Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Бадма Башанкаев Өфөнөң геронтологик үҙәгендә булды

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Бадма Башанкаев Өфөнөң геронтологик үҙәгендә булды Ул «Демография» милли проекты буйынса федераль аҡсаға төҙөлгән үҙәктең яңы корпусын ҡараны. Был - Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылының төп төҙөлөштәренең береһе. Пансионатта биналарҙы биҙәү эштәре бара. Парламентарийҙар «Именлек» үҙәге тәрбиәләнеүселәре — оло йәштәгеләр һәм инвалидтар менән аралашты. - Тәрбиәләнеүселәрҙең уртаса йәше - 79. Үҙәктә бөтә шарттар ҙа булдырылған, ирекмәндәр килә, концерттар, лекциялар, финанс грамоталылығы буйынса курстар үтә. Беҙҙең маҡсат - үҙәктә тәрбиәләнеүселәрҙең сифатлы тормошо өсөн шарттар булдырыу, үҙаллы йәшәргә теләүселәргә ярҙам итеү. Хәҙер ғаиләләр оло йәштәге граждандарҙы опекаға ала ала. Бының өсөн бигерәк тә олатай-өләсәйҙәре булмаған балалар шатланасаҡ. Улар өсөн оло йәштәгеләр менән аралашыу — айырыуса бәхет, — тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Министр Башҡортостанда 2022 йылдан ғәмәлгә ашырылған психоневрологик интернаттарҙы һәм дөйөм типтағы йорт-интернаттарҙы реформалаштырыу буйынса “Юл картаһы” хаҡында һөйләне. Был программа ярҙамында 23 тәрбиәләнеүсе юристар ярҙамында эшкә һәләтлелеген тергеҙгән, 181 кеше эшкә урынлаштырылған, 10-ға яҡын тәрбиәләнеүсе колледждарҙа белем ала. Республика практикаһын Рәсәйҙең ун ике төбәге вәкилдәре өйрәнергә ниәтләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Рәсәй Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты күсмә ултырышы үтә. Фото: Гөлназ Шәйхетдинова. Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/zdorove/2024-07-13/deputat-gosdumy-rf-badma-bashankaev-pobyval-v-gerontologicheskom-tsentre-ufy-3847571