Күпереп торған манный ярмаһынан бәлеште мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ. Бәләкәстәр яратып ашар! Бәлеш өсөн 1 стакан он, 1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан кефир, тулы булмаған 1 стакан шәкәр, 100 гр аҡ май, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ сода кәрәк була. Ингредиенттар:
* 1 стакан он
* 1 стакан манный ярмаһы
* 1 стакан кефир
* тулы булмаған 1 стакан шәкәр
* 100 гр аҡ май
* 2 йомортҡа
* ярты балғалаҡ сода Иҫкәрмә: рецептта алынған стакан 250 мл-ҡ. Манный ярмаһын кефирҙа 40 минут тирәһе бүрттерәбеҙ. Бүрткән манный ярмаһына йомортҡа, шәкәр һәм йомшарған аҡ майҙы өҫтәйбеҙ. Ошонда уҡ сода һалып болғанған ондо һалабыҙ. Хәҙер инде барыһын бергә яҡшылап болғатырға һәм формаға һалып, духовкаға оҙатырға ҡалды. Манник 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 35-40 минут бешерелә. әҙер булыу-булмауын шырпы йә ағас таяҡтар менән тикшереп ҡарарға була. Формала килеш һыуытабыҙ ҙа ҡырҡып табынға ултыртабыҙ! Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! Сығанаҡ: "Һаҡмар" гәзите.