Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Гүзәл Ситдиҡова Повесть Сал сәсле малай (5)

Альбина Таҡалова һүрәте.
Альбина Таҡалова һүрәте.

Гүзәл Ситдиҡова

Сал сәсле малай

Повесть (5)

БЕЙЕКЛЕК ЭҘЛӘП

Башҡаса һуғыш темаһына ҡағылмаҫҡа, уның сей яраларын ҡуҙғатмаҫҡа булды Ҡылысбай. Үҙенең яратҡан шағиры Михаил Лермонтов әҫәрҙәренә ингән урындарҙы бик күргеһе килә ине, ошо хаҡта ағайға әйткәс, тегеһе лә теләп риза булды. Тәүге йәкшәмбелә үк Пятигорск ҡалаһына йүнәлделәр. Минеральные Воды янындағы курорт ҡалалары бер-береһенә яҡын ғына урынлашҡан, электричка менән дә барып етеп була.

Ҡала Машуҡ тауы итәгендә, бер яҡтан Биштау ҡамауында Кума, йәғни Ҡом, йылғаһы ҡушылдығы Подкумок буйында урынлашҡан икән. Кесе Ҡом йылғаһы тип тә атарға булалыр уныһын. Ҡала эсендәге уға ҡоя торғандарының исеме үк ытырғандыра: Грязнушка, Вонючка, Золотушка. Һыу ҡәҙерен белмәйбеҙ шул.

Ҡала ыҡсым ғына. Уның уртаһындағы мәмерйәлә карст күле – Провал. Эйе-эйе, тап шул Ильф менән Петровтың «Ун ике ултырғыс» әҫәре геройы Остап Бендер аҡса һуҡҡан Провал! «Ултырғыстан да көмөшкә ҡайната белгән» кәкре ҡулдың башы бик шәп эшләгәнен танымай булмай. Мәмерйәләге күлде ҡарарға түләүһеҙ индергәндәрен белеү менән мут егет йәһәт кенә «эшҡыуарлыҡ»ҡа тотона һала бит. Бына-бына килеп сығыр ҙа:

— Приобретайте билеты, граждане. Десять копеек! Дети и красноармейцы бесплатно! Студентам — пять копеек! Не членам профсоюза — тридцать копеек, – тип саҡыра башлар кеүек.

Китап сығып, бер йыл үтеүгә мәмерйәгә ысынлап та күпмелер ваҡыт түләп кенә индергәндәр, ти. Хәҙер бушлай инде, тик иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем генә үткәрәләр икән. Кергән ерҙә ике яҡтан арыҫлан һыны ҡарауыллап ултыра.

Тәбиғи сығанаҡтарҙа һирәк осрай торған сихри фирүзә төҫө өсөнмө, әллә тәмле тип әйтеп булмаған көкөртлө еҫе өсөнмө, әллә төпһөҙ һаналған һыуы өсөнмө күлде борон ниндәйҙер ғифрит йәшәгән «тамуҡ төбө» тип һанағандар.
Мәгәр «һыуға килгәндәр» хөрәфәттәргә иҫе лә китмәй, 1837 йылда уҡ күл өҫтөнә сәхнә ҡороп, хатта кадриль бейеп, күңел асҡан. Шул уҡ йылда кенәз Голицын күпер һалдыртҡан, ял итергә килгәндәрҙе шунан кәрзин менән һыу ҡарарға төшөргәндәр. Күңел аса белгәндәр бит әй шул замандарҙа ла.

Һыуы ла сихәтле булып сыҡҡан.

Провалдан һуң автобусҡа ултырып, Лермонтов урамындағы Беренсе шифалы сығанаҡ янына сығып киттеләр. Шағирҙың, уның геройҙарының аяҡ эҙҙәрен һаҡлаған тупраҡ, уларҙы һыулатҡан сығанаҡ! Егет тулҡынланыуынан урындығында хатта юлға ризыҡ һалып алған сеткаһын онотоп ҡалдыра яҙҙы, ярай йыйнаҡ Юра ағаһы алып төшкән.

