Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туймазыла һыу торбалары һалына

Туймазы ҡалаһының Әгертамаҡ микрорайонынан Райман ауылына 11 километр оҙонлоғонда һыу торбалары һуҙылды. Был сара “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы (национальный проект “Жилье и городская среда” ) башҡарылды, тип хәбәр итә район хакимиәте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Әгертамаҡтан Райман ауылына тиклем ҡасаба-ара һыу торбаһы һалыу һәм ауыл урамдарына һыу селтәрҙәре һуҙыу проектын әҙерләү өсөн документация әҙерләнгәйне. Селтәрҙәрҙең дөйөм оҙонлоғо 57, 3 километр тәшкил итә. Июль башына белгестәр микрорайон менән ауыл араһына торбалар һуҙҙы. Шулай уҡ Райманда урамдарға селтәрҙәр һалына башланы, 46 километрҙың 27-һе һуҙылған да инде. Шулай уҡ 310 һыу бүлеү ҡоҙоҡтары эшләнгән. Бынан тыш Әгертамаҡта проект тарафынан насос станцияһын төҙөү күҙаллана. Унан һыу торлаҡ йорттарға барасаҡ. Артабанғы этап - ҡулланыусыларҙы һыу селтәрҙәренә тоташтырыу. Объект тапшырылғандан һуң, эсәр һыуҙы Райман ауылынан 1,7 мең кеше ҡуллана аласаҡ. “Таҙа һыу” федераль проектының маҡсаты – үҙәкләштерелгән һыу системаһынан сифатлы эсәр һыу менән ҡулланыусылар һанын арттырыу. Элек был проект “Экология” милли проектына инде, хәҙер “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ҡарай. Милли проекттар 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортотсан” ДТРК-һы.