Гүзәл Ситдиҡова
Сал сәсле малай
Повесть (4)
ТЕРЕ ХӘТЕР
Кисловодск ҡәләм эйәһе егеткә дауаланыуҙан тыш әллә күпме тәьҫораттар, хәтирәләр бүләк итте – ҡуйын дәфтәренә теркәп өлгөрә алмай! Хикмәтлеһе лә, ғибрәтлеһе лә осрап ҡуя. Плёнканы ла өҫтәп һатып алырға тура килде.
Бөйөк илдең «сәләмәтлек тимерлеге» тип үк маҡталған ҡалаға, ысынлап, илдең ҡайһы яҡтарынан ғына һаулыҡ нығытырға килмәгәндәр! Ҡайтып киткән Таһирҙың милләттәштәре лә осраны. Себерҙәнмен тиеүселәр ҙә етерлек. Ирҙәренән ҡалмай йөрөгән оҙон бәрхәт күлдәкле һомғол йәш ҡатындар төркмән икән. Биҙәүестәре бик зауыҡлы. Һәр береһе ултыртма яға аҫтына оҙонса түңәрәк брошь тағып алған. Уларҙа шундай модалыр. Ҡылысбай быға иғтибар ҙа итмәҫ ине, эргәһенә килеп ҡунаҡлаған ҡатындар бышыр-бышыр килеште:
– Фил һөйәгенән эшләнгән бит биҙәүестәре, ай-һай затлы кейенәләр. Ҡолаҡтарында ла, бармаҡтарында ла – алтын.
Берәүһе шарҡылдап ҡуйҙы:
– Ауыҙҙарында ла шул, һау тештәрен юндыртып, алтын коронка ҡуйҙыртып алалар.
Ҡарасы, ысынлап шулай икән бит – Урта Азияныҡыларҙың, ҡафтаулыларҙың ауыҙҙарын асҡанда ирен араһынан осҡон ялтлап ҡалған кеүек. Ҡайһы берәүҙәренеке еҙ самауырҙың ҡуҙлы утлыҡсаһын хәтерләтә, ауыҙҙарынтотош һары металл баҫҡан.
Төркиҙәр һөйләшкәндә тотош тиерлек аңлай Ҡылысбай, тик бына бер һүҙе лә таныш булмағанда ҡыйынһыныу тойғоһо уяна икән. Әлдә бөтәһе менән дә аралаша алырлыҡ урыҫ теле бар. Бик иркен һөйләшә алмағандар ҙа төшөнә, ымлап булһа ла яуап бирә.
Кис һайын ҡаланың тарих һаҡлаған ҡомартҡыларын тамашалап йөрөп, һис ялҡмай Йортомбай ағаһын тыңлай – ул әллә күпме тарих белә, көләмәстәр ҙә һөйләп ебәрә.
Каскадлы баҫҡыс тигәне генә ни тора! Өҫкә менеп еткән ерҙә антик замандыҡына оҡшатып ярымтүңәрәк колонналар менән тамамланған, бер-бер артлы теҙелеп киткән фонтандар, сәскәлектәр менән биҙәлгән. Ҡылысбай йыбанмай ғына һанағайны – тупһалары 120 икән, дөйөм бейеклеге 20 метр самаһы, ти.
– Ике бай ошонда менеп еткәс, ялсыларына йүгертеп кенә аҫтан кофе килтерергә ҡушҡан, ти. Береһе менеп еткәнсе яртыһын түгеп-сайпылтып бөткән, икенсеһенеке туп-тулы булған. Аҙаҡ тәүгеһе икенсеһенән һорашҡан. Теге нимә тип яуап биргән тип уйлайһың? – ошо урында ағай көлөмһөрәп, уға һорау бирҙе.
– Һауытын усы менән ҡаплап килгәндер, – тигән булды Ҡылысбай.
– Юҡ шул... Ғүмерҙә лә башыңа килмәҫ...