Юлайҡан бюветҡа инеп, нарзан эсеп алдылар. Һыуынан һиҙелер-һиҙелмәҫ көкөртлө водород еҫе аңҡый. Әселеген-әсе лә түгел, үҙенә башҡа бер тәм. Әҙерәк аңҡауҙы зымбырлатып ала. Аңлатып булмағанға шулай атағандарҙыр.

Музейҙы тиҙ эҙләп таптылар. Ул ҡамыш башлы, тышы һылап ҡуйылғанға «мазанка» тип аталған ябай ауыл йорто булып сыҡты.

Шағир бында ғүмеренең һуңғы ике айын үткәргән. Ошонда "Морская царевна", "Листок", "Выхожу один я на дорогу" тигән һәм башҡа бер нисә әҫәрен яҙған. Йорт-музейға 1912 йылда уҡ нигеҙ һалынған булған.

“Беҙҙең заман геройы” әҫәрендәге персонаждарҙың прототиптары ла ошондағы шифалы сығанаҡтар янында йөрөгән, ошо һуҡмаҡтарҙан үткән инде.

Их Бэла, Бэла – «высокая, тоненькая, глаза чёрные, как у горной серны»... Һиндәй бәхетһеҙҙәр әҙ булғанмылыр баш һалған Ҡафтауҙа! Черкес ҡыҙҙары һылыулығы менән дан тотҡан бит. Һөйгән ҡыҙының һын-һыпаты Лермонтов һүрәтләгән һылыуҡайға бик оҡшамаған булһа ла, нишләптер әҫәрҙе уҡығанда уны күҙ алдына килтерә лә ҡуя. Холҡо менәндер: бер ҡараһаң сая ла кеүек, үҙе ҡоралайҙай өркәк. Бер тултырып ҡараһа, быуынһыҙ була ла ҡуя шул егет. Уның артынан ер сигенә лә китергә әҙер. Шуға күрә ул, Печоринды көнәркәш күреп, Бэланы хатта ҡыҙғана, урланып килгән ваҡытында уҡ повесты туҡтатып, ҡыҙҙы кире ҡайтарғыһы килә башлай. “Хаин һин, Печорин, ҡыҙ баланы шулай итәләрме ни, уйынсыҡ түгел бит ул!” – тип йөҙөнә төкөргөһө килә.

Казбич, Азамат кеүек ир-егеттәр ҙә булғандыр. Ошо хис башҡорт егетенең күкрәген яндырып сығып килгән кеүек. Күҙе ҡыҙған атты ҡулына төшөрөр өсөн бер йәшкә генә олораҡ апаһын йәлләп тормаған ун биш йәшлек Азамат, шул ат өсөн йәнен бирергә әҙер Казбич! Ат! Ҡылысбай аңламаймы һуң инде уның баһаһын! Үҙе лә бәйгеләрҙә еңгән юртаҡтарға донъяһын онотоп һоҡланып тормаймы ни?! Башҡорт халҡы бит аттың үҙе генә түгел, уның ҡылы, тире, һөтө, хатта эйәр-өпсөнө лә тылсымлы көскә эйә булыуына инанған. Автобуста ултырып килгәндә үк үҙенең уйҙарын Юрий Николаевичҡа ла һөйләп ташлағайны. Ағаһы, тулҡынланып китеп, уның ҡулын усына ҡыҫты:

– Мин һине яҡшы аңлайым. Олатайымдың Казбегы һаман күҙ алдымда...

Интерьеры шағирҙың замандаштары һүрәтләүҙәре буйынса тергеҙелгән йорт эстән дә шул килеш һаҡланған. Соланында талдан үреп яһалған юл кәрзине лә тора. Мәгәр әйбер-ҡаранан бигерәк Ҡылысбайҙың иғтибарын үҫмер Мишаның төҫлө ҡәләмдәр менән төшөргән пейзажы нығыраҡ тартты – күп ҡырлы талант эйәһе булған бит. Ихтимал, күренеште күберәк ҡыҙыл ҡәләм менән һынландырған булғандыр, уңа төшөп, алһыуға әйләнгәндер – шул төҫ өҫтөнлөк итә.

