Белоретта шлюз аҫтына инеп китеп юғалған бала табылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 июлдә көндөҙ балалар компанияһы ҡала быуаһында һыу ингән саҡта, уларҙың береһен көслө өйрөлтмәк тартып ала. Һәләк булған ете йәшлек малайҙың кәүҙәһен шлюз ағымынан 800 метр түбәнерәк алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһында тапҡандар. Өс көн дауамында көсөргәнешле эҙләү эштәре барҙы, унда ҡотҡарыусылар, Белорет металлургия комбинатының янғын һүндереүселәре, ирекмәндәр – бөтәһе 350-нән ашыу кеше йәлеп ителде. Фото: Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.