– Сайпылтмай ғына атлай белгән инде. Беҙҙә лә бит йәш килендәрҙе кейәүгә биргәндә һыу башлатып, сайпылтмай ғына йөрөй белгәнен һынайҙар.
– Юҡ та, «Ә мин аҫта ауыҙыма алдым да, менеп еткәс, шәшкегә кире ҡойҙом», – тигән, имеш, «башлы» хеҙмәтсе.
– Фу-у, – тип ебәрҙе егет, ерәнгес хәлде күҙ алдына килтереп.
Шулай инде, пролетарийҙар илендә көләмәстәр гел байҙарҙан көлөп, үсәп сығарылған була. Ярлы – яҡшы, аҡыллы, ә бай – яман, алйот. Көлөшөп алдылар ҙа, Юра ағаһы, туй үткәреү тәртиптәре менән ҡыҙыҡһынып, йолалар хаҡындағы һорауҙар менән күмеп ташланы – уға үҙ милләте тураһындағы һәр мәғлүмәт танһыҡ ине.
***
Ниһайәт, бер көндө Павел Петрович та, вәғәҙәһен үтәргә булып, ҡала буйлап йөрөргә ваҡыт тапты. Тик ямғыр үткәс йыйылырға һүҙ ҡуйыштылар.
Һауа торошо бик ҡыҙыҡ икән бында: төш ауа башлағансы салт аяҙ булып тора ла, әллә ҡайҙан ҡулъяулыҡтай ғына болот сығып, өйөлә барып, кинәт кенә гөрләтеп яуып ебәрә. Ә бер сәғәттән йәнә бер ни булмаған тиерһең – көләс ҡояш йылы нурҙарын һибә, дымға туйынған ағастар, сәскәләр яуым-төшөмдән һуң була торған тәмле еҫтәр тарата, һуҡмаҡтарҙа йылы күләүектәр боҫрап ята.
Беҙҙең яҡта ла осраған ағастар бында бейек, йыуан булып үҫә икән, тип һығымта яһап ҡуйҙы Ҡылысбай. Йылыһы ла, дымы ла етеп торғас, анау йүкәләр нисек ҡолас еткеһеҙ йыуан булып үҫмәһен инде! Сәскәлек сатырҙарының тирткән бөрөләре борсаҡтай бит! Ә шулай ҙа бер нисә көндән таждары асылғас, беҙҙең яҡтыҡына ҡарағанда көсһөҙөрәк аңҡығанын асыҡланы егет. Бына ни өсөн башҡорт балы шул тиклем хуш еҫле! Өфө урамдарында йүкә сәскә атҡанда умарталыҡта йөрөгән кеүек булаһың да – өҫкө ҡаттарҙа ла хуш еҫ аңҡый, ҡорттар гөжләп тора.
Һөйләшелгәнсә, аяҙытҡанды көтөп алып, өс ир-егет ҡала буйлап сәйәхәткә сығып китте.
Кисловодск бейек тауҙар араһында урынлашҡан. Өйҙәр тау башына ла менеп киткән, соҡорҙарға ла барып төшкән. Терраса-терраса булып ҡомташтан, аҡбурҙан торған ҡаялар уратып алған. Ҡылысбайҙың тыуған яғы ла таулы, тик йорттарҙы барыбер бындағы кеүек һыртҡа уҡ мендереп һалмағандар. Бер яҡ ҡабырғаһы тотошлайы менән тау эсенә өңөп инеп киткән боронғо торлаҡтарға егет тел шартлатып ҡарап торҙо – күпме көс һалынған, ә бит ул ваҡытта әлеге кеүек техника ла булмаған.
