Ошо көндәрҙә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе - ревматологы, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының Медицина ревматологияһы үҙәге мөдире, табип-ревматолог Гөлшат Фәтхуллина, Республика клиник дауаханаһының гастроэнтерология бүлеге мөдире, табип-гастроэнтеролог Эльза Ғайсина, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе - эндокринологы, Республика клиник дауаханаһының Республика эндокринология үҙәге мөдире, табип-эндокринолог Әлиә Насретдинова ойоштороу-методик ярҙам күрһәтеү өсөн Илеш үҙәк район дауаханаһына барҙы. Улар медицина карталарына һәм пациенттарҙың ауырыу тарихына анализ яһаны. Шуныһы мөһим: медицина документацияһын дөрөҫ алып барыу пациенттарҙы диагностикалауҙа һәм дауалауҙа төп роль уйнай, шуға күрә белгестәр быға айырыуса иғтибар бүлде. Тикшереү һөҙөмтәләре менән докладтарҙан һуң ревматолог, гастроэнтеролог, эндокринолог иң ҡатмарлы диагнозлы пациенттарға консультациялар бирҙе. Уларҙың һөнәри оҫталығы, тәжрибәһе, иғтибарлы булыуы дауалауҙың иң һөҙөмтәле алымдарын табырға мөмкинлек бирҙе. Алдынғы белгестәрҙең төбәк медицина учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеүе «Демография» милли проектының (национальный проект “Демография”) «Өлкән быуын граждандарына системалы ярҙам һәм йәшәү сифатын арттырыу программаһын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу» проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә бойомға ашырыла. Бындай ойоштороу-методик ярҙам һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге төрлө кимәлдәге белгестәр һәм учреждениелар араһындағы хеҙмәттәшлектә мөһим роль уйнай, медицина ярҙамын яҡшыртыуға һәм пациенттарҙың йәшәү сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә. Фото: rkbkuv.ru