Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөн күптәр сәләмәт тормош алып барыу яҡлы. Быға Башҡортостандағы ике миллиондан ашыу кешенең – халыҡтың 58,2 процентының – физик күнекмәләр эшләүе, спорт менән дуҫ булыуы дәлил. Өҫтәүенә, йылдан-йыл республикала яңы спорт объекттары барлыҡҡа килә. Хәҙерге ваҡытта республикала 13,3 мең спорт ойошмаһы эшләй, уларҙа халыҡтың спорт менән күпләп шөғөлләнеүе – ҡыуаныслы күренеш. Һәр яҡшы башланғысҡа нимәлер йәки кемдер сәбәп булыусан. Спортҡа килгәндә, күптәрҙең, шул иҫәптән йәш быуын вәкилдәренең тармаҡҡа йәлеп ителеүенә, нигеҙҙә, тренерҙар һәм уҡытыусылар сәбәпсе, шуға күрә Башҡортостанда тренерҙар эшмәкәрлеге дәртләндерелә. Улар социаль гарантияларға эйә: тренер вазифаһындағы эш осорон иҫәпкә алып, педагогик стажды һаҡлау, бер ставкаға билдәләнгән аҙналыҡ эште 24 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыу, 42 көнлөк ял биреү (тренерҙың ялы 28 көн) кеүек саралар ҡаралған. – Беҙ республика райондарында спорт үҫешенә етди иғтибар бүләбеҙ. Был бик мөһим, сөнки тап унда бөйөк атлеттар тыуа, – тип белдергәйне республика етәксеһе Радий Хәбиров быйыл 17 февралдә үткәрелгән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһендә. Шуныһы ҡыуаныслы: 2019 йылдың 23 сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы Указды тормошҡа ашырыу маҡсатында “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла. Ул 2020 йылда, Рәсәйҙә тәү тапҡыр, ауыл ерендә спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән тренерҙарға бирелә башланы. Һөҙөмтәлә республикала бихисап остаз ярҙам алды. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан йыл һайын 60 миллион һум бүлеү ҡаралған. Бөгөн проект илдең 24 төбәгендә уңышлы тормошҡа ашырыла. 2024 йылда 15 спорт төрө буйынса 21 тренер-уҡытыусы ошондай бәхеткә эйә булды. Әйткәндәй, проект тормошҡа ашырылған дүрт йыл эсендә 176 тренер аҡсалата ярҙам алды. 2020 йылда – 13 райондан 34, 2021йылда – 10 райондан 20, 2022 йылда – 20 райондан 49, 2023 йылда 12 муниципалитеттан 52 тренер-уҡытыусы был мөмкинлектән файҙаланды. Тағы шуны билдәләргә кәрәк: быйылдан “Ҡала тренеры” проекты ла эш башланы. Һөҙөмтәлә, проектҡа ярашлы, түбәндәге тренер-уҡытыусылар түләүҙәрҙе алыу хоҡуғына эйә: * республикала биш йылдан күберәк йәшәүселәр һәм торлаҡҡа мохтаж булғандар сиратында тороусылар; * 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң башҡа төбәктәрҙән килгәндәр һәм Башҡортостандың Спорт министрлығы тарафынан раҫланған спорт ойошмаларында талап ителгән вазифалар реестрына ингән спорт төрҙәре буйынса эшләгән тренер-уҡытыусылар. Түләүҙәрҙе торлаҡ, торлаҡ йортто төҙөүгә ер участкаһы һатып алыуға, ипотеканы түләүгә, торлаҡ йорт төҙөүгә, автомобиль һатып алыуға йәки профилле белем алыуға файҙаланырға мөмкин. Быйылдан ипотека торлаҡ кредитын түләргә була. Һөҙөмтәлә республиканың ауыл ерендә кадрҙар мәсьәләһе генә хәл ителеп ҡалмай, балалар һәм үҫмерҙәр спорты ла үҫешә. Ярҙамдың киләсәге өмөтлө Быйыл Күмертау ҡалаһынан Ирина Усманова (фигуралы шыуыу), Алексей Иванов (хоккей), Александр Погребач (дзюдо), Бәләбәй