекере иҫәпкә алына. Проекттарҙы тикшергәндә уларҙың функциональ йөкмәткеһе лә ҡарала. Һуңынан проектлаусылар эшкә тотона, улар арҡаһында һәр биләмә үҙенсәлекле төҫ ала. Апрель башында Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2023 йыл өсөн ҡала мөхите сифаты индексын иҫәпләү һөҙөмтәләрен иғлан иткәйне. Әлеге рейтингка ярашлы, Башҡортостанда 21 ҡаланың 17-һе йәшәү өсөн уңайлы тип танылған. Тәҡдим ителгән бөтә ҡалалар ҙа үҙ позицияларын яҡшыртып, 2022 йыл менән сағыштырғанда күберәк балл йыйған. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былай тине: “Мин һәр ваҡыт кешенең кәйефе нисек барлыҡҡа килеүе тураһында әйтәм. Ул иртән тора ла бысраҡ подъезға сыға, һуңынан тубыҡҡа тиклем батҡаҡ ятҡан ихатаға барып эләгә. Аңлашылып тора – кәйефе булмай. Ә бына таҙа, яҡтыртылған, стеналары сәскәлә булған подъезға сыҡһа – бөтөнләй башҡа хәл. Беҙгә уңайлы мөхит булдырырға кәрәк”. Республика Башлығы тәҡдиме менән 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы эшләй башланы. Уның сиктәрендә 3,5 миллиард һумға яҡынса 8,2 мең подъезды яңыртҡандар. Дөйөм алғанда, 4 меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелде. 2,7 меңдән ашыу лифтты алмаштырған. Был алдағы биш йыллыҡ кимәленән 2,5 тапҡырға күберәк. Был маҡсаттарға йәмғеһе 22 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Ремонт эштәре республика һәм муниципаль бюджет аҡсаһы иҫәбенә алып барыла. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр үҙ аҡсаһын һалмай. Ағымдағы йылда был программаны ғәмәлгә ашырыуға 108 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән БР бюджетынан - 97,0 миллион һум. Биш муниципалитетта: Өфө ҡалаһы, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарында урынлашҡан 38 күп фатирлы йорттағы 117 подъезды ремонтлау ҡаралған. Радий Хәбиров был проектты булдырып ҡына ҡалманы, ә даими рәүештә үтәлешен тикшереп тора. “Контроль идаралығы миңә капиталь ремонт программаһының һөҙөмтәләрен тикшереү буйынса дүрт папка материал тапшырҙы. Уның башында хата ебәрелгәнен күрәм. 2019-2020 йылдарҙа ҡыйыҡтан һыу аҡҡан, фундаменты һаҡланмаған йорттарҙағы подъездарҙы ремонтлауға тотонғандар. Һөҙөмтәлә подъездағы бөтә матурлыҡ ҡайҙа була, ни өсөн кәрәк ул? Шуға күрә тәүҙә төп мәсьәләләрҙе хәл итеүегеҙҙе һорайым. База конструкциялары тейешле кимәлдә булғанда ғына подъезды ремонтлай башларға мөмкин”, – тине Башҡортостан Башлығы. Эштәрҙе башлар алдынан Төбәк операторы һәр йортта халыҡ менән берлектә мәғлүмәт осрашыуҙары үткәрә. Улар ниндәй эштәр башҡарылырын асыҡлай, стеналарҙы ниндәй төҫкә буярға кәрәклеген хәл итә. Ремонт барышында инеү урындары тәртипкә килтерелә, стена һәм түбәләр буяла, иҫке ағас тәҙрәләр пластикка алмаштырыла, яңы тамбур ишектәре, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар, почта йәшниктәре ҡуйыла. Ҡайҙа ихтыяж бар, унда пандустар урынлаштырыла. 