Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һыу инәм тип үҙен әрәм иткән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралыған хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән Учалы районының Ҡалҡан ауылы янындағы Ҡалҡан күлендә фажиғәле хәл булған. Ваҡиға шаһиттар әйтеүенсә, һыу ингәндә 23 йәшлек ир батып үлгән. Учалы ҡалаһының ирекле янғын һүндереү командаһы уны эҙләй. Һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ: - махсус рәүештә йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ; - һыуға иҫерек килеш төшмәгеҙ – алкоголь ҡул һәм аяҡ хәрәкәттәрен тотҡарлай, тын алыу тиҙлеген кәметә, хәл тиҙ бөтә; - таныш булмаған урындарҙа һыуға төшмәгеҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.