Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы почта элемтәһе бүлексәһендә почтальон булып эшләүсе Зоя Корнилова 11 йыл ошо һөнәргә хеҙмәт итә. Был йылдар эсендә ул хеҙмәттәштәре араһында ла, яҡташтары араһында ла ихтирам яулаған. Эшен күңелен һалып, яратып башҡарғас, һөҙөмтәһе лә матур. Был һөнәргә күңелем ҡушыуы буйынса килдем, ти почтальон. – Һәр бер кешенең хыялы бар. Кемдер артист, кемдер яҙыусы, кемдер рәссам булырға теләй. Мин үҙемде почтальон һөнәрендә таптым. Был эшкә сумыу менән уның ни тиклем ҡыҙыҡлы булыуын аңланым. Тормош миңә бөтөнләй икенсе яҡтан асылды. Үҙемдең эшемдә мин әллә күпме ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашам. Уларға бәләкәй генә изгелек эшләһәм дә, рәхмәт ишетеү тотош көнгә кәйефте күтәрә, – ти ул. Почтальондың һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе лә мөһим. Гәзит һәм журналдар тураһында мәғлүмәтле булырға ла кәрәк. Зоя Отохановнаның ихлас булыуы кешеләрҙе үҙенә тарта. Конкурсантыбыҙҙың матур һыҙаттары аҙ түгел. Бала саҡтан ул һүрәттәр төшөрөргә ярата. Һәр миҙгелдә матурлыҡты күрә белә ул. Кеше менән йылы, матур мөнәсәбәт – тап ошо сифаттар уға эшендә лә уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә. Фото: Зоя Корнилова архивынан.