Һуң сыҡтым кейәүгә. Йәшерәк саҡта иптәш ҡыҙҙар менән клубына ла дискотекаларына ла йөрөмәнем, бар белгәнем уҡыу булды.Студент саҡтарҙа ауылға ҡайтҡанда әсәйем менән өләсәйем инде өгөтләй кискеһен урамға сығырға, ә мин унда нимәшләмәк кәрәк,тип уйлап ҡырт киҫәм дә ҡуям. Уҡыуҙы тамалағас, ҡалала гимназияға уҡытырға тороп ҡалдым. Мәктәп эштәрен тамамлайым да өйгә ҡайтам, балаларға ҡыҙыҡлы дәрес үткәрәм тип китаптар, интернет селтәрен аҡтарам. Ысынлап та, балалар мине бик яратты. Директор үҙенә саҡырып кискелеккә интернатта тәрбиәсе булып эшләргә тәҡдим иткәс тә баш тартманым. Көндәҙ ваҡыт дәрестәр менән үтә, кискеһен балалар менән донъя көтәбеҙ: ҡыҙыҡлы саралар уҙғарабыҙ, дәрес әҙерләйбеҙ, серләшеп ултырабыҙ. Эш менән ваҡытым үтеп, 40-ҡа етеп килгәнемде һиҙмәгәнмен дә. Әсәй менән атай ҙа кейәү көтә торғас төңөлдө, башҡаса өндәшмәйҙәр. Йәйге ял мәлендә ауылға ҡайтҡанымда күрше райондан ҡулымды һората килделәр. Кейәү булаһы кеше ипле генә күренә былай, ҡатыны вафат булып ҡалғас,башҡаса өйлә