Тормош булғас, төрлө хәлдәр осрай. Әммә Мәрйәмдең һөйләгәндәре аптыратырлыҡ. “Уңмаған юлды ҡыума, - тип йыш ҡына әйтә ине әсәйем. Әммә мин уның һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итмәнем, хәҙер генә бик тә кәрәк булған икән, тип үкенәм. Тик һуң инде, исмаһам, башҡаларға һабаҡ булһын тормошом, - тип башланы ул һүҙен. – Кейәүгә сыҡҡанда университетты тамамлап, бер ойошмала уңышлы ғына эшләп йөрөй инем. Тәү күреүҙән ғашиҡ булған кешем менән ғаилә ҡороуыма сикһеҙ шатландым, эшкә ҡанатланып барҙым. Улыбыҙ тыуҙы, ҡыуаныслы мәшәҡәттәр артты, тик бына иремдең миңә мөнәсәбәте һалҡынайғандан-һалҡынайҙы. Аҡса етмәй тигәс, балаға бер йәш тулмаҫ элек үк эшкә сыҡтым. Тик бына бер аҙ ваҡыт үткәс, ирем мине эргә-тирәләге ирҙәрҙән көнләшә, ул ғына түгел ҡул күтәрә башланы. Был хәл ғәҙәти күренешкә әйләнгәс, улым йыш сирләй башлағас, был “тамуҡ”тан ҡасырға булдым. Балама биш йәш ине ул саҡта. Икенсе ҡалала фатирҙым ҡуртымға алып, төпләндем. Ирем дә киреләнеп торманы, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, айырылышырға ҡарар итте.