Яндырай ҙа, әсе телле лә шул үҙе, күрәсәге елкетеп торғандыр, ололар әйтмешләй. Дуэлдән һуң шағирҙың кәүҙәһе ошо йортҡа килтерелә, ерләргә шунан алып сығалар. Ул йығылып, йән биргәс, күк түңкәрелгәндәй булып, ғәрәсәтле ҡойон үткән, тиҙәр...

Кавказда беренсе тапҡыр шағир бала сағында уҡ була. Сирләшкә генә ейәнен өләсәһе Елизавета Алексеевна Арсеньева – императорға ла таныш абруйлы бай ҡатын – ун йәшендә ошонда «һыуға» алып килә. Бәләкәй генә сағында әсәйһеҙ ҡалған баланы йәлләп, үҙе ҡараған бит уны, сөнки атаһының матди хәле шәптән булмаған.

Икенсе тапҡыр Кавказға инде дауаланырға түгел, 1837 йылда Александр Сергеевич Пушкиндың дуэлдә фажиғәле һәләк булыуына арналған «Шағирҙың үлеме» шиғыры арҡаһында һөргөнгә ебәрелә.

Был сәфәре бер нисә ай ғына дауам итә, шағир алғы һыҙыҡҡа ла эләгә алмай, юлда һалҡын тейҙереп ауырып китә. Табиптар уға Пятигорскиҙа шифалы һыуҙар менән дауаланырға ҡуша. Был ҡыҫҡа ғына һөргөндә шағир шулай уҡ Кисловодскиҙа ла була, ошо төбәктә таралған төрки телдәрҙең береһен үҙләштерә башлай, тик ҡайһыһын икәне бер ҡайҙа ла аныҡ ҡына аталмаған. Кавказ мәҙәниәте менән йолаларын да өйрәнә. Бына ҡайҙан уның ижадында Кавказға һөйөү!

Өләсәһенең юллауҙары ярҙамында һөргөндән ҡайтыуын-ҡайта ла, тик оҙаҡҡа түгел шул.

– Бында килеп, дуэлдә һәләк булғанда малай ғына булған бит әле, уйлай китһәң – 27 генә йәше менән барған, – тип ҡуйҙы Юрий Николаевич.

Ҡылысбай ҙа әле шул йәштә, әммә үҙен малай тип иҫәпләмәй, эстән генә ағайға үпкәләй биреп ҡуйҙы. Малай ғына тип ни... 14 йәшендә үк шиғырҙары менән таныла башлап, бер нисә йылдан бөтә Рәсәйҙе тетрәндерерлек итеп, «Шағирҙың үлеме» тигән шиғырын яҙған. Бының өсөн хатта императорҙың эҙәрлекләүенә дусар булырға өлгөргән, Ҡафтау һуғыштарында ла дары еҫе татып ҡайтҡан һалдат. Диңгеҙҙә дауыл көҫәгән ярһыулығын тын ятыуға әйләндерергә маташып, һуғыш ҡырына ебәргәндәр, сөнки 1840 йылдың февралендә француз илсеһе Эрнест де Баранттың улы менән атышҡан була.

Тегеһе, яҙа атып, шағирға тейҙерә алмай, ә Юрий махсус ситкә ата ла, низағ ярашыу менән тамамлана.

Шул дуэлдән һуң Лермонтовты Тенгин пехота полкына, Кавказ һуғышының алғы һыҙығына ебәргән булалар. Яуҙаштары тәпәш кенә кәүҙәле шағирҙың һуғыш яландарында сиктән тыш ҡыйыулыҡ, хатта дыуамаллыҡ менән айырылып тороуын хәтерләй. 1840 йылдың июлендә Грозный ҡәлғәһенән (хәҙерге Грозный ҡалаһы) яҡынса 39 километр алыҫлыҡта Валерик йылғаһы буйындағы алышта ҡыйыулығы, Оло Чечен ауылы янындағы хәтәр бәрелештә айырыуса ҡаһарман һуғышыуы хәрби хәрәкәттәр журналында ла теркәп ҡалдырылған.

