13 июлдә Учалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы майор Заһир Вәлиевтең ғаиләһендә булды. Бер алышта разведка батальоны командиры урынбаҫары ВСУ-ның терәк пунктына штурм менән етәкселек итә. Һуғыш барышында ул минанан яралана, әммә эвакуацияланыуҙан баш тарта һәм хеҙмәттәштәре менән командалар биреүҙе, шулай уҡ дрон операторҙарының эшен көйләүҙе дауам итә. Һөҙөмтәлә Рәсәй штурмовиктары украин милләтселәрен ҡыҫырыҡлап сығара. ВСУ БМП, миномет расчетын һәм ундан ашыу боевигын юғалта. Тере ҡалғандары, техникаһын һәм яралыларын ташлап, ҡаса. Заһир Вәлиев Мәскәүҙә Бурденко исемендәге хәрби госпиталдә дауалана, ә хәҙер ғаиләһе менән бергә әсәһен күрергә килгән. Майорҙың ҡатыны Наталья Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Улар бергәләп ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләй. Заһир Вәлиев генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән һәм 17 миҙалға лайыҡ булған. Башҡортостан Башлығы хәрбиҙәрҙең артабанғы пландары м