Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Акцияға ҡушылырға саҡырам”

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған: “Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейы алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Хәбиров башланғысы менән «Тере хәтер» хәйриә акцияһы старт алды. Акцияның маҡсаты - халыҡты Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, Ватанды һаҡлаусыларға арналған һәйкәлдәрҙе, мемориалдарҙы, стелаларҙы төҙөкләндереүгә йәлеп итеү. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты хеҙмәткәрҙәре Ишембай районының Үрнәк ауылында урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә стеланы реставрациялау өсөн бер көнлөк эш хаҡын күсерергә ҡарар итеп, был акцияға старт бирҙе. Бөгөн хеҙмәттәштәр менән нигеҙгә цемент һалыуҙа ҡатнаштыҡ. Беҙҙең илдә һәр ғаиләнең үҙ геройы бар: олатаһы, ҡартатаһы, тыуған илен яҡлап батырлыҡ күрһәткән атаһы йә ағаһы. Уларҙың иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙе ғорурлыҡ һәм ихтирам менән тултыра һәм үткәндәрҙе иҫкә төшөргәндә, беҙҙең киләсәгебеҙ бар. Украинала махсус хәрби операция барған ваҡытта бығаса булмағанса берҙәм булырға, тыныс һәм бәхетле киләсәгебеҙ өсөн берләшергә тейешбеҙ. Бындай иҫтәлекле урындар беҙгә донъяның ҡиммәте һәм уны һаҡлау кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Барлыҡ тынғыһыҙ йөрәкле патриоттарҙы, шул иҫәптән хеҙмәттәштәрҙе, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, учреждение, ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәрен ошо акцияға ҡушылырға һәм халҡыбыҙҙың героик тарихын һәм хәтерен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә саҡырам”, - тип яҙа Азамат Фәрит улы. Фото: Азамат Абдрахмановтың шәхси сәхифәһенән.