Ҡыйыу егет отряд башлығы итеп тәғәйенләнә. Хәҙер инде Лермонтов махсус партизан операциялары ойоштора, таулыларға улар көтмәгән урындарҙа һөжүм итә. Кесе һәм Оло Чечняға походтар ваҡытында уларҙың хәрәкәтен күҙәтеп, разведка яһай. Сер аңдырға тел өйрәнеүе лә ярҙам иткәндер уға.

«Хатта шул походта ла ул (Лермонтов) бер ҡасан да бер ниндәй режимға буйһонмай, ә уның командаһы, аҙашҡан комета кеүек, етмәгән ере юҡ, ҡайҙа теләй, шунда күренә, һуғышта иң хәүефле урындарҙы эҙләй»: Ҡырым һуғышында һәм Кавказды буйһондороуҙа ҡатнашҡан генерал-лейтенант Константин Мамацевтың иҫтәлектәренән был... “Аҙашҡан комета”...

– “Фаталист” тигән повесы үҙе тураһында булғандыр ул. Кешене тәҡдире йөрөтә, маңлайҙа яҙылғандан уҙып булмай, тип инанғандыр, – тип шым ғына фекерен белдерҙе егет Юрий Николаевичҡа, бер экспонат янында башҡаларҙан артта ҡалыбыраҡ. – Шуға таулыларҙың пулялары аҫтына ҡурҡыуһыҙ барып ингәндер. Сәғәте етмәгән икән, тимәк, үлмәй.

– Ихтимал, – тип яуапланы уйсан ғына ағаһы. – Мин дә нисә тапҡыр үлем сигендә ҡалдым, мәгәр ошо йәшемә еткәнмен икән, тимәк, шулай тейеш булған...

Гидтың киҫәтеүле ҡарашы уларҙың диалогын өҙҙө. Улар шағирҙың күп өлөшө мәктәптән үк таныш биографияһын тыңлауҙы дауам итте.

Һуғыш яландарында күрһәткән батырлығы өсөн Лермонтовҡа отпуск бирәләр. 1840–1841 йылдарҙың ҡышында шағир Петербургҡа юллана. Унда үҙен әҙәбиәткә бағышлау өсөн отставкаға китергә лә уйлап ҡуя, әммә батырсылыҡ итмәй.

Яҙғыһын Михаил Юрьевич Кавказға полкына ҡайтырға сыға, мәгәр хәрби хәрәкәттәр барған урындарға барып етмәй. Ставрополгә килгәс, тәҡдир тигәнгә ышаныуына бәйлелер инде, тимер аҡса ташлап күрәҙәләй ҙә Пятигорскиҙа бер аҙ торғасыраҡ китмәксе була. Ошонда элекке дуҫы Николай Мартынов менән эләгешә лә инде.

Ут эсендә, йәшәү менән үлем араһында йөрөү эҙһеҙ үтәме ни! Бигерәк тә хисле шағир күңелендә. Ул хатта дуҫтары менән дә тупаҫ, әсе телле булып китә. Элгәре унан йөҙ борған тәүге мөхәббәте Сушкованы үҙенә ғашиҡ итеүгә өлгәшә лә, йәрәшелгән егетенән баш тарттырғас, йәлләп тә тормай ташлай ҙа ҡуя, шулай үс ала. Быларын музейҙа әйтмәнеләр инде, бүлмәләренә ҡайтҡас, Юрий ағаһы һөйләне. Кумирының шундай аҙымға барырға һәләтле булыуына берауыҡ ышана алмай ултырған Ҡылысбайҙың башына ҡапыл бер уй килде:

– Бэла үлгәс, Печорин да бит шарҡылдап көлә... Әллә үҙен һүрәтләнеме икән унда?!

– Ихтимал... Таланттар шулай ҡатмарлы холоҡло булыусан, тиҙәр бит.

“Когда б вы знали, из какого сора

Растут стихи, не ведая стыда”, – тигән бит әле Анна Ахматова ла.