Ҡыҙыҡһынып, киоскынан буклет һатып алғайны. Ҡаланың иң тәпәш урыны – диңгеҙ кимәленән 725 метр, ә иң бейеге 1409 метрға етә тип яҙылған. Ә беҙҙең Ямантауҙың бейеклеге – 1640 метрҙан ашыу, тип уйлап ҡуйҙы Ҡылысбай. Һыуыҡ та инде уның тирәһендә, хата,тундралағылай, кәрлә ағастары ла бар, ә бында ана ниндәй бәһлеүән булып үҫәләр! Бейеклек бик мөһим икән ул. Төнәген ҡала эргәһендәге Кесе Эйәр тигән һыртҡа менгәс, болоттарҙан аша ҡарап торған Эльбрустың түбәһендә, зәңгәр күкте сағылтып, аҡтан-аҡ шәкәр өйөмдәре кеүек ҡар ятҡанын күреп, һушһыҙ ҡалғайны. Бындай бәхет аяҙ көндә генә тәтей икән. Әлдә тамашалап өлгөрҙөләр, шул арала ҡайҙандыр монар ҡалҡа башлап, тауҙы пәрҙәләп тә ҡуйҙы.
Түбәндә – йылы. Тик ҡайһы саҡ кинәт кенә һалҡынса ел ҡағылып китеп, мәңгелек боҙлоҡ сәләмен еткереп ҡуя.
Юра ағаһы Ҡылысбайҙың парктағы күләүектәр аша малайҙарса ырғып барғанын йылмайып күҙәтә бирҙе лә:
– Йәле, ҡустым, туфлийыңды сис тә яланаяҡ ҡына ысыҡлы үләндән ана-ауында тиклем атлап бар, – тип һуҡмаҡтың ҡырҡа уңға боролған сатындағы урындыҡҡа күрһәтте, – сынығырға кәрәк һиңә. Ҡурҡма, әле йылы, һыуыҡ теймәҫ.
Ҡайҙан белгән тиһең уның ысынлап та һыуыҡ тейҙермәҫкә тырышып, һаҡланып ҡына йөрөгәнен. Егет тыңлаусан ғына ул әйткәнсә эшләгәс, сумкаһынан йөнтәҫ таҫтамал сығарып биреп, аяғын киптергәнсе, оҙаҡ итеп ышҡып һөртөргә ҡушты. Уны ысыҡ кистерергә алдан уҡ ниәтләп һалып алған булған бит әле. Ҡылысбайҙың аяҡтары ҡыҙышып китте, тәне буйлап йылы йүгерҙе.
– Тәбиғәт – иң шәп табип, йәй көнө күберәк яланаяҡ йөрөп ҡал, үҙемдән беләм, балалар йортона эләккәнсе иртә яҙҙан ҡар яуғансы аяҡ кейеме күрмәнем, ә һыуыҡ тейҙереп ятҡаным булманы.
Павел Петрович та уның һүҙҙәрен «знамо дело» тип йөпләп ҡуйҙы, үҙҙәренең станицаһындағы малайҙарҙың да шулай үҫеүен һөйләп ташланы.
– Хәҙер балаларҙы бигерәк әпәүләп-сүпәүләп үҫтерәләр ҙә, улары сир-сорға бирешеп кенә бара, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
– Уныңсәбәбе башҡа, – тип егетте яҡлап һүҙ ҡатты Юра ағаһы, – эш сәфәрендә һыуыҡ тейҙергән, тик ауырыу ботлап керә, грамлап сыға шул. Сирҙән һуң сынығыуҙы яңынан башларға тура килә.
Процедуралар, һыуы ғына түгел, курорт тәбиғәте лә – дауа, бәхәс юҡ. Был ололар бигерәк ҡыҙыҡ, уны бала күреп, нотоҡ уҡырға ғына торалар.