2019 - 2023 йылдарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2 744 күп фатирлы йортта дөйөм суммаһы 3,5 миллиард һумлыҡ 8 171 подъезда ремонт эштәре башҡарылған, шуларҙан 3,2 миллиард һумы - республика бюджетынан һәм 330 миллион һумы - муниципаль берәмек ҡаҙнаһынан: - 2019 йылда – 1 372 күп фатирлы йортта 4 001 подъезд, 1,4 миллиард һум; - 2020 йылда – 697 күп фатирлы йорттағы 2 180 подъезд, 692,7 миллион һум; - 2021 йылда – 115 күп фатирлы йорттағы 312 подъезд, 207,7 миллион һум; - 2022 йылда – 310 күп фатирлы йорттағы 920 подъезд, 497,5 миллион һум. - 2023 йылда – 276 күп фатирлы йорттағы 758 подъезд, 712 миллион һум. 2024 йылға ла пландар ҙур. Биш районда 39 күп фатирлы йортта 119 подъезд ремонтланасаҡ. Эштәрҙең ҙур өлөшө Өфөлә көтөлә – 24 йортта 77 подъезд. Быйылға пландарҙың дөйөм хаҡы 106,2 миллион һум тәшкил итәсәк. 14 йортта 28 пандус ҡуйыу планлаштырыла. Ремонт октябрҙә бөтөр тип фаразлана. Республика программаһы буйынса тәүгеләрҙән булып 2023 йылда, майҙа Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында йорт подъездары файҙаланыуға тапшырылған. Был хаҡта ҡыуанып социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы һөйләне. “Таҙа, яҡты, уңайлы – ҡарауы ҡыуаныслы. Программа буйынса иҫке тәҙрәләрҙе яңыһына, пластикка алмаштырабыҙ, почта йәшниктәре, тамбур ишеге ҡуябыҙ, беренсе ҡатта плитка һалабыҙ. Стеналарҙың төҫөн халыҡ үҙе һайлай. Улар эштәрҙе ҡабул итеүҙә ҡатнаша – подрядсы бөтә иҫкәртмәләрҙе бөтөргәнсе актҡа ҡул ҡуйылмай”, – тине Радий Хәбиров. Стәрлетамаҡта йәшәүсе пенсионер Людмила Захаровна подрядсыларҙың профессионаллеге һәм уларҙың эш сифаты менән бик ҡәнәғәт булыуын һөйләне. “Төҙөүселәр – профессионалдар, барыһын да юғары кимәлдә эшләнеләр. Эш ваҡытында һәр саҡ арттарынан сүп-сарҙы йыйыштырҙылар, бының өсөн уларға айырым плюс. Билдәләнгән бурыстарҙы сифатлы һәм ваҡытында атҡарып сыҡтылар, бөтә теләктәрҙе үтәнеләр. Уларға матур подъездарыбыҙ өсөн ҙур рәхмәт”, – тине Людмила Захаровна. “Ура! Беҙ бәхетле! Беҙҙең йортта төбәк программаһы сиктәрендә подъездар төҙөкләндерелде. Башҡарған эштәре өсөн бригадаға рәхмәт әйтке килә! Тиҙ, таҙа һәм тыныс эшләнеләр. Теләктәребеҙгә һәм иҫкәртмәләребеҙгә шунда уҡ яуап бирҙеләр. Стеналарҙың төҫөн үҙебеҙ һайлауыбыҙ ҙа ҡыуандырҙы. Беҙҙең йортҡа 86 йыл инде, ә подъезға ингәс, шул тиклемде биреп булмай. Хәҙер беҙҙә яҡты, заманса, саф һәм матур”, – тип һөйләне Салауат ҡалаһынан Лилиә Сөләймәнова. Подъездарҙы ремонтлау – уңайлы мөхит булдырыуҙа мөһим өлөш, ә ихаталарҙы яңыртыу, яңы ижтимағи киңлектәр булдырыу ҙа – шулай уҡ. Был эш Башҡортостанда дауам ителәсәк.