Бына һиңә яратҡан шағиры, бына һиңә Лермонтов! Егеттең күңелендә ҡапыл ул икегә бүленгәндәй тойғо уянды – бөйөк шағир һәм ябай бәндә. Фәрештә түгел. Яңылыша, яҙыҡ эштәр ҡыла, ҡаты күңелле булып китә... Һәм шул “сүп-сарҙан” һоҡланғыс әҫәрҙәр тыуа...

Шунда уҡ үҙе яҙыусыны аҡларҙай дәлилдәр эҙләй башланы. Ябығып, һурылып китте, тигән бит изге күңелле Максим Максимыч. Ҡыҙҙың яҙмышын емергән өсөн үкенеү, йәлләү ҙә булғандыр. Кеше үҙе кисермәгәнде һүрәтләй алмайҙыр ул, моғайын, ошо ҡарт образында ла үҙе барҙыр. Үҙенә был тормошта урын таба алмай, ситлектә бәрелеп-һуғылған ҡош хәлендә булғандыр, моғайын. “Елкән” тигән шиғырындағыса:

“Ул дыуамал иһә дауыл көҫәй,

Дауылдарҙа барҙай йән ялы”...

“Яңғыҙ елкән”... Николай Мартынов кисәгә саҡырылған ҡыҙҙар алдындағы мыҫҡыллы һүҙҙәре өсөн ныҡ ғәрләнә лә шағирҙы дуэлгә саҡыра. Үҙе лә шиғыр яҙып маташып, был йәһәттән дуҫынан көнләшкән дә була. Лермонтов, атыш юрый ғына булыр тип уйлап, бының ни тиклем етди икәненә үҙе лә ышанып бөтмәй, йәнә һауаға ата, ә асыуына сыҙай алмаған көнәркәше күкрәгенә төбәй. Йыш ҡына яҙа ебәреүе менән билдәле булһа ла, был юлы яҙлыҡмай. Дуҫы яраланып йығылып үлгәс, үҙе: “Миша, ғәфү ит мине”, – тип бик өҙгөләнгән, тиҙәр.
Ә Николай I батшаның быны ишеткәс ни әйткәне теркәлеп ҡалған: ”Эткә эт үлеме”... Күрә алмауы шул дәрәжәлә көслө булған икән. Юғары даирәләр бөйөк шағирҙы яратмаған шул.

Лермонтовты башта Пятигорскиҙа ерләйҙәр, әммә өләсәһе, юллап йөрөп, яратҡан ейәненең кәүҙәһен Тарханыға ҡайтарта.

...Музейҙан сыҡҡас, Юрий ағай шағирҙың “Казачья колыбельная” шиғырын яттан һөйләп ебәрҙе:
По камням струится Терек,
Плещет мутный вал;
Злой чечен ползёт на берег,
Точит свой кинжал;
Но отец твой старый воин,
Закалён в бою:
Спи, малютка, будь спокоен,
Баюшки-баю.

Башҡорт инде башҡорт, булмышы менән шағир бит ул беҙҙең халыҡ, тип уйлап ҡуйҙы уның тураһында егет.

– Ағай, технарь булһағыҙ ҙа, хатта яттан шиғыр һөйләйһегеҙ...

– Әҙәбиәт мине ҡотҡарҙы, тиһәң дә була, балаҡай. Ул минең йыуатыусым да, серҙәшем дә, тәрбиәсем дә булды. Шиғыр яҙып та маташҡайным әле, танауға еҫ керә башлағас, – ул көлөп ебәрҙе. – Тик ул ҡыҙыҡай шундай ҙур лирикты баһалап еткермәне. Мин уның иҫен китәрер өсөн хатта Лермонтовтың “Мцыри” поэмаһын ятлап алғайным.

– Ә бөгөн нишләптер “Сәңгелдәк йыры” телегеҙгә килде.

