Уйҙырмаларҙан ҡотолорға ваҡыт Социаль әһәмиәтле сирҙәр, уларҙы матбуғат биттәрендә яҡтыртыу, дөрөҫ мәғлүмәт биреү, яҙмаларҙың этик яҡтары тураһында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм көрәш буйынса республика үҙәге, Өфө фән һәм технологиялар университеты, “Роспотребнадзор“ идаралығы, “Позитив мөхит” төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашлығында онлайн рәүешендә республика семинары үтте. Төп спикерҙарҙың береһе СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табип урынбаҫары Гөлфиә Иҙрисова хәҙерге ваҡыттағы ВИЧ-инфекция буйынса эпидемиологик хәл тураһында һөйләне һәм киң мәғлүмәт сараларының мәсьәләне халыҡҡа аңлатыуҙа әүҙемлеген билдәләне. Йоғошло сирҙәрҙең береһе – В гепатиты киҫкен йәки хроник рәүештә үтә. Әгәр кешенең иммунитеты сирҙе еңһә, һауығыуға өмөт ҙур. Хроник сиргә әүерелһә, ауыр өҙлөгөүҙәр, цирроз һәм яман шеш башланыуы ихтимал. Быйыл В гепатиты менән ауырыу кимәле республикала кәмей төшкән. Былтыр 12 айға тиклемге балаларҙың 98,3 проценты, 18-35 йәшлектәрҙең – 99,4, 36-59 йәшлектәрҙең 95,1 проценты прививка яһатыуға йәлеп ителгән. Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең сабыйҙарына вакцина яһатыуҙан баш тартыуы ғына ғәжәпкә ҡалдыра, ти белгестәр. С гепатитын, табиптар әйтеүенсә, тулыһынса дауалап була, бары ваҡытында тикшереү үтеүҙән ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Ә бына туберкулез менән хәл республикала тотороҡло тойолһа ла, уны дауалауҙың ауырлығын күптәр белә торғандыр. Ҡайһы берәүҙәр был етди сирҙе бары кешелектән сыҡҡан, түбәнлеккә төшкән, насар йәшәгән, имен булмаған ғаиләләрҙә көн күргәндәр генә эләктерә тип уйлап хаталана. Сәләмәт тормош менән йәшәгән кешеләр ҙә уны йоҡторған осраҡтар етерлек. Шуға күрә 15 йәштән алып флюорография тикшеренеүен үтеү мөһим, тип иҫәпләй табиптар. Ғөмүмән, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барғанда бары рәсми мәғлүмәттәр менән генә эш итергә кәрәк, төрлө уйҙырмалар менән кешеләрҙе ҡурҡытырға ярамай. Өфө фән һәм технологиялар университеты журналистика факультетының өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Юлиә Сәйетбатталова әйтеүенсә, киң мәғлүмәт саралары йыш осраған, һауыҡтырыуҙа ҙур сығымдар талап иткән социаль әһәмиәтле (туберкулез, вируслы гепатиттар, енси юл менән таралыусы сирҙәр, ВИЧ, диабет, психик тайпылыштар) сирҙәр тураһында мәғлүмәт биргәндә, халыҡтың сиргә ҡарата мөнәсәбәтенә лә тәьҫир итергә тейеш. (Миҫалға коронавирус пандемияһын ғына алайыҡ, барыбыҙҙы ла ҡулдарҙы нисек таҙа йыуырға өйрәттеләр!) СПИД тураһында уйҙырмалар, хаталы ҡараш әле лә йәшәй. Киң мәғлүмәт саралары тап ошо “аҡ таптарҙы” бөтөрөү өҫтөндә эш алып барырға, “томан”ды таратырға, социаль проблемаларға йәмәғәттең мөнәсәбәтен үҙгәртергә тейеш. Шул саҡта һәр кем сәләмәтлеге торошона һиҙгерерәк, яуаплыраҡ булыр ине, тип фекере менән уртаҡлашты педагог. Теманы яҡтыртҡанда сир тураһында һөйләү менән генә сикләнмәү, ауырыуҙарҙың үҙенә һүҙ биреү, терминдарҙы дөрөҫ ҡулланыу мөһимлеген дә билдәләне Юлиә Сәйетбатталова. “Позитив” мөхит” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Артур Ғилманов ВИЧ проблемалары тураһындағы материалдарҙың этик үҙенсәлектәрен, шәхси тормоштоң тейелгеһеҙлеген билдәләне һәм ни өсөн ВИЧ статуслы кешеләрҙең проблемалары хаҡында һөйләргә кәрәклеген аңлатты. Беренсенән, был мәсьәләнең һәр кемгә ҡағылыуы ихтимал. Икенсенән, уны маргиналдарға ғына хас сир тип уйлау дөрөҫлөккә тап килмәй. Өсөнсөнән, теманың ябыҡлығы йыш ҡына ВИЧ-инфекциялы кешелә диагнозынан тартыныу, эшенән ҡолаҡ ҡағыу хәүефен тыуҙыра. Ғәмәлдә иһә ВИЧ статусына эйә кешеләр бик күп тармаҡтарҙа, хатта туҡланыу өлкәһендә лә эшләй, сөнки уларҙың сире контролдә тотола. Көнкүреш юлдары аша инфекцияның йоҡмауын да иғтибарға алырға кәрәк. Ошо уҡ “Позитив мөхит” белгесе Александр Васильев ВИЧ-инфекция проблемаларын хәл итеүҙәге эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы, был теманы аңлайышлы яҡтыртыу мәсьәләһен күтәрҙе. ВИЧ-вирус иммун системаһына һөжүм итеп, инфекцияларға бирешеүсәнлеген арттыра. Сирлене һанға һуҡмау, кәмһетеп ҡарау йәмғиәттә ят күренеш түгел, әлбиттә. Шуға күрә инфекциянан һаҡланыу саралары, наркотиктарҙан баш тартыу кәрәклеге, хәҙер СПИД-тан һәләк булмайынса башҡалар кеүек үк ғәҙәти тормош менән йәшәй алыу мөмкинлеге тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләү мөһим. Семинарҙа ошо сиргә дусар Станиславтың ҡыҙыҡлы фекерҙәре яңғыраны, ул үҙенең көтмәгәндә ниндәй ауырлыҡтарға осрауы, үҙ-үҙен нисек еңеүе, тормошон нисек яйға һалыуы тураһында һөйләне. “Сир үлемесле түгел, бары терапия алып, барышын контролләргә кәрәк. Диагнозды ишеткән мәлдә сир тураһында мәғлүмәт бик аҙ ине, бер минутта донъямдың аҫты-өҫкә килде, ни эшләргә лә белмәнем. Табиптар ярҙамында ҡурҡыу тойғоһон еңдем. Халыҡ мәғлүмәтлерәк булған һайын ВИЧ статуслыларға ҡарата ерәнеп ҡарау тойғоһо кәмер ине. Минең хәлем яҡшы, 2011 йылда улым тыуҙы, һау-сәләмәт!” – тип шатлығы менән бүлеште. ВИЧ-инфекция менән көрәштә төп урынды иҫкәртеү алып тора. Төплө, тәьҫирле аңлатыу эше сир осраҡтарын байтаҡҡа кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Дөрөҫ ойошторолған һәм ваҡытында башланған дауа сирлеләрҙең тормошон тиҫтәләгән йылдарға оҙайта ала. Фото:https://vk.com/centrspid_ufa_club