Ул арала алдында Мәңгелек ут ҡабыҙылған, әйтерһең дә, Рәсүл Ғамзатов һүҙҙәренә яҙылған аһәңле «Торналар» йырының матди кәүҙәләнешенә әйләнгән мемориаль комплекс янына барып сыҡтылар. Осоп барған өс торна һыны беркетелгән бағана. Эргәһендә – яҡындарын яуға оҙатып, көтөп ала алмаған, ялбарып ҡоштарға табан һонолған, теҙләнгән ҡатын-ҡыҙ һыны. Арыраҡ – «Иҫтәлек диуары». Оҙон булып һуҙылып киткән көрән мәрмәр ҡоймаларға һуғышта һәләк булған 5,5 мең шәһиттең фамилиялары ырылған. 5,5 мең! Аҫҡуймала – «Тереләр мәңге һеҙҙең алда бурыслы» тигән яҙыу... Йортомбай ағаһының күҙҙәре дымланды...
Павел Петрович ҡаланың һуғыш ваҡытындағы тарихын яҡшы белә булып сыҡты:
– Фашистар ҡалаға ингәнсе шифаханаларҙа, госпиталдәрҙә һуғышта яраланғандар дауаланып ятҡан була. Дошман яҡынлашҡанын белгәс, уларҙы тиҙ арала оҙатырға уйлайҙар, тик, транспорт еткерә алмағас, йәйәү алып китәләр. Бик ауыр хәллеләрен «Йоғошло сирҙәр бүлеге» тип яҙып, алып ҡалалар. Беҙҙекеләр 1942 йылдың авгусында Кисловодскиҙы ҡалдырып киткәс, немецтар ике бомба ташлай. Береһе – тауар станцияһына, икенсеһе икмәк заводына төшә. Етәкселәр, хәрбиҙәр ҡаланы ҡалдырыу менән ҡайһы берәүҙәр аҡылдан яҙған кеүек ҡайҙан нимә урлай ала, өйҙәренә ташырға тотона.
– Беҙҙә лә шулай иткәйнеләр, – тип һүҙгә ҡушылды Юра ағай. – Ашханаларҙан, магазиндарҙан, түрәләр ултырған биналарҙан кем нимә эләктерә ала, шуны, хатта һуғышып китеп, таратып алдылар.
– Дауыллы көндә эт ҡотора... – тип көрһөнөп ҡуйҙы Павел Петрович. – Ауыҙ асып ҡалыу ҙа кәрәкмәй инде уныһы. Ризыҡ туплап ҡалырға тырышыуҙы аңлайым мин. Йылы кейемһеҙ ҙә булмай. Тик бигерәк аҡтығын күргәндәй ҡыланыуҙарына аптырамаҫһыңмы.
Шунан тағы ниҙер иҫенә төшөп, кеткелдәп көлөп ебәрҙе:
– Урам буйлатып, даңғылдатып, пианино һөйрәп алып ҡайтып китте берәүҙәр, тип һөйләгәйне дуҫым. Музыкант булһалар, бер хәл ине. Юҡ, затлыраҡ әйбер талап ҡалырға тырышҡандар инде. Әйтерһең, шуның менән бай булаһың. Ниместәр аҙаҡ ҡыйбатлы әйберҙәрҙе үҙҙәренә йыйып алдыртҡан, тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәрҙе хатта шахтаға ташлағандар. Улары ла инде – мәңгелеккә килеп индек тип, хужа булып ҡыланған, йәнәһе, үҙ дәүләтенә мөлкәт йыялар. Бәлки, өйҙәренә оҙатҡандарҙыр. Шул арала ғына ла ожмахтай ерҙә тамуҡ эшләп өлгөргәндәр.
Дошмандар ҡалаға мотоциклдарҙа һәм танкеткаларҙа килеп инә. Йәйге матур көн, бала-саға, ҡарт-ҡоро ла урамда. Баҡсаларҙан алма еҫе аңҡый. «Бәрхәт» миҙгел. Бөтә урамдар буйлап ҙур тиҙлек менән елдереп йөрөй башлайҙар. Кешеләр ҡурҡып ҡаса йәки боҫорға тырыша. Күреп ҡалһалар, бер ниндәй ҙә тикшереүһеҙ атып үлтерә был йыртҡыстар. Әгәр ҡаса икән, тимәк, ғәйепле, йә «яңы власты» өнәмәй.
