Бер йыл элек Өфөлә хоспис асылды, ундағы белгестәр күп пациенттарға ярҙам итте. Учреждение балаларға һәм өлкәндәргә паллиатив ярҙам күрһәтеү буйынса мөһим функция үтәй. Меңдән ашыу кеше хосписта ярҙам алған да инде. Тағы ла күберәк тәрбиәләнеүселәрҙе учреждение күсмә рәүештә хеҙмәтләндерә - 3 600-ҙән ашыу тапҡыр өйҙә ярҙам ителгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың июлендә Өфө хосписында булды һәм уның коллективын учреждение асылыуға бер йыл тулыу менән ҡотланы. - Бер йыл элек тап ошо көндәрҙә беҙ хосписты асҡайныҡ. Был - республикала бындай тәүге ҙур хоспис. Бында ысынында шәфҡәтлелек, хәйриә, кешенең иң яҡшы ниәттәре үҙәге һәм, иң мөһиме, өмөт үҙәге, – тине Радий Хәбиров. Өфө хосписын нисек төҙөгәндәр? Уның стеналарында ниндәй ярҙам күрһәтелә? Был һәм башҡа күп нәмә тураһында телеканал төшөргән фильмда ҡарай алаһығыҙ. Фильмға һылтанма: https://bash.news/bst/translyacii-bst/127666-film-ufimskii-xospis-nam-odin-god. Шулай уҡ уны Бәйләнештә селтәрендә ҡарарға була: https://vk.com/wall-27097047_357288, на «Одноклассник»: https://ok.ru/bashtv/topic/157148384180407