Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Кешегә эҫе лә, һыуыҡ та ярамай шул

<a href="https://ru.freepik.com/free-photo/sostav-pogodnykh-effektov_33609915.htm#fromView=search&page=1&position=0&uuid=defac6e4-2c47-42d0-a08c-01b890d773c3">Изображение от freepik</a>
<a href="https://ru.freepik.com/free-photo/sostav-pogodnykh-effektov_33609915.htm#fromView=search&page=1&position=0&uuid=defac6e4-2c47-42d0-a08c-01b890d773c3">Изображение от freepik</a>

Кешегә эҫе лә, һыуыҡ та ярамай шул. Ямғыр ҙа, ҡоро ла бармай. Ҡана һуң, һәр нәмә сама менән генә барһа!? Улай булмай шул. Аллаһ Сүбхәнәкә Тәғәлә Үҙе белә.
Үҙен бар донъяның батшаһы итеп тойоп, нәмә белмәй шашҡан бәндәһенә: "Тороп тор!" - тип иҫкәртеп тә ҡуя. Аңлаған аңлай инде, белмәгәнгә халыҡ әйтмешләй инде...
20 йылдан ашыу ҡоролоҡ ҡаҡшатҡандан һуң күпме яуһа ла риза булырлыҡ. Тик шифалы булһын тип кенә түбәнселек менән доға ҡылып һорай алабыҙ.
Риза булайыҡ. Насибы булыр.
Шөкөр итергә кәрәк.
Шул турала һүҙ сығып китте лә ҡатындар: "Быйыл емеш булмай инде!" - тиҙәр.
- Һәр берегеҙҙә 3 туңдырғыс. Эсе лыҡа тулы. Шул бушап ҡалыр.
Миңә аптырап ҡаранылар ҙа риза булдылар)))
- Башҡорт үлән ашамағандан үлмәй ул, бесән менән иген булһын, - тием.
Эйе шул да эйе шул тиештеләр))
- Уй, эҫе! Бер нәмә лә эшләп булмай!
- Тын да алырлыҡ түгел, яндырып алып бара!..
Шул кеше анау көн генә:
- Уй, һыуыҡ, бер нәмә лә эшләп булмай!- тип төрөнөп ята ине)))
Әлеге һалҡынға ла һуҡраналар. Хатта рәхәт, тын алыуы иркенәйеп ҡалды.
Биргәненә шөкөр итәйек. Сабыр итәйек. Насип ризыҡ теште һындырып килеп инә ул.
Ахырызаман етте ти ҙә ҡуялар. Бындай яуындар элек тә булды, йәй буйы яуғаны ла булды. Үлмәнек. Бесән эшләнек. Мал көттөк.
Бындай һыуыҡ та булды. Һабантуйға тиртун кейеп барғандарына шаһитмын.
Тағы ла Әбйәлил яғында ҡоторған ҡойондо ла заман ахырының билдәһе итеп күрһәтергә тырыша бәғзеләр. Ул ҡойон әүәлдән булған. Азда, аждаһа тип белгән халыҡ. Өләсәйем мәрхүмдең һөйләгәнен яҙып алып ҡалғайным:
"Бороооон Маһҡыртта (өләсәйҙерҙең ыҙмаһы) бейә һауып ятабыҙ. Шунан килеп - килеп-килеп ямғыр яуа башланы. Өс саҡырымда азда ята торғайны. Ҡойроҡтарын урап сығып бара баяғы, тәҙрә ҡалманы, онтай һуғып бөттө. Уралһа, тәгәрмәстән ҙурыраҡ баяғы нәмә. Күкле-йәшелле, яман килеп тороп. Шул батҡаҡлыҡта йәшәй, төрлө сүрәткә кереп, аҙғынланып, төрләнһә, болот күтәреп әпкитә. Шунан мал тынсып ҡалды, азданы алғас. Урыны соҡор булып ҡалды. Ҡаф тауы артына апарып таштай, тейләр. Үәлейҙең түбән яғынан Ҡәбит олатай күргән. Сыҡмайым, тип ҡайын-бәләнде ҡойороғона урап алған, тей баяғы. Тәртә йыуанлыҡ булып кире төштө. Балапан ауылынан берәүҙең өйөнөң башын яра һуҡҡан. Дүрт метр тирәһе булыр, тей".

Доға ҡылайыҡ. Доғала булайыҡ. Донъя тынсыһын. Иман нурҙарында нурланып, үҙ еребеҙҙә аҫаба булып, үҙ телебеҙҙең илаһи моңона кинәнеп йәшәргә яҙһын!

Ләлә РАФИҠОВА.