– Йәйәү киткән яралылар ҡотола алғанмы икән? – тип һорау бирҙе Ҡылысбай ҡуйын дәфтәренә ишеткәндәрен сыймаҡлай-сыймаҡлай; ҡасандыр бер кәрәге тейә ул бының.
– Ҡайҙан инде. Киткән юлдан ҡыуып етеп, ҡырып бөтөргәндәр. Йоғошло ауырыуҙар тип ҡалдырылғандарын да, күпмелер ваҡыттан кемдер фашистарға еткереп, медицина хеҙмәткәрҙәре менән бергә атҡандар. Килеп инеү менән үк үҙ идаралығын асып, иң башта 130 табип менән өлкән шәфҡәт туташын ҡулға алып, атып үлтергәндәр бит.
– Улар коммунист булғанмы икән ни? Ни ғәйептәре булған? – Ҡылысбай фашистарҙың тәү сиратта партия ағзаларын юҡ иткәндәрен уҡығаны бар ине.
– Совет власына хеҙмәт иткән, яралы совет һалдаттарын дауалаған өсөн үс алғандар. Артабан коммунистарҙы, активистарҙы, йәһүдтәр менән сиғандарҙы эҙәрлекләй башлайҙар. Ирекле «ярҙамсылар» ҙа табыла, шуғаса хатта совет хеҙмәткәрҙәре булып йөрөгән ҡайһы берҙәре. Революция ваҡытында ата-әсәләрен, олатай-өләсәйҙәрен коммунистар йәберләүен онотмағандар, кенә ҡыуалар. Ҡыҫҡаһы, оккупация битлектәрҙе аса, совет власы урынлашыуға егерме йыллап ҡына үткән була бит әле. Шулай инде, көслө ҡурҡыныс түгел – үсле ҡурҡыныс.
– Был яҡтарҙа электән етеш йәшәгәндәр, борондан байҙар дауаланырға килгән, урындағыларға мул табыш биргән бит, – тип ҡуйҙы Юра ағай. – Үслеләр әҙ булмағандыр.
– Шула-ай, олатайым йә атайым йорто тип, совет власы фатир итеп биргән биналарға дәғүәләшеп йөрөүселәр, кешеләрҙе урамға ҡыуып сығарыусылар ҙа булған. Кисловодск ул саҡта, үҙәге менән шифаханаларын иҫәпкә алмағанда, казак станицаһы кеүек йәшәп ятҡан була бит, шуға йорт хужалығы тотоп, артыҡ асыҡмай ғына көн итәләр. Ҡалала немец һалдаттары ғына түгел, итальян, румын, серб һалдаттары ла тора. Бына шулар ашарға ултырған ваҡытты аңдып, төртөнөп йөрөргә әүәҫләнә, табындан әҙер ризыҡты һыпырып алып сығып китәләр ине, тип һөйләй танышым.
– Беҙҙең ҡаласыҡ ситендә йәшәүселәр ҙә оккупация ваҡытында көсө еткәнсә әҙ-мәҙ ҡош-ҡорт, кәзә-һарыҡ тотоп, баҡса үҫтереп, өҙөлгәнде ялғап тере ҡалды инде. Мал тотҡан, баҡса үҫтерергә йыбанмағандар астан үлмәне һәр хәлдә. Шулар араһында йөрөргә тырыштым үҙем дә. Ҡайҙа ваҡ-төйәк йомоштарын үтәп, ҡайҙа һорап алаһың. Ауыр йәшәгәндәрен белә-күрә һорарға ла тартынаһың әле. Ҡараҡҡа әйләнелгәйне инде, тик үҙебеҙҙекеләрҙең һүрентеһенә лә теймәнем, – тип өҫтәне Юрий Николаевич.
