Башҡортостан Башлығының республикала граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары Радий Хәбиров указы менән 2019 йылда булдырылғайны. Был эш менән Республиканың Берҙәм грант операторы шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гранттар фонды төбәктәге социаль әһәмиәтле проекттарға һәм башланғыстарға булышлыҡ итеүҙә мөһим роль уйнай. 2020 - 2024 йылдарҙа Фонд 17 конкурс үткәрҙе, 3692 ғаризаның 745 социаль әһәмиәтле проектын хупланы. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шуларҙың 852,5 миллион һумы - республика бюджетынан, 364,86 миллион һумы Президент гранттары фондын берлектә финанслауҙан килгән аҡса. Төп маҡсат – дәртләндереү Фондтың төп маҡсаты — финанс ярҙамында инновацион һәм хәйриә проекттарының үҫешен дәртләндереү. Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, бүленгән гранттар һаны буйынса алдынғы урынды биләй. 2021 йылдан Фонд Рәсәй Федерацияһы субъекттарында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү буйынса төбәк конкурстарын берлектә финанслау буйынса Рәсәй Федерацияһы Президентының гранттары конкурсында әүҙем ҡатнаша. Шулай итеп, 2021 йылдағы конкурс һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары араһында 74 850 668 һум күләмендә өҫтәмә финанслауҙың максималь суммаһы алына. 2022 йылда берлектәге финанслау күләме 101 469 254 һум тәшкил итә, 2023 һәм 2024 йылдарҙа беҙҙең төбәк йәнә алдынғы урынды биләй һәм илдә иң ҙур өҫтәмә финанслау ала — 98 195 982 һум һәм 90 343 600 һум. Кино һәм мәҙәниәт үҙәге – балаларҙы йәлеп иткән урын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттар фонды гранттар буйынса даими рәүештә конкурс үткәрә, был тәҡдим ителгән башланғыстарҙы төрлөләндереүгә һәм сифатын арттырыуға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, АРТ-холл, Театр, фән һәм кино үҙәге кеүек проекттар финанслау алған да инде. Проект барышында улар егерменән ашыу ғилми-тикшеренеү, әҙәби, художестволы, мәҙәни саралар үткәрә. 2020-2024 йылдарҙа Фонд 17 конкурс уҙғара, 3692 ғаризаның 745 социаль әһәмиәтле проектын хуплай. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шуларҙың 852,5 миллион һумы республика бюджетынан, 364,86 миллион һумы Президент гранттары фондын берлектә финанслауҙан килгән. Быйыл Фонд алты конкурс үткәрергә ниәтләй, уларҙың дөйөм бюджеты 370 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Сағыу миҫалдар – башҡаларға өлгө Еңеп сыҡҡан проекттар араһында төрлө башланғыстар бар. Мәҙәниәт, спорт, йәмғиәтте үҫтереү проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла. Иң мөһиме - улар ҙур ҡалаларҙа ла, район үҙәктәрендә лә, ауылдарҙа ла бер тигеҙ уңышлы алып барыла. Был иһә үҙ сиратында балаларҙың талантын үҫтереүгә, үҫмерҙәргә үҙҙәрен асырға, һөнәр һайларға ярҙам итһә, оло йәштәгеләргә тағы ла шөғөлдәрен арттырып, әүҙем тормош алып барырға булышлыҡ итә. Ғафури районында “Вдохновение” мәғарифты үҫтереү фонды асылды. Проект барышында егерменән ашыу тикшеренеү, әҙәби, художество, мәҙәни саралар, шул иҫәптән театр-вокаль саралар үткәрелә. Сараларҙа мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан. Проектта ҡатнашыусылар йыш ҡына Өфөгә килеп, Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында оҫталыҡ дәрестәре ала. Ял итеү һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу өсөн төрлө йәштәге халыҡ өсөн бушлай кинотеатр булдырылған. Бында төрлө фильмдар күрһәтеүҙән тыш, шулай уҡ төрлө саралар ойошторола. Юлиә АБДУШАХМАНОВА, Миәкә районының пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары йорто директоры: - Миәкә районында грант проекты һөҙөмтәһендә “Йәнһүрәт” студияһы асылды һәм эшләй башланы. Ул балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү өсөн альтернатив һәм уңайлы ял майҙансығы булып тора. Маҡсатлы төркөм квалификациялы уҡытыусылар етәкселегендә 48 сәғәтлек “Йәнһүрәт” программаһы буйынса уҡыу курсын үҙләштерҙе. Программа сиктәрендә 6-15 йәшлек 37 бала башҡорт телен уҡытыу, пластика, ҡурсаҡ һәм йәнһүрәттәр эшләү буйынса теоретик һәм ғәмәли дәрестәргә йөрөнө. Балалар башҡорт теле фонетикаһының төп закондарын өйрәнде, әйтелешен камиллаштырҙы, лексикаһын байытты, башҡорт халҡының балалар әҙәбиәте һәм фольклоры менән танышты. Балалар шулай уҡ йәнһүрәт эшләү процесын: сценарий яҙыу, персонаждар һәм фондар яҙыу, сюжет таҡтаһы, аниматика, төшөрөү, мөхәррирләү, дубляжлау һәм башҡаһын өйрәнде. Балалар ҡыҫҡа анимацион фильмдар серияһын төшөрөп тамашасыларға студияла алған һәләттәрен һәм белемдәрен күрһәтте. Йәмғеһе алты анимацион фильм: «Төҙөүсе төлкө», «Тылсымлы һүҙ», «Йәш һунарсы һәм уның дуҫтары», «Йәш һунарсы», «Аҡмулла», «Аҡыллы ҡыҙ» төшөрҙөләр. Уларҙың барыһын да беҙҙең социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға була. Әйткәндәй, беҙҙең йәнһүрәттәрҙе Миәкә районының барлыҡ балалар баҡсаларында ла, мәктәптәрендә күрһәтеп сыҡтылар. Интернет селтәренә иһә уларҙы 10 меңдән ашыу кеше ҡараан. Матур фекерҙәр һәм теләктәр ҡалдырғандар. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: “Республикала грант ярҙамының яҡшы төҙөлгән системаһы булдырылды. Һуңғы биш йылда йәмәғәт учреждениелары 1,5 миллиард һум самаһы ошондай ярҙам ала. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Ярҙам алғандарҙың күп булыуы ҡыуандыра”. Лилиә НУРЕТДИНОВА. Фотолар Миәкә районының пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары йортонан, Ғафури районында “Вдохновение” мәғарифты үҫтереү фондынан алынды.