Хәл бөткәндә көс биргән һәм ябығыуға булышлыҡ иткән был эсемлекте күптәр үҙ иткән. Бының өсөн 1 литрлыҡ банкаға ике - өс ҡырҡым лимонды, ике ҡыярҙы ҡырҡып һалырға һәм мята япраҡтарын һалырға кәрәк. Ошо эсемлекте көн дауамында эсегеҙ. Бер ыңғай өс литрлыҡ банкаға ла эшләп алырға була.