Ҡылысбайҙың һәр ишеткәнен тиҙ генә теркәп ҡуя барғанын күреп, бабайҙар күберәк мәғлүмәт бирергә тырышты, ахыры. Әле бер, әле икенсе хәлде иҫтәренә төшөрөп, теҙҙеләр генә. Интервью бирәләрме ни. Егет гәзиттә бер нисә генә йыл эшләһә лә, өйрәнеп бара инде: журналист икәнен белеп ҡалыу менән йә ялыуҙар менән күмеп ташлайҙар, йә үҙҙәренең тормош юлын һөйләй башлайҙар. Павел Петрович та, Юра ағай ҙа – һуғыш осоро балалары, икеһенең дә күңелдәре яралы, улары уңалмай, асыла ла тора, ахыры. Күберәк һөйләп ҡалырға тырышалар. Йәнә ҡасанғылыр дошмандың дуҫҡа әйләнеренә ышанмау һалынған, һарыҡ тиреһе бөркәнгән бүре барыбер бүре булып ҡала, тип инанғандар.
Совет ғәскәрҙәре яҡыная башлағас, фашистар Кисловодскиҙы сигенер алдынан хараба итеп ҡалдырырға бар көсөн һала: тимер юлды, күперҙәрҙе, телефон-телеграф элемтәһе бүлексәләрен, «Кавминрозлив» заводын, «Наркомзем» шифаханаһын, әллә күпме башҡа биналарҙы шартлаталар. Ҡайһы бер йорттар аҫтына мина һалып ҡалдыралар.
– Нарзан каптажы янында үҙҙәренең зыяратын асҡандар. Мәйет һарҡындылары менән бысранһын тип ҡыланыуҙары булған инде. Ҡайһылай хаслыҡлылар! – Павел Петрович өҫтәп ҡуйҙы быныһын.
Фашист ҡоллоғо 1943 йылдың ғинуар иртәһендә тамамлана, Кисловодскиға беҙҙекеләр килеп инә.
...Ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа автобуста бара торғас, ирҙәр Яугирҙәр зыяраты тип аталған ҡәберлек янына барып сыҡты. Был ҡәберлек Беренсе донъя һуғышы ваҡытында уҡ асылған булған.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән СССР-ҙың иң ҙур госпиталь үҙәге итеп ойоштороп, яралыларҙы килтерә башлайҙар, вафат булғандарын ошонда, иҫке зыяратта ерләйҙәр. Фашистарҙы ҡыуғас та яңы ҡәберҙәр өҫтәлә бара, сөнки, ҡала азат ителеп, өс ай үтеүгә шифаханалар, госпиталдәр бер нигә ҡарамай эш башлай, яралыларҙы ҡабул итергә тотона.
Ҡылысбай таштарға яҙылған исемдәр араһында төрлө халыҡтарҙыҡы булғанына иғтибар итте – совет һалдаттары милләтен, динен айырмай бер урынға ерләнгән. Араларында башҡорттар ҙа булғандыр, булмауы мөмкин түгел, сөнки яугир халҡыбыҙ Рәсәй өсөн быуаттар буйы баш һалған, һаҡлаған, яҡлаған. Исемһеҙ ҡәбер таштары ла осрай – фашистар совет һалдаттарыныҡын ҡыйратып бөткән була.
Бәлки, олатайымдың бер туған Мортаҙа тигән ҡустыһы ла ошонда яталыр, тип бер аҙ эҙләнеп йөрөнө Ҡылысбай. «Тимер шаршау» төшкәс, сит илдәрҙә мәғлүмәт алырға мөмкинлек тыуғас, ике меңенсе йылдар башында бабаһының ҡәбере Польшала табылырын белмәй ине әле. Немецтар исем-фамилияһын, ҡайҙан икәнен дә кеҫәһендә йөрөткән хәрби билетынан теүәл генә теркәп ҡуйған булған. Тик йәһүд зыяратына ерләгәндәр. Сөннәтле икәненә иғтибар иткәндәрҙер, күрәһең.
