Махсус хәрби операция биләмәһенә эш сәфәре барышында яҡташ яугирҙәр менән әңгәмәләшкәндә уларҙың тыйнаҡлығы, ябайлығы, сабырлығы – шунда уҡ күҙгә ташланған сифаттар. Улар үҙҙәрен герой тип һанамай, бары тик ил именлеген һаҡлау ир-егеттең бурысы тип иҫәпләй һәм шуны лайыҡлы башҡара. Нефтекама егете Ринат (позывнойы – “Феррум”) 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу ала. “Йәшермәйем, ҡалыу мөмкинлеге лә булды, әммә мин уны файҙаланманым, сигенеү юлдары эҙләмәнем”, – ти ул. Бөгөн “Феррум” уҡсы-санитар булып хеҙмәт итә, йәғни хәрби заданиелар үтәүҙән тыш, яуҙаштарына беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дә яуаплы. Улар Һарытау өлкәһендә әҙерлек үткәндән һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Хәрби позицияларҙы – окоп, блиндаж, башҡа көнкүреш кәрәк-ярағын тулыһынса үҙ көстәре менән булдыралар. – Егеттәр менән ике йылға яҡын бергәбеҙ, туғандар кеүек булып бөттөк. Дуҫбыҙ, берҙәмбеҙ – хәрби шарттарҙа был ныҡ мөһим, – ти Нефтекама егете. Әле “Феррум”ғ