12 июлдә Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Дәүләт Думаһының финанс баҙары буйынса комитеты рәйесе Анатолий Аксаков «Граждандарҙың финанс мәҙәниәтен формалаштырыу: перспективалар, талаптар һәм үҫеш нөктәләре» исемле түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Фекер алышыуҙа сенаторҙар, Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республиканың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, банк берләшмәһе, финанс институттары, страховкалау компаниялары вәкилдәре ҡатнашты. *** Рәсәй Дәүләт Думаһының финанс баҙары буйынса комитеты рәйесе Анатолий Аксаков һайланған теманың көнүҙәклеген билдәләне. – Бер яҡтан, беҙгә халыҡҡа инвестицияларға, ошо юл менән аҡса эшләргә, киләсәккә тупларға мөмкинлек бирергә кәрәк. Икенсе яҡтан, дәүләткә ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн «оҙон аҡса» кәрәк. Ә уны, аҡсаларын төрлө оҙайлы финанс инструменттарына һалыу юлы менән, халыҡ бирә ала, – тине Анатолий Аксаков. – Башҡортостан был йәһәттән рес
Башҡортостан халҡының финанс мәҙәниәтен формалаштырыу буйынса түңәрәк өҫтәл
13 июля 202413 июл 2024
3 мин