– Кавказда шундай әҫәрҙәр иҫкә төшә шул. Чечендар менән алышып йөрөгән дәһә, унда яңы дуҫлашып өлгөргән яуҙашы ятып ҡалған. Йәш кеше өсөн дуҫының үлеме нәфрәт уятырлыҡ тетрәндергес ваҡиға булғандыр. Өләсәһенең иркә генә ейәне лә, етмәһә. Ғөмүмән, һуғыш, үлтереш кешенең психикаһын боҙмай, имгәтмәй ҡалмай. Ә ул бәләкәй сағында оҙаҡ ҡына хатта түшәктән тора алмай ауырып ята. Бөтә кисерештәрҙе йөрәге аша тәрәндән үткәрә торған хисле шағир. Холҡо шул арҡала ла үҙгәргәндер инде. Хәҙер “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә булғандарға, тәбиғәт ғәрәсәттәре үҙәгендә ҡалып, тетрәнеү кисергәндәргә, ниндәйҙер бәхетһеҙлеккә осрағандарға психологик ярҙам күрһәтеүҙәре юҡҡа ғына түгел бит.

Йә инде, һуғыш тураһындағы уйҙарынан арындырайым тип килтергәйнем, бында ла шул ыҙанға инде лә китте, тип уйлап ҡуйҙы Ҡылысбай. Йәненә һаман һулҡылдап торған уңалмаҫлыҡ яра һалынып ҡалған шул. Уның үҙенә психологик ярҙам кәрәккән булған...

– Кинжал үткерләүҙе бишек йыры итеп биреүе аптырата мине. Нисектер, йоғашмаған һымаҡ. Беҙҙең халыҡта бишек йырҙары бик наҙлы, һүҙҙәре гел яҡшыға өндәй, – егет сабый балала бындай һүҙҙәр рәхимһеҙлек тыуҙыралыр тип уйлай ине.

– Казактарҙың бурысы ил сиген һаҡлау булған бит, шуға бишектән үк яугир тәрбиәләй башлағандар, әсә һөтө менән һеңдергәндәр. Лермонтов тәүге тапҡыр Кавказға яуға барғанында бер казачканың бишек бәүетеп йырлағанын ишеткән дә шиғырына нигеҙ итеп алған, тип тә яҙалар. Йыр шунда уҡ халыҡ араһында таралып киткән. Казак станицаларында әсәләр уны хәҙерге ваҡытта ла сабыйҙарына йырлай, әйткәндәй.

– Ул саҡта атаҡлы Шамил осоро булған даһа, Кавказды буйһондороу барған. Хәҙер кәрәге бармы икән бының?!

– Халыҡ хәтере һаҡлай икән, бойороҡ менән генә туҡтата торған түгел, ҡанына һеңгән инде.

– Лермонтов шиғыры, тимәк, әсә һөтө менән үк яугир тәрбиәләй? Авторын хәтерләмәйем, бер шиғыр иҫкә төштө әле. Унда шундай юлдар бар:

Машуҡ... Юҡҡа ғына һине шағир

Данламаған, һиңә тартылған –

Һиндә ҡибла эҙләп, дауыл эҙләп,

Бейек һырттарыңа артылған.

Ул бейеклек эҙләп һиңә килгән,

Һуңғы һулыш алған тауыңда...

Ә шулай ҙа... ярай һиндә ауған,

Баш һалмаған чечен яуында...

Шағир булып киткән...

Руссаға ла тәржемә итеп биргәс, икеһе лә тын ҡалдылар.

Эйе, ярай әле шағир булып киткән... Шағир...

ИСЕМЕҢДЕ ОНОТМА

Бер кистә Ҡылысбай, баҡсаға инеп, ҡояшта һыуы тәнгә рәхәт бирерлек булып йылынған мискә-душ аҫтында ҡойоноп алырға булды. Уларҙың да баҡсаһы бар, тик ошолай эшләү нишләптер баштарына килмәгән; ҡайһылай анһат – һыу йылытып мәшәҡәтләнәһе лә юҡ. Ҡайтыу менән атаһына тәҡдим итер әле. Тик йыуына ғына башлағайны, ҡапҡанан Юра ағаһы ашығып килеп инде:

– Әйҙә киттек кинотеатрға, һуңламайыҡ, “Помни имя свое” тигән фильмды күрһәтәләр, күптән ҡарарға йыйына инем, – тип, уны ҡабаландырып, тиҙ-тиҙ генә өйгә инеп китте. Егеткә буйһонорға тура килде.

