11 июлдә республика рәссамдары менән осрашыу барышында төбәк Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан сәнғәтенең хазинаһы буласаҡ, уникаль «Йәшмә бүлмәһе»нә эйә музей булдырыу проекты хаҡында һөйләне. Уны Совет майҙаны эргәһендәге төбәктең элекке Контроль-иҫәп палатаһы бинаһында асырға планлаштыралар. Буласаҡ музей экспозицияһы дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метр самаһы булған бер нисә залда ойоштороласаҡ. Төп урын «Йәшмә бүлмәһе»нә бүленә, унда мозаика стилендәге художестволы панноларҙа Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте күрһәтелер, тип күҙаллана. «Ватан хаҡында хеҙмәт» тип аталған икенсе зал Башҡортостан һәм Рәсәйҙең хәрби тарихына арнала. Был залда төрлө тарихи осорҙағы, шул иҫәптән 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, махсус хәрби операцила ҡатнашыусы республика яугирҙары тураһында әҫәрҙәр тәҡдим ителәсәк. «Башҡортостан хазинаһы» исемле өсөнсө залда уникаль тарихи экспонаттарҙы – «Ирәндек айыуы» алтын аҫылташын, сарматтар алтынын, шулай уҡ Өфө-II ҡаласығында ҡаҙыу эштәре ваҡытында та
Өфөлә уникаль "Йәшмә бүлмәһе" булған музей асырға ниәтләйҙәр
12 июля 202412 июл 2024
2 мин