12 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Үзбәкстан Республикаһының Жокаргы Кенесы (Юғары Советы) Рәйесе Аманбай Орынбаев Өфөнөң тарихи үҙәге буйлап йәйәүләп үтте. Танышыу сәфәре барышында республика етәксеһе һәм Үзбәкстан ҡунаҡтары Өфөнөң Совет майҙанына барҙы һәм унда Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, монумент 2022 йылдың 1 октябрендә асылды. Скульптура композицияһын Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков эшләне. Шулай уҡ Радий Хәбиров менән Амантай Орынбаев Ленин исемендәге паркка барҙы, унда Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов һәйкәле менән танышты. Скульптураны асыу тантанаһы 2024 йылдың 7 февралендә, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала. Фото: glavarb.ru
Үзбәкстан делегацияһы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
12 июля 202412 июл 2024
~1 мин