Һуңғы көндәрҙә туҡтамай яуған ҡойма ямғырҙарҙан һуң Баймаҡ районының Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар, Темәс ауыл биләмәһенең Ишей ауылы халҡы ныҡ зыян күрҙе. Ауылдарҙың тауыҡ кисмәле йылғалары ҡапыл күтәрелеп, ауыл урамдары буйлап аҡты, күп хужалыҡтарҙың картуф баҡсаларын йыуып алып китте, йәшелсә түтәлдәрен юҡ итте. Йорт, ихата алды, кәртә-ҡура тотош һыу эсендә ҡалды. Йылға аша һалынған күперҙәр емерелде, аҡты. Мәҫәлән, Ишей ауылы халҡы күперһеҙ ҡалды, бөгөн улар ауылдан бер ҡайҙа ла сыға алмай. Шулай уҡ Буранбай ауылындағы Һаҡмар йылғаһы ла ажарланып ташты: бында һыйырҙар йөҙөп йөрөй... Быйыл тәбиғәт үҙ һынауҙарын ебәрә, халыҡты һынауын дауам итә, улар ҙа көсөнән килгәнсә көрәшә, әммә зыян күреүселәр ҙә бик күп. Ябай ауыл халҡына һыу ташыуҙан күргән зыянды кем ҡаплар ҙа уларға ярҙамға кемдәр килер, ағып киткән күперҙәр ҡасан ҡайтанан төҙөлөр?.. Был һорауҙар әлегә асыҡ ҡала. Видео: телеграмдан алынды.