районынан Нина Федорова (художестволы гимнастика), Валентина Закирова (дзюдо), Белорет районынан Наталья Рыжкина (уҡтан атыу), Руслан Мостафин (самбо), Дәүләкән районынан Рөстәм Исламов (спорт көрәше), Дүртөйлө районынан Вадим Фәтхелбаянов (йөҙөү), Рөстәм Ирғәлиев (велосипед спорты), Ишембай районынан Йәлил Сакаев, Лилиә Әбделмәнова (шашка), Мәләүез районынан Елена Волкова (волейбол), Екатерина Ганцева (эстетик гимнастика), Стәрлетамаҡ районынан Максим Луценков (спорт көрәше), Анна Мырҙабаева (ауыр атлетика), Өфө районынан Виктор Буяк (дзюдо), Александр Михайлов (еңел атлетика), Шишмә районынан Сергей Балуев (хоккей), Шаран районынан Алһыу Исмәғилева һәм Айнур Хөсәйенов (билбаулы көрәш) “Ауыл тренеры” программаһы буйынса ярҙам алды. Күренеүенсә, төрлө спорт төрө буйынса вәкилдәр бар. Мәҫәлән, Айнур Салауат улы Хөсәйенов – Шаран районындағы спорт мәктәбе директоры. Ул бала сағынан билбаулы көрәш менән шөғөлләнгән. – Атайым Салауат Мәғҙән улы – сығышы менән Шаран районынан. Ул – көрәш буйынса спорт мастеры, шуға күрә бәләкәй саҡтан билбаулы көрәш менән мауығыуым тиккә түгел, – тип белдерҙе тренер. Айнур Салауат улы 2007 – 2013 йылдарҙа Башҡортостанда үткәрелгән ярыштарҙа призлы урындар яулаған. Бынан ике йыл элек уға “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры” түшкә тағыла торған билдәһе тапшырылған. Хәҙер ул балаларға билбаулы көрәш серҙәрен өйрәтә. Айнур Салауат улы Рәсәйҙең өс спорт мастерын, 20-нән ашыу спорт мастерлығына кандидат тәрбиәләгән. Мәҫәлән, Ринир Хәсәншин – Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәйҙең билбаулы көрәш буйынса ике тапҡыр чемпионы, донъя чемпионатында ике тапҡыр бронза миҙал яулаусы. Алһыу Исмәғилева – Рәсәйҙең спорт мастеры, ил ярыштарында ике тапҡыр бронза миҙалға лайыҡ булған. Залина Исламова – Рәсәйҙең спорт мастеры, ил беренселегендә ике тапҡыр чемпион исемен алған, донъя беренселегендә көмөш миҙал тапшырылған. Дәүләкән ҡалаһынан тренер-уҡытыусы Рөстәм Ринат улы Исламов та быйыл “Ауыл тренеры” программаһы һөҙөмтәһендә бер миллион һум аҡсаға эйә булды. – Был ярҙам беҙгә, күп балалы ғаиләгә, тормошобоҙға яңы һулыш өҫтәне, еңеләйтте, сөнки уңайлы автомобиль һатып ала алдыҡ. Эш хаҡы алһаҡ та, бындай машина һатып алыуға етмәй ине. “Ауыл тренеры” программаһы был уй-хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырҙы, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Рөстәм Ринат улы. – Был шатлыҡлы хәл һөҙөмтәһендә балаларыбыҙҙың ҡыҙыҡһыныуы ла ниндәйҙер кимәлдә үҙгәрҙе, сөнки улар минең ошондай компенсация алыуымды, эшемдең баһаланыуын күрҙе. Иң өлкән, 18 йәшлек улыбыҙ, үҙем күнекмәләр үткәргән, Башҡортостанда яу самбо, ҡул һуғышы, билбаулы көрәш буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡан, Ҡырымда үткәрелгән Рәсәй спорт сараһында үҙ көсөн һынап ҡараған балам, менән, ғәҙәттә, киләсәккә маҡсаттар тураһында һөйләшәбеҙ. Ғаиләбеҙ тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған ваҡиғаға, дәүләттең ярҙам итеүенә шаһит булғандан һуң, үҙенең дә киләсәктә тренер булып эшләргә теләүе тураһында белдереүе ҡыуандырҙы. Үҙемдең дә улымдың балаларҙы тәрбиәләүе, уҡытыуы, тормошта дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеүе тураһында хыяллана инем. Тағы шуны әйтке килә: ошондай матди ярҙамдың күрһәтелеүе илһамланып атҡарған эшебеҙҙә тағы ҙур дәрт-көс өҫтәй. Эльвира менән Рөстәм Исламовтар ғаиләһендә туғыҙ бала тәрбиәләнә. Әйткәндәй, уларҙың береһе опекаға алынған. Ғаилә башлығы “Самбо-75” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эшләй. