Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Йәнемдең бер өлөшө шунда ҡалды..."

Омскиҙа казарма ишелеп төшөп, 24 егеттең ғүмерен өҙгән фажиғәгә туғыҙ йыл. “Бөгөн беҙҙең казарма емерелеп, минең тормошом икегә бүленгән көн. Емереклектәр аҫтынан мине иң һуңынан тартып сығарҙылар. Мин иҫән ҡалдым. Икенсегә йәшәү мөмкинлеге биргәне өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. 20 ҡатмарлы операция, ике клиник үлем кисерҙем, ете көн комала яттым. Ике аяғымды ла ҡырҡтылар. Госпиталдә 11 ай яттым, һәм яңы тормош башланды. Ә 24 хеҙмәттәшем шунда мәңгегә ятып ҡалды... Видеоларҙы ҡараған һайын ул ваҡыттағы кисерештәрҙе яңынан кисерәм. Мин үҙ аңымда инем, иптәштәремдең ғазапланып үлгәнен ишетеп яттым һәм үҙем дә тере ҡалырмын тип уйламаным да. Ә хәҙер тормоштоң ҡәҙерен белергә кәрәк икәнен аңлайым. Башҡаса йәшәргә минең хаҡым юҡ!” тип яҙған Рөстәм Нәбиев. Һаулыҡ, яңынан-яңы үрҙәр һеҙгә, көслө рухлы яҡташыбыҙ!