Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы глэмпинг асылды

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) Благовещенда “Благолэнд” глэмпингы асылды. Был проект “Благовещен” социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индеререлгән, тип хәбәр итә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. - “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә 2023-2024 йылдарға модулле капиталь булмаған саралар – кемпингтар һәм глэмпингтар урынлаштырыуға 2,4 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. Уларҙың 1 миллиарды – дәүләт ярҙамы, 1,4 миллиарды – инвесторҙарҙың аҡсаһы. Был - эшҡыуарҙар өсөн ныҡлы ярҙам, - тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. “Благолэнд”та төрлө миҙгелгә тура килгән 14 модулле йорттар һәм 22 сафаритенттар төҙөлдө. Уларҙың 10-ы - йәйге, ә 12-һе йыл әйләнәһенә ҡабул итә. Биләмәлә йәйге кафе, бассейн, пляж, ял зонаһы, парковка, заманса мунса комплексы бар. Балалар өсөн уйын майҙансығы ла булдырылған. Теләгәндәргә ҡуртымға спорт ҡорамалдары бирелә. Һәр модуль эргәһендә мангал урынлашҡан. Барлыҡ тейешле коммуникациялар көйләнгән. Биләмәлә пляж да ҡоролған. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты 2030 йылға Рәсәйҙә сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.