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар адаптив физик культураһы һәм грэпплинг спорт көрәше буйынса күнекмәләр ҙә үткәрә. Ул шулай уҡ урындағы “Иман” мосолман дини ойошмаһының имам-мөхтәсибе лә. Күп балалы әсә Эльвира Рәмил ҡыҙы иһә “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланған. Шуны билдәләргә кәрәк: балалар бәләкәй сағынан спорт менән шөғөлләнә. Ғаиләләге малайҙарҙың барыһының да район ғына түгел, республика, федераль кимәлдә үткәрелгән ярыштарҙа ҡаҙаныштары бар. Ғаиләлә белем алыуға ла яуаплы ҡараш булдырылған. Шулай итеп, тренер Рөстәм Исламов – бына тигән ишле ғаилә башлығы ла, шәп тренер ҙа. Ул үҙенең генә түгел, башҡа балаларҙың да һәләтен күрә һәм йәш быуын вәкилдәрен сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итә белә. Дәүләкән остазы “Ауыл тренеры” программаһының бик кәрәкле һәм урынлы икәнлеге хаҡында белдерҙе. Өҫтәүенә, хәҙер тренер ғына түгел, белем биреү учреждениеһында эшләгән педагогик хеҙмәткәр ҙә ошо түләүҙе алыу хоҡуғына эйә. Шулай итеп, был программа тренерҙарҙың республиканың төпкөл райондарында ла эшләү мөмкинлеген бирә. Һөҙөмтәлә хәҙер Өфөнән, башҡа ҡалаларыбыҙҙан йыраҡ йәшәгән ҡыҙҙарға һәм малайҙарға юғары квалификациялы тренерҙар үткәргән дәрестәрҙә ҡатнашыу, күнекмәләр үткәреү мөмкинлеге бүләк ителә. Хәҙер уларҙың күбеһе элекке кеүек урамда буш йөрөмәй йәки социаль селтәрҙә ваҡытты тиккә үткәрмәй, киреһенсә, сәләмәт тормош алып барыу тураһында уйлана, хатта ҡайһылары юғары ҡаҙанышлы спорт даирәһенә эләгә. “Ауыл тренеры” программаһы – саңғы шыуыу, баскетбол, бокс һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ҡаҙаныштарға өлгәшеү, шулай уҡ һәр баланың юғары ҡаҙаныштар спортына эләгеү өсөн шәп проект. Тағы: йәш быуын вәкилдәре һаулығын нығытыуға йәнә бер аҙым был! Тимәк, был – киләсәгебеҙ бар, тигән һүҙ. Әйткәндәй, ошо йәһәттән “Мәктәптәргә көрәш” программаһының да йоғонтоһо бик шәп. ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Дәүләкәндән тренер Рөстәм Исламов спорт яратҡан балалары һәм тәрбиәләнеүселәре менән. Илдар МОРАТОВ, Стәрлебаш балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, Рәсәйҙең спорт мастеры, Башҡортостандың өлкән тренеры, көрәш буйынса Рәсәй йыйылма командаһы йәштәренең өлкән тренеры, күп тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя чемпионы: – “Ауыл тренеры” программаһы – үҙен спортҡа арнағандар өсөн бик ҙур ярҙам. Мин дә был программала ҡатнаштым һәм аҡсаны йортобоҙға тотондоҡ. Өҫтәүенә, был сара – егеттәрҙе ауылда ҡалдырыу өсөн ҙур мөмкинлек, сертификат алғас, тренер биш йыл эшләргә тейеш. Фотолар: Рөстәм Исламовтың шәхси архивынан.