13 июлдә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттары өсөн ятаҡ итеп үҙгәртеп ҡорорға ниәтләгән бинаны ҡараны. Был уҡыу йортонда 1967 йылдан алып тау-байыҡтырыу тармағы, шул иҫәптән Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты өсөн кадрҙар әҙерләйҙәр. Предприятие уҡыу йортоноң партнеры булып тора. 2024 йылдың ғинуарында эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы колледжға республика Мәғариф Һәм фән министрлығы менән берлектә күптән файҙаланылмаған элекке уҡыу корпусы бинаһын дөйөм ятаҡ итеп реконструкциялау өсөн кәрәкле проект-смета документацияһын әҙерләргә ҡушҡайны. Апрелдә колледж Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты средстволары иҫәбенә проектты әҙерләүгә килешеү төҙөнө. 2024 йылдың аҙағына тиклем әҙерлек эштәрен тамамлау һәм тейешле экспертиза үтеү планлаштырыла. - Учалы тау сәнәғәте колледжы - республикала иң яҡшыларҙың береһе, «Профессионалитет» федераль программаһында ҡатнашыусы. Әммә бында ятаҡ булманы. Һөҙөмтәлә башҡа райондарҙан, ауылдарҙан балалар күрше төбәктәргә китергә мәжбүр булды - яҡшы белем биреүҙәренә ҡарамаҫтан, йәшәргә урын юҡ ине, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Колледждың партнеры – Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты менән берлектә хәлде төҙәтәбеҙ. Проект әҙерләйбеҙ, ә киләһе йылда бында капиталь ремонт менән инергә ниәтләйбеҙ. Күләм ҙур, бер йылға ғына түгел. 2026 йылдың 1 сентябрендә дөйөм ятаҡ студенттарҙы ҡабул итер, тип ышанабыҙ. 2023 йылда «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә Учалы тау сәнәғәте колледжы базаһында «Тау-байыҡтырыу тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге» белем биреү-производство кластеры булдырылған. Ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан 100 миллион һум йүнәлтелгән, республика 50 миллион һум, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 20 миллион һум бүлгән. Был аҡсаға колледждың белем биреү инфраструктураһын яңыртыу үткәрелгән, биш яңы лаборатория һәм ике уҡыу полигоны булдырылған. Фото: glavarb.ru