Ноябрҙә Өфөлә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса IV Евразия (Рәсәй-Ҡытай) конгресы үтәсәк. Конгресты ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Республика кардиология үҙәге, Рәсәй Кардиология йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса белгестәр ассоциацияһы сығыш яһай. Фәнни программаның төп йүнәлештәре – йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефен кәметеү стратегиялары, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәштә яңы заман саҡырыуҙары, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән коморбид пациенттарҙы дауалауҙың ҡатмарлы мәсьәләләре, хроник йөрәк етешмәүсәнлеге, коронар эсендә визуализация, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары проблемаһын хәл итеүҙә хирургик алымдар, йөрәк трансплантацияһы проблемалары, һанлы кардиология һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр. Сарала Рәсәй Федерацияһынан, Ҡытай Халыҡ Республикаһынан, Австриянан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан һәм Ҡаҙа