Һуғышҡа оҙатылғанда бабайына ун һигеҙ йәше тулып ҡына килгән булған әле. Күрше ауылдағы кәнсәләрҙә ағаһына тапшырырға ҡушып повестка тотторғандар, һыу ныҡ ташыу арҡаһында өйөнә ҡайтып етә алмай, ваҡытында килеп өлгөрмәгән өсөн трибуналға эләгеп ҡуймаһын тип, үҙе киткән...
... Павел Петрович, сигенер алдынан облава яһап, дошман һәләк иткән 322 кеше ерләнгән туғандар ҡәберлегенә янына алып килде. Фашистар Кубандән, Дондан кәүгәләнеп ҡаса башлағас, еңелеүҙәренең үсен шулай алалар. Тотолған кешеләрҙе ошонда аталар, улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ҡарттар була. 1949 йылда уҡ бында ҡорбандарға тәүге һәйкәл ҡуйылған.
Бына ни тиклем ҡыйралыш, юғалтыу кисергән бөгөн гөл-сәскәгә күмелгән Кисловодск!
Еңеүҙең 25 йыллығына асылған «Хәрби Дан» тип аталған мемориаль комплекс янында ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышыуҙы тамамлап ҡуйҙылар. Бында ла биш сатлы йондоҙ рәүешендәге нигеҙҙең уртаһында Мәңгелек ут ҡабыҙылған. Бейеклеге – ете, яҡ-яғы өсәр метрлыҡ плитәнең уң яғында, ташты уйып, совет һалдаты йөҙө һынландырылған. Ҡулында – автомат. Ҡыҙыл Армия символы был һын – Бөйөк Ватан һуғышында иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡорбандар кисергән Европаны азат иткән яугир совет һалдаты һыны!
Һис шикһеҙ, был фотоларҙы гәзитендә баҫтырып сығарасаҡ!
Павел Петровичты фатирына оҙатып ҡуйып, рәхмәт әйтеп хушлашҡас та, Ҡылысбай менән Юра ағаһы, тәьҫораттары менән бүлешеп, ҡала буйлап оҙаҡ ҡына йөрөнө әле.
– Йәштәр үҙ күҙе менән күрмәгәс, үҙе кисермәгәс, хәҙер еңелсә ҡарай башлауы мөмкин. Онотторорға тырышыусылар ҙа булыр. Имеш, Европа – цивилизациялы, ә беҙ – ҡырағай Азиопа! Һүҙен дә таптылар бит әле!
Тик был «цивилизациялы халыҡ» ҡулдары беҙҙең халыҡтың бер ҡасан да юйылмаҫ ҡанына батҡан, улар бер нәмәне лә, бер кемде лә аяманы. Йорттарыбыҙҙы, заводтарыбыҙҙы, музейҙарыбыҙҙы, китапханаларыбыҙҙы, баҡсаларыбыҙҙы, ир-егеттәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы юҡ итте. Быны оноторға ярамай, ярамай, ҡустым! – тип туҡтап, бик етди итеп, егеттең күҙҙәренә ҡараны Юра ағаһы.
Оло кешене тынысландырырға теләп, Ҡылысбай уны «Раузалар үҙәне» яғына ҡултыҡлап алып китте. Майҙаны ике гектарлап тигәйнеләр. Раузаларҙың ниндәй генә төрө үҫмәй унда! Кискә табан тағы ла көслөрәк аңҡый башлаған иҫертерлек үҙән һауаһы һулап туйғыһыҙ. Сәскәләрҙе ҡаймалап үҫкән, матур итеп ҡырҡып ҡупшылатылған ҡыуаҡтар, ағастар – үҙҙәре бер сәнғәт әҫәре!
– Бына был, исмаһам, цивилизация, йәннәт баҡсаһы, – тине, тау битләүендәге күренешкә һоҡланып, Юра ағаһы. Ул бер аҙ тынысланғайны инде.
Дауамы бар.