Мәскәүҙә үткән көрәш буйынса Донъя кубогында 18 илдән йөҙҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Унда Бөрйәндән Илфат Ямғурсин да көс һынашҡан. Был хаҡта "Таң" гәзите хәбәр итә. " Яҡташыбыҙ 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында берәүгә лә бил бирмәй тәүге урынды яуланы һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры нормативын үтәне. Был ҡаҙаныш уның ныҡышмалылығы, оҫталығы һәм тренеры Илнар Салауатовтың тырышлығы һөҙөмтәһе.
Илфатты лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Чемпион яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!", - тип белдерә район гәзите.
Бөрйән егете Донъя кубогында I урын яуланы!
13 июля 202413 июл 2024
65
~1 мин
Взгляните на эти темы