Ағай фырт кейенергә яраталыр, ҡупшы кейемдәрен килтереп сығарҙы, костюмы ла, галстугы ла, күлдәге лә бик уйлап һайланылған, төҫтәре бер-береһенә ярашып тора. Ә уның, окладҡа ғына эшләгән йәш журналистың, театрға-фәлән тигән махсус кейеме юҡ. Мәгәр, күптәрҙең күҙҙәрен ҡыҙҙырған зәңгәр импорт джинсаһы бар. Шуны кейә лә йөрөй көндәлеккә лә, кешелеккә лә. Уныһын да әле “итәк аҫтынан” һатына торған бер танышынан әсәһе ике хаҡын түләп алған. Япон курткаһы ла ярты көн сиратта тороп, ҡулына килеп эләккәйне. Ҡыҙыҡ инде – магазин тулы әйбер, алайым тиһәң, кәрәклеһен табырмын тимә.

– Бәлки, берәй һылыуҡайҙы ла осратып ҡуйырһың, – тип шаяртты ағай.

– Һы, бында ниндәй һылыуҡайҙар булһын, йыйын әбей-һәбей ҙә. Унан, минең өйҙә һөйгән ҡыҙым бар. Атайым да, күҙеңде алартып йөрөмә унда, берәй йүнһеҙенә осланып ҡуйырһың, тип ҡат-ҡат тылҡып ебәрҙе.

Егеттең бер ҡатлы яуабынан ағай рәхәтләнеп көлөп алды:

– Ярай-ярай, шаяртам ғына, бик тәүфиҡлы икәнеңде аңланым инде.

Улар барған “Россия” тигән кинотеатрҙың фасады сатрашлап, ике ҡатлап һалып, дүңгәләктәр менән биҙәлгән. Ҡабырғаларындағы авангард рухындағы һүрәттәр ҙә заманы өсөн яңылыҡ – быныһына журналист егет шунда уҡ иғтибар итте. Күрәһең, юғарынан биналарҙы артыҡ семәрле биҙәүҙең кәрәкһеҙлеге тураһындағы фарман сыҡҡас, 1970-се йылдарҙан һуң архитектураға рәсем сәнғәте килеп ингәс, һалынғандыр. Ул йылдарҙың шуғаса күтәртелгән йорттары шырпы ҡабы кеүек артыҡ ябай, бер-береһенән айырылмаған әҙерләмәләр кеүегерәк тойола башлағайнысы. Был тиҙ үк халыҡты ялҡытты. Бер мәл модернизм тигән ысул индерелеп, мәҙәниәт биналарын үҙенсәлекле генә биҙәп һала башланылар. Хайран ҡалырлыҡ матур тип булмай, мәгәр үҙ дәүеренең архитектураһы иҫтәлеге булып, байтаҡ йылдар һаҡланыр әле.

Кино һуғыш, дөрөҫөрәге, һуғыш өйөрмәһендә ҡалып, бер-береһен юғалтҡан улы менән әсәһе фажиғәһе тураһында. Зина исемле ҡатын бала табыу йортонда ятҡанда ҡаласыҡҡа фашист танкылары килеп инә. Концлагерь, вәхшәт... Малайы ошонда тәүге аҙымдарын яһай. Ә бер көндө әсирәләрҙе – бер яҡҡа, балаларын икенсе яҡҡа айырып алып, төрлө барактарға урынлаштыралар. Йәшеренеп кенә улы янына килгәндә ҡатын ҡабат-ҡабат: “Исемеңде онотма, һин – Гена”, – тип ҡабатлай... Бер килгәнендә улының барак ишеге ҡаҙаҡлап ҡуйылғанын күрә. Үҙе ҡотҡарылып ҡайтып барғанда осраҡлы ғына иренең һәләк булғанын ишетә лә һуҡырая. Әммә улын табыуҙан өмөт өҙмәй.
Фильм булған ваҡиға буйынса төшөрөлгән. Күп йылдар үткәс, әсә улын тәненә яҙылған номеры буйынса эҙләп таба. Бәғер иткенәһе тере ҡалып, Польшала буй еткергән, урыҫса күп һүҙҙәрҙе аңламай ҙа. Осрашалар, әммә икеһенең ике яҙмыш, Ҡылысбай фекеренсә, бик ялғанып булмай торған яҙмыш.

