Найти тему
Башҡортостан гәзите

50 кеше һәләк булған...

Был йәйҙә генә батып үлеүселәр һаны 50-гә еткән, шулар иҫәбендә – 6 бала! Хәүефле хәлгә бәйле төбәктә “мобиль пост”, “ата-әсә патруле” һәм дежур катер күҙәтеүе индерелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, республикала 170 пляж асылған, ә батып үлеүселәрҙең күпселеге йыһазландырылмаған, рөхсәт ителмәгән һыу ятҡылыҡтарына тура килә. Шулай уҡ алкоголь эсемлеге ҡулланыусылар һәләк була. Ә батҡан балалар ололар күҙәтеүенән тыш һыуға төшкән... “Ҡырағай” пляждарҙағы хәүефһеҙлек өсөн, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, мобиль ҡотҡарыу постары булдырыу һәм дежурлыҡ итеү пилот проекты тормошҡа ашырыла. Һыуға батыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса муниципалитет башлыҡтарына “Ата-әсә патрулен” һәм республиканың Атайҙар ҡорон йәлеп итеп, дежурлыҡ ойошторорға тәҡдим ителгән. Шулай уҡ 15 июлдән 15 авгусҡа тиклем һыу буйҙарында хәүефһеҙ ай иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Бөгөндән “Патруль” дежур катеры һыу буйында тәртип боҙоусылар менән көрәш алып барасаҡ. Тәртип һаҡсылары йылға-күлдәрҙә, һыу һаҡлағыстарҙа лицензияһыҙ эшләгән кәмәселәрҙе, законһыҙ йөк ташыусыларҙы асыҡлауҙы, һыуҙағы хәүефһеҙлекте күҙәтеп, бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймауҙы маҡсат итә. Эштәр тәүҙә баш ҡала янындағы Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында, шулай уҡ Павловка һыу һаҡлағысында алып барылһа, аҙаҡтан Нөгөш һыу һаҡлағысында ла даими рейд үткәреләсәк. Фото: