Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кадастр баһаһы тураһында һөйләшәләр

“Волга буйы федераль округында кадастр баһаһы көнө” темаһына конференция уҙғарыла. Был форум дәүләт кадастр баһаһының 25 йыллығына арналған һәм 15-17 июлдә үтәсәк, тип хәбәр итә Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы. Конференцияла Волга буйы округының бөтә төбәктәренең кадастр баһаһы өлкәһендәге белгестәре ҡатнаша. Улар дәүләт кадастр баһаһы системаһы үҫешенең төп маҡсаттарын тикшерәсәк. "Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы" берҙәм һанлы платформаһын булдырыу, процестарҙы автоматлаштырыу һәм хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү тураһында һөйләшеү буласаҡ. Шуны билдәләү мөһим, 2020 йылда илдә дәүләт кадастр баһаһының берҙәм циклы индерелде. Был иһә бөтә субъекттар буйынса һөҙөмтәләрҙе сағыштырырға һәм ил биләмәһендә күсемһеҙ милек объекттары буйынса хаҡтарҙың тулы картинаһын алырға мөмкинлек бирҙе. Республикала яңы ысул буйынса бөтә категория күсемһеҙ милек баһаһы уңышлы үткән. Сығанаҡ: “Республика Башкортостан” гәзите.