Яңыраҡ төндә Башҡортостанда Бөрө – Тастүбә – Һатҡы юлында ҡот осҡос авария булғайны. Унда ике ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Фажиғә Ҡариҙел районының Яугилде ауылы янындараҡ теркәлгән. Юл һәләкәтендә өс автомобиль бәрелешкән. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Силәбе өлкәһенән “Лада Калина” автомобиленә идара иткән 42 йәшлек ҡатын ҡапыл ҡаршы һыҙатҡа барып сыҡҡан. Ул ҙур тиҙлектә “Лада Гранта”ға барып бәрелгән (рулдә Өфөнән 35 йәшлек ҡатын була). Бындай көслө һуғылыуҙан һуңғыһы уның ыңғайына китеп барған ВАЗ-2114-кә бәрелә. Ике машинаның да водителе урында уҡ һәләк була. “Калина”лағы өс пассажир – 18 йәшлек ҡыҙы, 14 йәшлек улы һәм 17 йәшлек туғандары – төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләккән. Табиптар ҡыҙҙың хәлен ауыр тип баһалай. Был ғаилә Елабуғаға туйға китеп барған булған. Ольганы белеүселәр тәжрибәле водитель ине, тип яҙа. Икенсе машиналағы ҡатындың (Өфө) ике бәлиғ булмаған балаһы – 7 йәшлек улы һәм 3-сө класта уҡыған ҡыҙы - етем ҡалған... Уның да ипле, тыныс, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән водитель булыуы тураһында хәбәр итә яҡындары. “Юлдың был участкаһы ҡәһәрле – һәләкәттәр йыш була” тип яҙыусылар ҙа, “Лада Калина” водителе икенсе нәмәгә әүрәп китеп иғтибарын юғалтҡандыр, тиеүселәр ҙә бар. Әлегә ни өсөн уның ҡапыл ҡаршы һыҙатҡа барып сығыуы билдәһеҙ ҡала. Авария сәбәптәрен тикшереү дауам итә. Был көнгә шуныһы билдәле: ике водитель дә алкоголь ҡулланмаған. Иҫән ҡалғандар өсөн бик ауыр ҡайғы. Ғаиләләрҙең ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Фото: Дәүләт автоинспекцияһы.