Юра ағаһы күҙен һөрткөләй, ҡулъяулығын йөҙөнә ҡаплап, һулҡылдап та ала инде әллә.

Кинотеатрҙан ауыр уйҙарға батып сыҡтылар ҙа оҙаҡ ҡына бер һүҙ өндәшмәй тау үренә атлап барҙылар. Автобусҡа ултырып торманылар. Фатирҙарына етәрәк кенә Юра ағаһы телгә килде:

– Өйгә инмәй генә, бынау эскәмйәлә ултырып торайыҡ әле.

Уларҙың хәтирәләр менән бүлешер урынына әйләнгән ябай эскәмйә бығаса ла әллә күпме яҙмыштарҙы күргән, әллә кемдәр серләшеп, наҙлашып та ултырғандыр әле. Был юлы, әгәр йәне булһа, хатта эскәмйә лә сәрпәкләнеп китер ине буғай.

– Мин дә шул бала хәлендә ҡалып үҫкән бер үкһеҙ бит, – тине Юра ағай ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртә-һөртә. – Юҡ, исемемде онотманым, мәгәр сараһыҙҙан алмаштырырға тура килде. Сит-ят тарафтарҙа, бер кемһеҙ ҡалған башҡорт балаһы шунһыҙ нисек үҙен яҡлай, һаҡлай алһын. Олатайымды атҡастар, беҙҙекеләр ҡалабыҙҙы яулап алғансы берәҙәккә әйләнгәйнем. Телде лә онотмаҫҡа тырыштым, тик уны ҡулланыр урын да булманы. Сәсем бөҙрә ине минең, ярай ҡара сәсле булмағанмын, йәһүд тип күптәрҙе йыйып алып киттеләр. Унан Дуня апай, бетләрһең, тип, сәсемде ҡайһы саҡ ҡыра торғайны. Бына шулай, олатайымдың Яша тигән ҡушаматын алып, Ҡылысбайҙы Коля-Николай итеп, Юрий Николаевич Яшин булып киттем.

Ул йәнә ҡулъяулығын күҙенә тейҙереп алды.

– Һинең исемеңде ишеткәс, ниҙәр кисереүемде аңлатырлыҡ та түгел. Бәлки, осраҡлы ғына бирелгән исем түгелдер, кем хаҡыналыр ҡушылғандыр ҙа, ихтимал минең атайыма ла барып тоташалыр, тип тә өмөтләнеп ҡуйғайным. Ул саҡта сабыйлығым менән атайымдың фамилияһын да иҫтә ҡалдырмағынмын. Олатайҙың документтары һуғыш ваҡытында юғалды, архивтар юҡҡа сыҡты.

– Бергә эшләгән кешеләр ҡалмағайнымы ни?

– Бер йыл ҡайтып, әҙ генә ҡалған хеҙмәттәштәренән һораштырғыланым да ул документтарын тотош урыҫсаға әйләндереп алған булғанын асыҡланым. Башҡортса исем-шәрифтәрен белеүсе табылманы. Үҙемдең дә исемем документтарҙа нисек яҙылған булғандыр әле.

Юра һуғыштан һуң балалар йортона эләккән, үҙе әйтеүенсә, ундағы күргәндәре – үҙе бер китаплыҡ фажиғәләр йылъяҙмаһы. Ярай әле, юлдан яҙып китмәгән, техник белем алған. Өйләнгән, улы бар. Тик ул да нурланышҡа эләккән, артабанғы яҙмышы нисек булыр инде.

Дауамы бар.