Найти в Дзене

Лагерҙа ҡалған балаларҙың хәле нисек?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Оло Эйек йылғаһында һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле "Мораҙым" балалар һауыҡтырыу үҙәгендә сменаны ваҡытынан алда ябырға тура килгән. Бөгөн лагерҙағы хәл буйынса: төнө буйына лагерҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары дежур иткән. Лагерҙа 44 кеше, шул иҫәптән 31 бала ҡалғайны. Ведомствонан белдереүҙәренсә, ата-әсәләргә хәбәр иткәндәр, балалар менән бәйләнеш һаҡланған. Балалар төндө яҡшы үткәргән: ялыуҙар юҡ, бик яҡшы кәйефтәләр, хатта дискотека ойошторғандар. 09:30 сәғәттә ҡотҡарыусылар балаларҙы һәм өлкәндәрҙе Оло Эйек йылғаһы буйлап моторлы кәмәләрҙә ташыған. 20 рейс эшләгәндәр. Икенсе ярҙа балаларҙы өйгә алып барыу өсөн өс автобус көткән. Әле балалар өйҙәренә ҡайтырға сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй. Хәл контролдә тотола. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буй

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Оло Эйек йылғаһында һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле "Мораҙым" балалар һауыҡтырыу үҙәгендә сменаны ваҡытынан алда ябырға тура килгән. Бөгөн лагерҙағы хәл буйынса: төнө буйына лагерҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары дежур иткән. Лагерҙа 44 кеше, шул иҫәптән 31 бала ҡалғайны. Ведомствонан белдереүҙәренсә, ата-әсәләргә хәбәр иткәндәр, балалар менән бәйләнеш һаҡланған. Балалар төндө яҡшы үткәргән: ялыуҙар юҡ, бик яҡшы кәйефтәләр, хатта дискотека ойошторғандар. 09:30 сәғәттә ҡотҡарыусылар балаларҙы һәм өлкәндәрҙе Оло Эйек йылғаһы буйлап моторлы кәмәләрҙә ташыған. 20 рейс эшләгәндәр. Икенсе ярҙа балаларҙы өйгә алып барыу өсөн өс автобус көткән. Әле балалар өйҙәренә ҡайтырға сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй. Хәл контролдә тотола. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.