Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡарағалпаҡстанда Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы филиалы асылған

12 июлдә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Жокаргы Кенесы (Юғары Советы) Рәйесе Аманбай Орынбаев менән осрашты. Көн тәртибендә хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. – Үзбәкстан – республикабыҙ өсөн мөһим уҙаҡташтарҙың береһе, беҙҙең тарихи һәм мәҙәни тамырҙарыбыҙ уртаҡ. Һуңғы йылдарҙа Ҡарағалпаҡстан менән иҡтисади мөнәсәбәттәр ҙә йылдам үҫешә, уның биләмәһендә, атап әйткәндә, “Башҡортостан сода компанияһы” етештереүҙе ойошторорға ниәтләй. Үзбәк эшҡыуарҙарының Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуын да күрәбеҙ. Иҡтисади хеҙмәттәшлек менән бер рәттән мәғариф һәм мәҙәни хеҙмәттәшлегебеҙ ҙә мөһим. Көнүҙәк проекттар иҫәбендә Ҡарағалпаҡстанда Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы филиалы асылыуын күрәбеҙ. Дөйөм алғанда, Ҡарағалпаҡстан менән үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереүҙең “юл картаһы”на ингән бөтә килешеүҙәрҙе лә яуаплы үтәйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров. Республика етәксеһе шулай уҡ Ҡарағалпаҡстан делегацияһын Өфөнөң 450 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашырға саҡырҙы. Аманбай Орынбаев Башҡортостан етәкселегенә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте йылы ҡабул иткәне һәм уны үҫтереүгә эшлекле ҡарашы өсөн рәхмәт белдерҙе. – Һеҙҙең идара итеү командаһының эше дөйөм маҡсаттарыбыҙға өлгәшеүҙә мөһим шарт һәм беҙҙең өсөн яҡшы өлгө булып тора. Үҙ-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә Нукуста Башҡортостан менән берлектә технопарк булдырыу өсөн майҙансыҡ һайлай башланыҡ. Ауыл хужалығы өлкәһендәге проекттар ҙа ҡыҙыҡһыныу уята, улар шул иҫәптән Үзбәкстанға әҙер тауар килтереүгә йүнәлтелгән, – тип билдәләне Аманбай Орынбаев. Ҡарағалпаҡ яғы ла Башҡортостан делегацияһын 2024 йылдың август аҙағында Нукуста үтәсәк халыҡ-ара бизнес-форумда ҡатнашырға саҡырҙы. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике яҡлы осрашыуға йомғаҡ яһаны һәм Ҡарағалпаҡстан менән үҙ-ара хеҙмәтәшлекте тағы ниндәй тармаҡтарҙа үҫтерергә теләүҙәре хаҡында һөйләне. – Беҙҙә сәнәғәт – нефть химияһы һәм газ химияһы, шулай уҡ ауыл хужалығы һәм туризм өлкәһендә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бар. Яҡын арала был эштең һөҙөмтәләрен күрербеҙ, тип уйлайым, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Белешмә: Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Үзбәкстан 3,8 процент өлөш менән бишенсе урынды биләй. 2024 йылдың ғинуар апрелендә ике яҡлы тауар әйләнеше уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 64 процентҡа артҡан. Фото: glavarb.ru