Гөлсөм 19 ғына йәшендә Нәфисә әбейҙең бер-бөртөк кенә улы Ниязға тормошҡа сыҡты һәм ғүмер буйы ҡәйнә менән йәшәне. Үҙ әсәһе эргәһендә иркәләнеп кенә үҫкән ҡыҙ шулай итеп икенсе әсәй янына күсеп килде. Йәш ғаиләгә ҡабаттан йорт төҙөргә кәрәкмәне. Заманында Нәфисә әбей ире менән ҙур йорт бөтөргәйнеләр, башҡа ҡаралтылары ла еренә еткереп һалынғайны. Ире фажиғәле үлеп ҡалғас та, Нәфисә әбей кешенән ҡалмайым тип сәмләнеп донъя көттө. Улы Нияз кәләш алғас, ҡайҙа баҫырға белмәй һөйөндө. Колхозда ауыр эштәмен тип торманы, унан йүгереп ҡайтып өйҙәге барлыҡ мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алды. Килене ауырлы саҡта “нимә ашайһың килә? Нимә бешерәйем?” тип эргәһендә өлтөрәп йөрөнө. Йортон да, бер-бер артлы тыуған ейән-ейәнсәрҙәрен дә ҡараны. Килененә эш тә, башҡаларҙан һүҙ ҙә тейгеҙмәне. Гөлсөм декреттан эшкә сыҡҡас, ҡайтыуына ашарға бешкән, балалар ҡаралған була, хатта дәрестәрен дә эшләтеп ҡуя ине. Шуғалырмы бик иркә йәшәне Гөлсөм ҡәйнә йортонда. Шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итте был тормошто. Ләк