Бөгөн кискә ҡарай киң мәғлүмәт сараларында ауыр яңылыҡ таралды: Мәскәү өлкәһендә Коломенсое районында Sukhoi Superjet 100 самолеты ҡолаған. Был хәлде күргәндәр әйтеүенсә, самолет баҫыуға барып төшкән. – Самолет тауышы ишетелде, һуңынан тынлыҡ һәм шартлау. Һәм Малый Карасево ауылы өҫтөндә һауаға ҙур бәшмәк кеүек төтөн күтәрелде, – тип һөйләгән урында йәшәгән кешеләр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, самолетта ике пилот һәм штурман ултырған, пассажирҙары булмаған. Экипаж урында һәләк булған. “Маш” телеграм-каналы мәғлүмәте буйынса, осош һынау рәүешендә үткән – лайнер ремонтта булған. 2015 йылғы судно “Газпром-Авиа”ныҡы. Самолет Внуково биҫтәһенә осҡан була. Фото: Телеграм.